«Исемһеҙ бейеклек» («Дан убаһы») — Ленинград өлкәһенең Всеволожский районындағы, Нева йылғаһының уң яҡ ярында, Тосна йылғаһы тамағы ҡаршыһында урынлашҡан һәйкәл.

Исемһеҙ бейеклек
Нигеҙләү датаһы 1965
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Большие Пороги[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ленинградская область/Всеволожский район (часть 1)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться 2 км юго-западнее
Карта
 Исемһеҙ бейеклек Викимилектә

Мемориаль «Йәшел дан билбауы» («Зелёный пояс славы») составына инә. 1965—1968 йылдарҙа төҙөлә (архитекторы Л. И. Копыловский, скульпторҙары Г. Д. Ястребенецкий, В. Г. Козенюк).

Һуғыш ваҡытында был һәйкәл урынында биш ҡатлы йорт тора. Артабан ул немец илбаҫарҙары тарафынан бомбаға тотола.

Был «Зелёный пояс славы» составындағы иң мөһабәт һәйкәлдәрҙең береһе. Пирамидаға оҡшаған, 20 метрлыҡ өйөп яһалған убаның битләүе сиҙәм ҡыртышы менән ҡапланған; ҡыҫынҡы мөйөшлө сығынты рәүешендә эшләнгән күҙәтеү майҙансыҡтары бар, уларға баҫҡыстар илтә. Өҫтәге майҙансыҡта бронза скульптуралар ҡуйылған, майҙансыҡтың сығынтыларында мемориаль яҙмалар урынлаштырылған.

Һәйкәлде төҙөгән ваҡытта уның исеменең бер нисә варианты була: «Дан убаһы», «Еңеү пирамидаһы», «Тормош гимны». Бер версия буйынса, бөтә һуғышты үткән оло йәштәге эшсе, төҙөлөш тамамланғандан һуң: «Ярай, беҙҙең исемһеҙ бейеклек әҙер булды шикелле» тип әйткән имеш.

  • Гусаров А. Ю. Памятники воинской славы Петербурга. — СПб.: Паритет, 2010. — 400 с. — <nowiki>ISBN 978-5-93437-363-5.
  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 624 от 04.12.1974