Исакович йорто (Феликс Дерибас йорто)Одесса ҡалаһының Дерибасовская, 22 урамында урынлашҡан һәм урындағы әһәмәткә эйә булған архитектура һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы (Приморье крайы). Ампир стилендәге ике ҡатлы йорттоң өс фасады бар: ике фасады Дерибасовская һәм Гаванная урамына, өсөнсө фасады Ҡала баҡсаһына сыға. Бинаның баҫҡыстарында беренсе одесса осоусыһы С. Уточкинға һәйкәл ҡуйылған.

Исакович йорто
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Одесса
Урынлашҡан урамы Дерибасовская[d] һәм Гаванная улица[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия Украины[d] һәм памятник архитектуры местного значения[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1790
Карта
 Исакович йорто Викимилектә

ΧVIII — XIX быуаттарҙа бина тарихы

үҙгәртергә

1790 йылдан һәм XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем йорт Феликс Дерибасҡа ҡараған (Одессаны беренсе төҙөүсе Дерибас Иосифтың ҡустыһы). Үҙенең барлыҡҡа килгән көндәренән алып бина уңайлы урынлашыуы арҡаһында сауҙагәрҙәрҙе һәм һөнәрселәрҙе үҙенә йәлеп иткән — ул ҡаланың өс йәнле зонаһына ҡарай йүнәлгән. Канцлеров магазинында төрлө шараптар һәм спиртлы эсемлектәр һатып алырға мөмкин булған. Рояль һәм пианиноларҙы бында Шредер әфәнде һатҡан. Йорттоң подвалында Игнаций Келбасинский үҙенең тәм-томдар магазины өсөн шоколад ҡайнатҡан. Был йортта төрлө ваҡыттарҙа ҡәһүәхана һәм тәм-том магазиндары урынлашҡан: Розенберг ҡәһүәһе, француз «Тиньоле», шулай уҡ грек Георгий Какавулисиңдың популяр ҡәһүәханаһы булған.

1880 йылда бина «Фрелих һәм Блич» сауҙа йорто өсөн реконструкциялана. Былар слесарлыҡ әйберҙәре һәм һырлы тәҙрә пәрҙәләре (жалюзи) етештереүсе фабика хужалары, бөтә рәсәй күргәҙмәләрендә үҙҙәренең эштәре өсөн бер нисә миҙал яулайҙар.

1890 йылда, Гаванная урамына сыға торған йорттоң бер өлөшөндә «Южное обозрение» гәзите редакцияһы урынлаша. Гәзит менән шул ваҡыттағы күп шағирҙар хеҙмәттәшлек итә. Бында Иван Бунин эшләгән. Был йортта ул буласаҡ ҡатыны Анна (мөхәррир Н.П. Цакниның ҡыҙы) менән танышҡан.

XX—XXI быуаттарҙа бина

үҙгәртергә
 
Бинаға Гаванная урамы яғынан инеү урыны

Киләһе реконструкция Исакович өсөн 1906 йылда үтә, ул боронғо караим нәҫеленә ҡараған. Бында кинотеатр ойошторолған. Архитекторы булып Ж. Л. Гофман торған.

1913 йылдың 3 октябрендә «Кино-Уточ-Кино» иллюзионы асыла, уны Сергей Уточкиндың ҡустылары Николай һәм Леонид ойоштора. 1915 йылда ағалы-ҡустылар бинаның ҙур өлөшөн һатып ала, реконструкция үткәрә, һәм 1916 йылда «Кино-Уточ-Кино» яңынан асыла. 339 тамашасыға кино күрһәтеүҙән тыш, бында күргәҙмәләр үткәрелә.

1925 йылда кинотеатр национализациялана, уның исемен «Ҡыҙыл лётчик» тип үҙгәртәләр. Һуңғы совет осоронда кинотеатр Маяковский исемен йөрөтә. Дерибасовская урамына сыҡҡан бинаның цоколь ҡатында «Ҡар бөртөгө» кафеһы урынлаша, ул үҙенең һалҡын десерты — шоколад һибелгән йә ҡайнатма ҡойолған туңдырмаһы арҡаһында танылыу ала.

2000 йылда «Уточкин» кинотеатры асылып, бина яңынан реконструкциялана. Әммә 2008 йылда сит ил фильмдарын мотлаҡ украин теленә күсереү буйынса закон ҡабул ителгәндән һуң, кинотеатр хужалары шәхси ҡараштары менән бәйле был эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныуҙарын юғалта һәм кинотеатрҙы яба. Бинала йәмәғәт туҡланыу предприятиелары урынлаша.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Пилявский В.А. Здания, сооружения, памятники Одессы и их зодчие. — 2-е изд. — Одесса: Optimum, 2010. — С. 37. — 276 с. — 300 экз. — ISBN 978-966-344-377-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә