Ирән

Пермь крайы йылғаһы, Сылва йылғаһының һул ҡушылдығы.

Ирән — Пермь крайы йылғаһы, Сылва йылғаһының һул ҡушылдығы.

Ирән
Рәсем
Һыу башы Пермь крайы
Ҡайҙа ҡоя Сылва[d]
Ҡушылдыҡ Бым, Аспа, Оло Ашап, Кесе Ашап, Кунгур, Сып, Турка, Телес, Уяс, Арий (Ирена ҡушылдығы), Оло Тарт, Үрге Барҙым, Калтагиз, Куряс, Малый Тарт, Судинка һәм Тюш (Ирена ҡушылдығы)
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн майҙаны 6110 км²
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь крайы
Оҙонлоҡ 214 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Ирени[d]
Карта
 Ирән Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Пермь крайының көньяҡ-көнсығышында, Октябрьский районы Үрге Ирән ауылынан көньяҡ-көнбайышта, Барҙым ҡасабаһынан йыраҡ үгел башлана. Октябрьский, Уй, Урҙа һәм Көнгөр райондары биләмәләренән аға. Көңгөр ҡалаһы ситендә тамағынан 26 км үрҙә Сылва йылғаһына ҡоя.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Йылға оҙонлоғо — 214 км, бассейны майҙаны — 6110 км². Уртаса һыу йыйыу бейеклеге — 232 м. Уртаса ауышлығы — 0,4 м/км [1]

Һыу йыйыу майҙанының күлле һәм һаҙлыҡлы булыуы 1%-тан кәмерәк, урманлылығы — 50 % тирәһе. Уртаса һыу йыйыу бейеклеге — 233 м[2].

Ирән ярҙары бейек түгел һәм ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған. 50 м тиклем бейеклектәге ҡаялар осрай. Ирән йылғаһының уң яры буйлап эзбизташтан торған Ирән тәпәш тау теҙмәләре һуҙыла. Йылға һыуы шуға сағыштырмаса ҡаты. Ирән төбө башлыса ҡомло һәм ҡырсынташлы, башлыса, ә ҡайһы бер урындарҙа — ләмле һәм балсыҡлы.

Ирән йылғаһының уң ярында Пермь өлкәһе Көңгөр районындағы Неволино ауылы янында 1926—1927 йылдарҙа А. АВ. Шмидт ҡурған ҡәберлектәрен тикшерә. Һәм ҡомартҡы Неволин археологик мәҙәниәте[3] тигән исем менән билдәле.

Шулай уҡ Ирәнгә дөйөм оҙонлоғо 155 км тәшкил иткән оҙонлоҡтары 10 км кәмерәк 44 ҡушылдыҡ ҡоя. Барлығы Ирән бассейнында 10 км-ҙан кәм булған 736 йылғасыҡ аға. Йылға селтәренең ҡуйылығы 0,45 км/км². Һыу йыйыу майҙаныда дөйөм майҙаны 2, 78 км² тәшкил иткән 68 күл урынлашҡан.

Төп ҡушылдыҡтары:

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Көньяҡ Урал һәм Урал алды төрки гидронимдарының этимологияһы мәсьәләһен асыҡлау буйынса шундай мәғлүмәтте белеү кәрәк:

Б. А. Моисеев Оло Һүрәм һәм Кесе Һүрәм йылғаларының атамаһы Сурен исеме менән бәйләй. Әммә был гидронимдың икенсе мәғәнәһе бар — Ирән (Пермь өлкәһе гидронимы). Төрки диалекттарҙа шуға тап килгән һүҙҙәр бар, төрөксә: уrаn — «ағыусы», көнсығыш төрки диалекттарҙа erin — «ағыусы, һыулы», iren — «һыу». Немец диалектында rin — «һыу ағымы». Шуға ҡаҙаҡ телендәге «арна» — йылға «йырҙаһы», инглиз телендәге rain — «ямғыр» тигән төшөнсәләрҙе өҫтәйек.

Тағы бер аңлатмаға иғтибар итер кәрәк.

Был урында (өҫтәп: башҡорттар) татарҙар йәшәгәнлектән …, айран — «әсегән һөткә һыу ҡушып әҙерләнгән эсемлек», «эремсек һыуы». Урыҫ диалект һүҙе ирень- «әсегән һөткә һыуыҡ һыу ҡушылған эсемлек», «эремсек һыуы»
да

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә