Иррегуляр ғәскәрҙәр

Иррегуляр ғәскәрҙәр (һуңғы латинса irregularis — дөрөҫ түгел)[2] — ҡайһы бер дәүләттәрҙә ҡораллы көстәрҙең ҡәтғи ойошмаған, комплектлау, хәрби хеҙмәт үтеү, уҡытыу тәрбиә биреү даими булмаған, регуляр ғәскәрҙән кейеме менән ныҡ айырылып торған , ҡайһы берҙә үҙ-үҙҙәрен кейендереп, ҡоралландырып, аттар менән тәьмин иткән хәрби частары, берләшмәләре һәм берекмәләре атамаһы.

Иррегуляр ғәскәрҙәр
Ҡапма-ҡаршыһы регулярная армия[d]
 Иррегуляр ғәскәрҙәр Викимилектә
Атлы башҡорт казактары төнгө ҡарауылда. А. О. Орловский. 1801
Казактар. И. Репин
Атлы казак. Мәскәү ополчениеһы. 1812 — 1831 йыл.[1]
Ландштурм подразделениеһы Германия Көнсығыш Африкаһында, 1914 йыл.

Даими ғәскәрҙәрҙән айырмалы булараҡ, хеҙмәтте һәр саҡ түгел, ә айырым осорҙа ғына алып баралар (Рәсәйҙә элек — казак, ҡалмыҡ, башҡорт-мишәр ғәскәре һәм башҡалар).

Беренсе донъя һуғышынанһуң донъяның бөтә алдынғы дәүләттәрендә лә юҡҡа сығарыла. Быға тиклем улар Австро-Венгрияла (кроата, пандурҙар), Төркиәлә (башибузук, черкес, курдтар) булып килгән, ә XX быуат башында Англия, Франция колонияларында урындағы халыҡтарҙан ғәскәрҙәр ойошторолған.

Хәҙерге шарттарҙа уларҙың тарау-торау хәрби формированиеларҙан, халыҡ ополчениеһынан (халыҡ ғәскәре) һәм төрлө составлы һәм тәғәйенләнешле хәрбиләштергән отрядтарҙан тороуы мөмкин[3]. Бынан тыш, бөгөн иррегуляр ғәскәркәрҙәргә дошмандың киң күләм зыян килтергән ҡорал ҡулланыуы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыу, аварияларҙа ҡотҡарыу, тергеҙеү эштәре алып барыу, хәрби хәл режимын тәьмин итеү, шулай уҡ оккупацияла ҡалған территорияларҙа көрәштә партизан алып барыу йөкмәтелеүе мөмкин[4][5]

Рәсәй империяһы ҡораллы көстәренең ҡоро ер көстәре (хәрби көстәр) 1881 йылда :

  • регуляр (даими);
  • иррегуляр (даими булмаған).

"уларҙан тәүгеләре[6]… төп көс булып тора, икенселәре[7] ғәскәри әҙерлек буйынса ҡайтышыраҡ булһа ла , ҡайһы бер хеҙмәттәрҙә регуляр ғәскәрҙән файҙалыраҡ булып тора

Генерал от инфантерии А. Ф. Редигер

Рус дәүләте Украинаһында сикте һаҡлау һәм оборона маҡсатында урынлаштырылған казак ғәскәрҙәре[8], үҙ хеҙмәте өсөн башҡа Рәсәй ҡатламдары менән сағыштырғанда борондан ҙур льготалар менән файҙаланған.

Рәсәйҙә иррегуляр ғәскәрҙәр составы:

  • Казактар (казак ғәскәре);
  • Башҡа ҡәүемдәр частары (инородцы)[9].

XVII быуат уртаһында һәр саҡ урыҫ армияһы походтарында һуңғараҡ казак ғәскәренә беркетелгән ҡалмыҡ атлылары булыуы күренә. Даими ҡораллы көстәр (XVIII быуат башында) төҙөлгәндән һуң иррегуляр ғәскәр атлы еңел кавалерия һәм казак ғәскәре — Дон, Ҡара диңгеҙ, Әстерхан, Яйыҡ һәм башҡа казак атамалары менән йәшәп килгән.XX быуат башында улар составына шулай уҡ дағстан һәм кубань милицияһы, Дағстан атлы полкы һәм Төркөстан атлы дивизионы инә.

Шулай уҡ улар иҫәбенә ингәндәр:

  • Милиция
  • Дәүләт ополчениеһы[10]

Хәҙерге иррегуляр ғәскәрҙәр

үҙгәртергә
  • Белоруссия территориаль ғәскәрҙәре
  • Бөйөк Британия территориаль армияһы
  • Ҡаҙағстан территориаль ғәскәрҙәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Илл. 2527. Конный казак Московского ополчения 1812-1831 гг // Историческое описание одежды и вооружения российских войск, с рисунками, составленное по высочайшему повелению: в 30 т., в 60 кн. / Под ред. А. В. Висковатова.
  2. Военный энциклопедический словарь (ВЭС), М., ВИ, 1984 год, 863 стр. с иллюстрациями, 30 листов
  3. Война и мир в терминах и определениях. под общей редакцией Дмитрия Рогозина . 2014.
  4. Территориальная оборона: «имунная система» против новых вызовов и угроз. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 24 май 2019 года.
  5. Войска территориальной обороны (ТерО) 2018 йыл 2 сентябрь архивланған.
  6. Регулярные войска
  7. Иррегулярные войска
  8. Атлас земель иррегулярных войск 1858 года
  9. Организация русских военно-сухопутных сил к началу Восточной войны. Дата обращения: 20 август 2013.
  10. Иррегулярные войска // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Кузьмин-Караваев В. Д. Иррегулярные войска // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Иррегулярные войска // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 11 т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Вавилон — «Гражданская война в Северной Америке» / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Совет хәрби энциклопедияһы : [в 8 т.]; vol. 1976—1980, вып. 2).;
  • Казачий словарь-справочник. — Сан. Ансельмо, Калифорния, С. Ш.А.. Составитель словаря Г. В. Губарев, редактор — издатель А. И. Скрылов. 1966—1970.
  • Кузьмин-Караваев В. Д. Иррегулярные войска // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона : в 86 т. (82 т. и 4 доп.). — СПб., 1890—1907.
  • Большая советская энциклопедия (БСЭ), Третье издание, выпущенной издательством «Советская энциклопедия» в 1969—1978 годах в 30 томах;
  • Вавилон — «Гражданская война в Северной Америке» / [под общ. ред. Н. В. Огаркова]. — М. : Военное изд-во М-ва обороны СССР, 1979. — 654 с. — (Советская военная энциклопедия : [в 8 т.] ; 1976—1980, т. 2).;
  • Военный энциклопедический словарь (ВЭС), М., ВИ, 1984 г., 863 с. с иллюстрациями (ил.), 30 листов (ил.);
  • Словарь военных терминов. — М.: Воениздат. Сост. А. М. Плехов, С. Г. Шапкин. 1988.
  • Большой Энциклопедический словарь. 2000.
  • Российская государственность в терминах. IX — начало XX века. — М.: Крафт+. А. Р. Андреев. 2001.
  • Война и мир в терминах и определениях. под общей редакцией Дмитрия Рогозина . 2014.

Һылтанмалар

үҙгәртергә