Иркутск юғары хәрби авиация инженерҙары училищеһы
Иркутск юғары хәрби авиация инженерҙары училищеһы (хәрби институт), ҡыҫҡартылған исеме ИВВАИУ (ВИ) —СССР Хәрби-һауа көстәре һәм Рәсәй Федерацияһы Хәрби-һауа көстәре өсөн инженерҙар һәм техниктар әҙерләгән хәрби уҡыу йорто (1931—2009).
Иркутск юғары хәрби авиация инженерҙары училищеһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1931[1] |
---|---|
Дәүләт |
СССР Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Иркутск |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 2010 |
Рәсми сайт | ivaii.irk.ru[1] |
Тарихы
үҙгәртергә1972 йылда Хәрби ведомствоһының 161-се бойороғона ярашлы булдырыла һәм 1874 йылдың 20 сентябрендә Иркутск юнкерҙар училищеһы булара асыла, унда сибиряк-офицер кадрҙарын әҙерләнә. 1910 йылда юнкерҙар училищеһы Иркутск хәрби училищеһы тип үҙгәртелә.
1915 йылдың 23 авгусындағы 452-се бойороғо менән Иркутск хәрби училищеһының күкрәккә таға торған билдәһе индерелә. 1915 йылда хәрби училище һәм 1917 йылда туҡтатылған кадет корпусы өсөн яңы биналар комплексы төҙөлә башлай.
1931 йылдың 1 майындағы 55-се бойороғо менән РККА Ҡораллы Көстәре буйынса 4-се Иркутск авиация механика мәктәбе булдырыла (4 ВШАТ).
Үҙ тарихында Иркутск хәрби авиация инженер училищеһы бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола:
— 1931—1938: 4-се авиамеханик Иркутск хәрби авиация мәктәбе (4 ВШАТ)
— 1938—1941: Иркутск хәрби авиация техник училищеһы (ИВАТУ)
— 1941—1949: Иркутск хәрби авиация механиктар мәктәбе (ИВШ)
— 1949—1975: Иркутск хәрби авиация-техник училищеһы (ИВАТ)
— 1975—1998: ВЛКСМүдың 50-йыллығы исемендәге Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Иркутск юғары хәрби авиация инженер училищеһы (ИВВАИУ)
— 1998—2004: Иркутск хәрби авиация инженер институты (ИВАИИ)
— 2004—2008: Иркутск юғары хәрби авиация инженерҙары училищеһы (хәрби институт) (ИВВАИУ (ВИ))
2009 йылдың ғинуар башында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың 1951-р һанлы бойороғона ярашлы Иркутск ВВАИУ Воронеж хәрби авиация инженер университетына ҡушыла һәм тулыһынса бөтөрөлә.
Профессор-уҡытыусылар составының бер өлөшө 2009 йылда Воронежға күсә һәм Воронеж ВАИУ өсөн бөтөнләй яңы факультеттар (осоу аппараттары, авиация ҡорамалдары, авиация радиоэлектроника ҡорамалдары) булдыра башлай. Ҡалған уҡытыусылар 2009 йыл дауамында эштән бушатыла.
2009 йылдың 15 июнендә ИВВАИУ шәхси составы байрағы менән хушлашыу тантанаһы үтә.
ИВВАИУ-ҙа уҡыу
үҙгәртергәУҡыу дауамлылығы — 5 йыл, көндөҙ.
Граждандар имтихандар биреп уҡырға инә. Уҡыуға ҡабул иткән саҡта абитуриент Ҡораллы көстәргә хәрби хеҙмәткә «Рядовой» званиеһында һәм курсант вазифаһына алына.
ИВВАИУ факультеттары яҡшы йыһазландырылған базалар менән тәьмин ителә, уҡытыусылар составы — тәжрибәле инженерҙар, фән кандидтары, докторҙары.
Училищела уҡыу-уҡытыу материалдарҙы, китапрҙы, фәнни баҫмаларҙы нәшер итеү өсөн типография булдырыла. Шулай уҡ уҡытыу Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһының ғилми баҫмалары буйынса алып барыла.
Иркутск ВВАИУ Рәсәй Юғары хәрби уҡыу йорттары рейтингында белем биреү сифаты, фәнни һәм матди базалар буйынса 14-се урын (60-тан) биләй.
ИВВАИУ тарҡатылған саҡта уҡыу йорто инженер-авиация хеҙмәте белгестәрен әҙерләү буйынса Рәсәйҙә берҙән-бер тулы профилле хәрби уҡыу йорто булып тора.
Тамамлаусыларға оборона министры ҡарары менән «лейтенант» исеме бирелә.
Факультеттар
үҙгәртергә- 1-се — осоу аппараттары (1975 йылда нигеҙ һалынған).
Хәрби һөнәр — самолеттарҙы, вертолеттар һәм авиация двигателдәрен файҙаланыу һәм ремонтлау.
Гражданлыҡр һөнәре (юғары белем) — «инженер-механик» дөйөм дәүләт өлгөһөндәге диплом: осоу аппараттарын һәм двигателдәрҙе техник файҙаланыу.
- 2-се — Авиация ҡоралы (1992 йылда нигеҙ һалынған.)
Хәрби һөнәр -техник — авиация ҡоралдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау.
Гражданлыҡ һөнәре (юғары белем) — «инженер-электромеханик» дөйөм дәүләт өлгөһөндәге диплом — авиация ҡоралдарын ҡоралландырыуҙың робот-техник системалары.
- 3-сө— авиация ҡорамалдары (1976 йылда нигеҙләнгән)
Хәрби һөнәр — техник — Самолеттар һәм вертолеттар авиация ҡоролмаларын файҙаланыу һәм ремонтлау.
Гражданлыҡ һөнәре (юғары белем) — «Инженер-электрик» номинацияһында дөйөм дәүләт өлгөһөндәге диплом — электр менән тәьмин итеү системаларын, системаларҙың һәм комплекстарҙың хисаплау машиналарын, осоу аппараттарын пилот-навигация комплекстарын файҙаланыу.
- 4-се — радиоэлектрон авиация ҡорамалдары (1987 йыл нигеҙләнә).
Хәрби һөнәр -техник —самолет һәм вертолеттарҙың авиация һәм радиоэлектрон ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм ремонтлау.
Гражданлыҡ һөнәре (юғары белем) — «инженер радиоэлектронсы»— транспорт техникаһын эксплуатациялау.
Училище начальниктары
үҙгәртергә— Калицев Солтан Гетагазович, генерал-майор инженер-техник хеҙмәттәр — 1970 йылдың ноябренән 1982 йылға тиклем[2]
— Рожков Борис Иванович, генерал — 1982 йылдан
— Барсуков Александр Григорьевич — 1991 йылдан
— Федоров Владимир вячеславович, полковник — 2000 йылдың апреленән
— Быстров Анатолий Александрович — 1980—1982 йылдарҙа — училище начальнигы урынбаҫары[3]
Тамамлаусылары
үҙгәртергәУчилищела 80 меңдән ашыу хәрби авиация белгесе әҙерләнгән. 14 Советтар Союзы Геройы, Рәсәй Федерацияһы Геройы, Хәрби-һауа көстәренә әҙерлек үҙәге етәкселәре араһында 27 генерал, тиҫтәләгән докторҙар һәм фән кандидаты бар..
- Белоус Антон Иванович
Дураков Валентин Фёдорович
Дурновцев Андрей Егорович
Евсеенко Владимир Романович
Земских Владимир Афанасьевич
Зубов Виктор Петрович
Марковцев Степан Харитонович
Миоков Николай Дмитриевич
Новосёлов Кузьма Васильевич
Пахотищев Николай Дмитриевич
Рыбак Михаил Иванович
Рубцов Анатолий Петрович
Сачко Иосиф Кузьмич
Середа Игорь Емельянович
Цисельский Михаил Петрович
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Н. Е. Жуковский һәм Ю. А. Гагарин исемендәге хәрби-һауа академияһы (Воронеж)
- Н. Е. Жуковский исемендәге хәрби-һауа инженер академияһы
- Яков Алкснис исемендәге Рига юғары хәрби авиация инженер училищеһы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2018-05-01 — 2018. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.6216392
- ↑ ДА. ИВВАИУ. Копейка, № 17 от 4 мая 2011 года
- ↑ Автобиография
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Офицеры ИВВАИУ простились со знаменем
- Когда мужчины плачут. Офицеры ИВВАИУ простились со знаменем училища 2021 йыл 28 февраль архивланған.
- Уникальные самолеты в военных ВУЗах: Иркутское ВВАИУ — http://vfk1.narod.ru/IVVAIU/IVVAIU.htm