Ирекле сауҙа (фритредерлыҡ)
Фритредерлыҡ (ингл. free trade — ирекле сауҙа), манчестерлыҡ (Манчестер мәктәбе атамаһынан) — иҡтисад теорияһында, сәйәсәттә һәм хужалыҡ итеүҙә сауҙа иркен һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа дәүләттең ҡыҫылмауын алға һөрөүсе йүнәлеш.
Ғәҙәттә сауҙа ирке юғары экспорт һәм импорт пошлиналарының, сауҙаға монетар булмаған сикләүҙәрҙең, мәҫәлән, теге йәки был тауарҙы импортлауға квоталарҙың һәм урындағы етештереүселәргә субсидиялар булмауын күҙҙә тота. Либераль партиялар һәм ағымдар ирекле сауҙаны яҡлай, ә һул партияларҙың һәм хәрәкәттәрҙең күпселеге, кеше хоҡуҡтарын һәм тирә-яҡ мөхитте яҡлаусылар, шулай уҡ профсоюздар уға ҡаршы сыға.
Европала XVI быуатта барлыҡҡа килгән меркантилизм иртә сауҙа теорияларының береһе була. XVIII быуатта ирекле сауҙаның теоретик нигеҙен хасил иткән тәғлимәттең авторы Адам Смит тарафынан протекционизм ҡаты тәнҡитләнә. XIX быуатта Смиттың ҡараштары Давид Рикардо хеҙмәттәрендә үҫтерелә. Иҡтисади либерализм концепцияһын Манчестер мәктәбе бөгөнгө шарттарға яраҡлаштыра.
Оппозиция
үҙгәртергәИрекле сауҙаның социаль эҙемтәләре тураһында ғалимдар, хөкүмәттәр һәм башҡа ҡыҙыҡһынған төркөмдәр баш вата.
Ирекле сауҙа битлек кейгән колониализм һәм империализм тип ҡарала. Әхләҡи категория түбәндәге проблемаларҙы эсенә ала: табыштарҙың тиң түгеллеге, тирә-яҡ мөхиттең боҙолоуы, балаларҙы эшләтеү, ауыр эш шарттары, йән аҫрау өсөн көрәш, ялланма ҡоллоҡ, фәҡир илдәрҙә ярлылыҡ көсәйеү, милли оборонаға зыян килеү, мәҙәни үҙгәрештәргә дусар булыу[1]. Рациональ һайлау теорияһына ярашлы, кешеләр йыш ҡына тик үҙҙәренең сығымдарын ғына һанай, ә башҡаларға төшә торған сығымдарҙы иҫәпкә лә алмай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Boudreaux, Don Globalization, 2007
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Савельев Н. Н. Река времени: История глобализации мирового развития (Краснодар: Пересвет, 2002. — 260 с.: ил.)
- Ведута Е. Н. Стратегия и экономическая политика государства. 2017 йыл 11 декабрь архивланған. — М.: Академический проспект, 2004. — 456 с.
- Ведута Е. Н. Государственные экономические стратегии 2017 йыл 11 декабрь архивланған. / Рос. эк. акад. М., 1998. 440 с.
- История экономических учений / Под ред. В. Автономова, О. Ананьина, Н. Макашевой. — М.: ИНФРА-М, 2010. — 784 с.
- Сутырин С. Ф. История экономических учений / С. Ф. Сутырин, М. В. Шишкин, Г. В. Борисов. — М.: Эксмо, 2010. — 368 с.
- Холопов А. В. История экономических учений — М.: Эксмо, 2009. — 464 с.
- Холопов А. В. История экономических учений — М.: Эксмо, 2009. — 464 с.
- Бастиа Ф. Кобден и Лига. Движение за свободу торговли в Англии / Пер. с франц. Ю. А. Школенко. — Челябинск: Социум, 2003. — 732 с. — ISBN 5-901901-10-X.