Иранда ислам
Иранда ислам дәүләт дине булып тора. Иран халҡының күпселеге ислам динен тота. Мосолмандарҙың 90-95 проценты — шиғыйҙар, 5-10 проценты — сөнниҙәр.[1].
Иранда ислам | |
Дәүләт | Иран |
---|---|
Иранда ислам Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәИслам Иранға VII быуатта Ғәрәп яулап алыусылары менән бергә килә. XI быуат аҙағына Иранда йәшәүселәрҙең күпселеге, ислам динен ҡабул итеп, мосолман була[2]. XVI быуатҡа тиклем Иран халҡының күпселеге сөнниҙәр була. 1501 йылда сәфәүиҙәр шәйехе Исмәғил I үҙен Ирандың шаһы тип иғлан итә һәм Сәфәүиҙәр дәүләтен булдыра, ул, исламдың шиғый-ун икеселәр йүнәлеше ул булдырған дәүләттә дәүләт дине булараҡ таныла, тип иғлан итә[3]. Сәфәүиҙәр власы урынлаштырылған бар ерҙә лә сөнниҙәр, шулай уҡ «киҫкен» шиғыйҙар ҡанлы эҙәрлекләүгә дусар ителә[4]. 1698 йылда шығыйлыҡ Иран халҡының күпселегенеңдиненә әүерелә[5]. XX быуаттың беренсе яртыһында Иранда исламдың сәйәсәткә йоғонтоһо бик аҙ була, шаһ Мөхәммәт Риза Пәхләүи бахаи общинаһынан булған этник әҙербайжандарға ҡараған министрҙары ҡатнашлығында ислам йоғонтоһон бөтөрөү буйынса үткәргән Аҡ революция һәм көнбайыш ҡиммәттәрен өҫтөн итеп ҡуйыуы Иран йәмғиәтен һәм 1979 йылдағы Ислам революцияһын радикалләштереүгә килтерә. Иран ислам республикаһы тип үҙгәртелә, һәм Ислам республикаһы Советында власҡа һәм дәүләт башлығы вазифаһына — рахбарға — шиғый-ун икеселәр тәриҡәтенә ҡараған вәкилдәр килә[6].
Халҡы һәм таралыуы
үҙгәртергәИслам динен иранлыларҙың 99,4 проценты тота. Иран мосолмандарының 90—95 проценты — шиғыйҙар, 5—10 проценты — сөнниҙәр. Ирандағы сөнниҙәрҙең күпселеге курдтар, луралар, төркмәндар һәм белуджиҙар. Сөнниҙәр башлыса илдең төньяҡ-көнбайышында, көньяғында һәм көнсығышында йәшәй.[1] Иранда шиғыйҙарҙың күпселеге ун икенселәр йүнәшенә ҡарай.[6]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Ирандағы дин
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 The World Factbook — Central Intelligence Agency (ингл.). www.cia.gov. Дата обращения: 2 март 2017. Архивировано 3 февраль 2012 года. 2012 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ F. Charles Fensham. The Books of Ezra and Nehemiah. — Wm. B. Eerdmans Publishing, 1983-02-24. — 316 с. — ISBN 9780802825278.
- ↑ Taylor & Francis Group. The Middle East and North Africa 2004. — Psychology Press, 2003-10-30. — 1424 с. — ISBN 9781857431841.
- ↑ История Ирана с древнейших времен до конца XVIII века. — Л.: Издательство Ленинградского университета, 1958. — 390 с. .
- ↑ Molavi, Afshin, The Soul of Iran, Norton, 2005, p.170. .
- ↑ 6,0 6,1 Shirin Akiner. The Caspian: Politics, Energy and Security. — Taylor & Francis, 2004-07-05. — 400 с. — ISBN 9780203641675.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Petrushevsky, I. P.,(1985) Islam in Iran, State University of New York Press, ISBN 978-0-88706-070-0
- Foltz, Richard (2013).Religions of Iran: From Prehistory to the Present. London: Oneworld publications. ISBN 978-1-78074-308-0 ISBN 978-1-78074-308-0
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Иран. The World Factbook — Central Intelligence Agency 2012 йыл 3 февраль архивланған.
- Густерин П. Рейтинг исламских государств // Үҙәк Азия.