Ираклий II майҙаны (Тбилиси)
Ираклий II майҙаны (груз. ერეკლე II-ს მოედანი) — Тбилисиҙа, тарихи Иҫке ҡала районындағы майҙан, Ираклий II, Чахрухадзе, Шавтели урамдары менән сикләнә.
Ираклий II майҙаны | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Тбилиси |
Ираклий II майҙаны (Тбилиси) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәҮрге майҙан (Земо) тип аталған.
Батша Ростом үҙенең резиденцияһын бында күсергәндән һуң (XVII быуат}, батша майҙаны тип атала башлай. Һарай ҡаршыһындағы майҙандың өлөшөн оҫтаханалар һәм кибеттәр, кәрәк-яраҡтар һатыу урындары, хәрби музыканттар биләй. 1795 йылда бөтәһе лә ҡаланың фарсы ҡыйралышы ваҡытында юҡҡа сыға
Грузия Рәсәйгә ҡушылғандан һуң (1801), 1809 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1870 йылда) майҙанда губернатор һарайы бинаһы төҙөлә һәм майҙан Губернатор майҙаны тип атала. Губернатор резиденцияһы һаҡланып ҡалған, хәҙер бизнес-үҙәк итеп яңынан төҙөлгән. Бында Б. Иванишвилиның «Грузин хыялы» партияһының штаб-фатиры урынлаша.
XIX быуаттың дүртенсе сирегендә бында Грузия православие сиркәүе иерархтарының резиденцияһы урынлаша һәм майҙан Экзаршеский исемен йөрөтә башлай[1].
Совет осоронда — Август Бебель майҙаны[1].
1956—1957 йылдарҙа археологик ҡаҙыныуҙар майҙанда дүрт мәҙәни ҡатлам аса, уларҙың иң боронғоһо V быуатҡа ҡарай.
Иҫтәлекле урындар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәИоселиани П. И., Описание древностей города Тифлиса, Тфл., 1866
გარეგანი სახე XVIII საუკუნეში, თბ., 1965;
ბერიძე თ., ქსე, ტ. 4, გვ. 181, თბ., 1979
ენციკლოპედია «თბილისი». 2002
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәერეკლე II-ის მოედანი (груз.)