Ионел Истрати (молд. Ionel IstratiIonel Istrati (тыуғанда бирелгән исеме Истра Ион Владимирович молд. Istrati Ion VladimirIstrati Ion Vladimir)[1], 24 декабрь 1990, СССР, МССР, Кишинев) — молдаван йырсыһы һәм композиторы. 2011 йылда Румынияла «Тауыш» таланттар конкурсында ҡатнашҡандан һуң билдәлелек ала[2]

Ionel Istrati

Биографияһы

үҙгәртергә

Йырсы 1990 йылда Кишиневта тыуа, ике йылдан һуң ғаилә Приднестровьеға, Дубоссары районы Цибулевка ауылына күсенә. Ионел Дубоссары гимназияһын һәм фортепиано, аккордеон класы буйынса музыка мәктәбен тамамлай[3]. 2007 йылдан 2009 йылға тиклем Кишиневта Замана фәндәре лицейында уҡый. 2009 йылдан Кишинев Иҡтисади академияһының бизнес һәм администраторлыҡ итеү факультетында белем ала.

Карьераһы

үҙгәртергә

2008 йылда «Бәлки» (молд. «Poate») йырына үҙенең беренсе видеоклибын сығара, ә 2009 йылдың июлендә «Uită-mă» (молд. «Күгәрсен күҙе») исемле икенсе видеоклибы донъя күрә. 2010 йылда йырсы Евровидение конкурсына милли һайлауҙа «Яратам һине» йыры менән үҙен һынай, шул уҡ йылда «Йондоҙҙар фабрикаһы — 2» конкурсында ҡатнаша. 2011 йылда Румынияла «Тауыш» телевизион таланттар шоу-конкурсында ҡатнаша[4].

Клиптары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Официальный сайт, 24 декабря 2011
  2. Ionel Istrati a făcut furori la Vocea României! 2012 йыл 12 май архивланған., 5 октября 2011
  3. Истрати Ионел (билдәһеҙ). Дата обращения: 24 июнь 2013. Архивировано 29 июнь 2013 года.
  4. Биография певца (билдәһеҙ). Дата обращения: 24 июнь 2013. Архивировано 29 июнь 2013 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә