Инөнү
Инөнү (рус. Инёню, төр. İnönü) — үҙәк Төркиә Йөмһүриәтенең Иҫкешәһәр (төр. Eskişehir) провинцияһындағы ҡала һәм район.
Инөнү | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Иҫкешәһәр (провинция) |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 6173 кеше (2022) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 840 ± 1 метр |
Рәсми сайт | inonu.bel.tr |
Городское население | 4399, 5180, 4316, 4196, 4083, 3980, 3959, 3966, 7260, 7006, 6822, 6720, 6634, 6797, 6514, 6355 һәм 6216 |
Сельское население | 4978, 4151, 3267, 3351, 3341, 3248, 3271 һәм 3206 |
Тарихы
үҙгәртергәҠалаға нигеҙ һалыусылар — ҡаланың төньяғында, хәҙер Эсероню тип аталған урындағы колонналарҙың харабаларын өйрәнгәндәге һығымталарға ярашлы — фригиялылар.
Римлеләр Анатолияға күсеп ултырғандан һуң, беҙҙең эраның 395 йылында Византиия империяһына ҡушылған. Византия осоронда ҡаланың Базилика тип аталыуы билдәле.
1921—1922 йылдарҙа Икенсе грек-төрөк һуғышы ваҡытында Инөнү тирәһендә ике ҡаты алыш булған. 1928 йылда Төркиәлә фамилиялар индерелгәс, был алыштарҙа ҡатнашҡан Төркиә ғәскәрҙәре командованиеһы башлығы Исмәт паша үҙе еңеүгә өлгәшкән ҡала хөрмәтенә Инөнү фамилияһын алған.
Инөнүгә район статусы 1987 йылда бирелгән.
Район Истанбул-Анадолу трассаһында, Кютахьянан — 63 саҡрым һәм Бурсанан 120 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ул Иҫкешәһәрҙән 36 саҡрым алыҫлыҡта ята, дәүләт учреждениелары, банкылар, медицина үҙәктәре һәм мәктәптәрҙә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе Иҫкешәһәрҙә йәшәй һәм көн һайын Инөнүгә йөрөп эшләй.
Был Төркиә географияһы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |