Интернет-телевидениеһы
Селтәр-ара протокол телевидениеһы (интернет-телевидение йәки on-line ТВ) киң һыҙатлы тоташыу аша интернет — берләшмәләр аша ике яҡлы цифрлы телевизион сигнал тапшырыуға нигеҙләнгән система. Уны Ip протоколы буйынса кабель операторҙары тарафынан эшләгән IPTV цифрлы телетапшырыу технологияһы менән бутамағыҙ.
Инеш
үҙгәртергәИнтернет-телевидениеһы бер урында тик тормай. Ул яңы үҫеш кимәленә сыҡты. Күптән түгел генә ул ябай халыҡҡа сәйер тойолған интернет-телевидениеһы киң популярлыҡ яулап өлгөрҙө. Ҡулланыусыларҙы интернет киңлектәрендәге телевидениеның контентты һайлау мөмкинлеге күберәк булыуы йәлеп итә. Оҡшаған телетапшырыуҙы теләгән ваҡытта видео кеүек ҡарау өсөн телеканалдың сайтына инеү ҙә етә. Шулай уҡ смартфондар өсөн махсус ҡушымталар ҙа булдырылған. Уларҙың ҡайһыларында донъяның төрлө тарафтарынан меңәрләгән телеканал адрестары базаһы индерелгән (быларҙың күптәре спутниктың суперсистемаһында юҡ), улар шулай уҡ мәле менән яңыртылып, тулыландырылып тора. Әммә традицион интернет-телевидениеһы видео сифаты (битрейт сифаты түбән, ә видеояҙмала 1 секунд эсендәге кадрҙар һаны әҙерәк), сигнал тотороҡлолоғо (буферлаштырыу), телеканалдың гарантияланған тапшырыуҙары буйынса артта ҡала. Шулай уҡ был өлкәлә ҡулланылған торрент-ТВ системаҙында трафик селтәрҙең P2P ҡулланыусылары араһында таратыла. Был сигналдың тотороҡлолоғона һәм һүрәт сифатының яҡшырыуына алып килә. Йөкләү тиҙлеге бер нисә факторға бәйле. Видео ҡарау менән проблемалар килеп тыуған осраҡта тиҙлекте тап шул ҡоролмала үлсәп ҡарар кәрәк. Әгәр тиҙлек 2 Мбпс-тан кәм булһа, интернет-провайдерығыҙҙың ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк (бәлки, һеҙҙең абонент линияһында проблема барҙыр).[1]
Интернет-телевидение мөмкинлектәре
үҙгәртергәИнтернет-телевидение системаһы түбәндәгеләрҙе тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә:
- Һәр ҡулланыусының яҙылыу пакеты менән идара итеү
- Телевидение йөкмәткеһен һәр кимәлдә яҡлау
- MPEG-2, MPEG-4 форматында каналдар трансляцияһы
- Телевизион программалар күрһәтеү
- Телевизион тапшырыуҙарҙы теркәү функцияһы
- Элекке телевизион тапшырыуҙарҙы ҡарау
- Телеканал өсөн реаль ваҡыт режимында пауза функцияһы
- Һәр ҡулланыусы өсөн индивидуаль телеканалдар пакеты
- Сайтта чат аша тамашасылар менән интерактив аралашыу мөмкинлеге
Тармаҡ вәкилдәре
үҙгәртергәКиң билдәле проекттарҙың береһе булып, Skype һәм Kazaa авторҙары Янус Фрис һәм Николас Зенстр эшкәртеүендәге бета-тест стадияһында булған Joost проекты һанала. Ғәҙәти телевидениенан айырмалы рәүештә, ул һүрәтте радиоһы һәм кабель селтәре аша тапшыра, Joost-та трансляция пиринглы технологиялар аша атҡарыла.
Продукттың бета-версияһына киң һыҙатлы ҡушылыу сифатлы картиналы эфир, кабель һәм спутник телеканалдарын ҡарау мөмкинлеген бирә. Joost каналдарында телетапшырыуҙар исемлеге плей-лист формаһында яҙылған. Тулы экранлы интерфейсты ҡулланыу ярайһы уҡ ябай һәм уңайлы.
Joost-та комментарийҙар яҙылған тапшырыуҙарҙы ҡарау мөмкинлеге бар, йәғни ҡулланыусы видеояҙмаларға комментарий ҡалдыра, башҡаларҙың комментарийҙарын, тапшырыуҙар рейтингын ҡарай һәм контентҡа тег ҡуя ала.
Joost онлайн-сервисының конкуренттары ла бар. Улар араһында Babelgum европа peer-to-peer интернет-ТВсервисы, ул шулай уҡ һынау стадияһындағы Zattoo швейцария сервисы бар.
Babelgum үҙәкләштерелмәгән селтәре (пиринглы) телетапшырыуҙары сильвио Скалья (Silvio Scaglia) тарафынан эшләнгән. Babelgum да Joost кеүек үк, бета-версия режимында эшләй.
Joost проектында Янус Фрис һәм Николас Зенстром тарафынан тормошҡа ашырылған был телесеть идеяһы видеояҙмаларҙы күп һанлы компьютерҙар аша өлөшләп тапшырыла, ә программа үҙе ҡабул итеүсе һәм тапшырыусы ролен үтәй.
Babelgum Joost авторҙары идеяһын нигеҙ итеп ала, әммә бынан тыш ул ҡулланыусыларға булған контент нигеҙендә үҙ каналдарын булдырыу мөмкинлеген дә өҫтәй.
Онлайн-телевидениеға ҡыҙыҡһыныу артыуы бер нисә сәбәп менән аңлатыла. Беренсенән, был ҡулланыуҙағы уңайлылыҡ. Икенсенән, рекламаларҙың әҙ булыуы. Өсөнсөнән, кәрәкле тапшырыуҙы ҡарағандан һуң шунда уҡ уны үҙеңә күсереп алыу мөмкинлеге бар. Һәм, ниһайәт, яңы технологияларға ҡыҙыҡһыныу мөһим роль уйнай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Часто задаваемые вопросы . Онлайн ТВ и Радио в TAS-IX!. Дата обращения: 23 июнь 2020. Архивировано 5 июль 2020 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Интернет-телевидение, Компьютер (Тикшерелеү көнө: 10 август 2009)
- "Аналитиктар: Рәсәйҙе Интернет-телевидение бумы көтә», bigfantv.net (Тикшерелеү көнө: 10 август 2009)
- "Телетапшырыуҙарҙың компьютер программаһы. Интернет-телевидение аудиторияһы шартлаусан темптар менән үҫә», Коммерсант (Тикшерелеү көнө: 10 август 2009)
- "Babelgum: Яңы конкурент Joost», CNews (Тикшерелеү көнө: 10 август 2009)