Skype (МФА: [skaɪ̯p]) — ябыҡ кодлы түләүһеҙ проприетар программа тәьминәте, компьютерҙар араһында Интернет аша текслы, тауышлы һәм һынлы элемтә урынлаштыра (IP-телефония), пиринг селтәрҙәре технологияларын, шулай уҡ мобиль һәм стационар телефондар өсөн түләүле хеҙмәттәрҙе лә ҡуллана. 2010 йыл аҙағына 663 млн файҙаланыусыһы була[1]. Программа эшләнмәселәренең күпселеге һәм дөйөм бүлек хеҙмәткәрҙәренең 44%-ы — Эстонияның Таллин һәм Тарту ҡалаларынан[2][3].

Программа конференц-шылтыратыуҙар (инициаторҙы ла һанап, бөтәһе 25 тауыш абоненты), һынлы шылтыратыуҙар (шулай уҡ 10-ға тиклем абонент ҡатнашҡан видеоконференциялар) үткәреү мөмкинлеген бирә, текслы хәбәрҙәр (чат) һәм файлдар тапшырыуҙы тәьмин итә. Һынланышты веб-камеранан да, монитор экранынан да тапшырып була[4], йәнә программаның өҫтәл версияларын файҙаланыусылар һынлы хәбәрҙәр ебәрә һәм ҡабул итә ала.

Mac OS X, iOS, Windows, Linux, Windows Phone, Open webOS, Android, PSP, Maemo, Xbox 360, PlayStation Vita, BlackBerry өсөн Skype программа клиенттары сығарылған. Шулай уҡ Java, Kindle Fire HD һәм Xbox One өсөн версиялар бар, Symbian өсөн дә клиент эшләнгән. Шулай уҡ LG, Panasonic, Philips, Samsung, Sharp, Sony Bravia, Toshiba, Vizio кеүек хәҙерге заман телевизорҙары өсөн Skype менән тоташыу ҡаралған.

Тарихы үҙгәртергә

Skype Technologies компанияһы 2003 йылда швед Никлас Зеннстрем һәм дат Янус Фриис тарафынан ойошторола[5]. Скайп программаһын эшләүҙә эстон программистары Ахти Хейнла, Прийт Казесалу һәм Яан Таллинн ҡатнаша, элгәре улар KaZaA файл алмашыу программаһын ижад иткән.

Программаның тәүге версиялары (0.97, 0.98) 2003 йылдың сентябрь-октябрендә үҙен швед сайты тип танытҡан сайтта барлыҡҡа килә. Программа, ICQ һәм MSN Messenger кеүек мессенджерҙарҙан айырмалы рәүештә,тауышлы бәйләнешкә көйләнгән ябай интерфейслы була. Skype уны ҡуйған мәлдә үк Windows’та торған телде һайлай, логины ла башҡаларҙыҡына ҡарағанда етеҙ була. Был программаны ҡуйыу һәм ҡулланыу ябайлығы уға бик күп файҙаланыусыларҙы йәлеп итә.

1.2 версияһында тәүләп автоматик яуап биреүсе (Voicemail) хасил була, ә 1.3 версияһынан башлап, һәр кем был хеҙмәтте ҡулланмаған файҙаланыусыларға ла хәбәр ебәрә ала. 1.2 версияһында тағы SkypeIn функцияһы барлыҡҡа килә, ул Skype’тағы иҫәп яҙмаһын телефон номерына бәйләй.

1.4 версияһында шылтыратыуҙарҙы Skype’тағы башҡа иҫәп яҙмаларына һәм ябай телефондарға күсереп йүнәлтеү мөмкинлеге тыуа.

2.0 версияһы — һынлы элемтәгә инеү, ә 2.5 SMS ебәреү, SkypeCast ойоштороу (был технология 2008 йылдың 1 сентябренән рәсми һүндерелә) һәм Microsoft Outlook менән ҡушылыу мөмкинлеген бирә.

2007 йылдың мартында 3.1 версияһында SkypeFind сервисы барлыҡҡа килә, ул файҙаланыусыларға фирмалар исемлеге төҙөү һәм уларҙың тасуирламаһын эшләү мөмкинлеген тыуҙыра. Ошо уҡ версияға Skype Prime ҡуйыла. 2007 йылдың авгусында Windows өсөн 3.5 барлыҡҡа килеп, унда файҙаланыусы профилендә видео ҡулланыу, чатҡа һынлы яҙма ҡыҫтырыу, шулай уҡ башҡа файҙаланыусыға йә төркөмгә шылтыратыуҙы йүнәлтеү һәм автоматик ҡабат шылтыратыуҙы көйләү мөмкинлеге була.

2008 йылдың 30 ғинуарында Sony PSP өсөн версия сыға. 2008 йылдың 13 мартында Linux өсөн видеоконференциялы Skype 2.0 сыға. 2008 йылдың 26 декабрендә Nokia Nst-4 өсөн 1.0.0 барлыҡҡа килә.

2009 йылдың 3 февралендә Windows өсөн 4.0 версияһы, 2009 йылдың 31 мартында iPhone өсөн клиент сыға[6]. 2009 йылдың 12 майында конференциялар үткәреү мөмкинлеге бөтөрөлә. 2009 йылдың 9 ноябрендә MS Outlook өсөн инструменттар панеле булдырыла[7]

2010 йылдың 19 февреленән Skype Lite (Java-телефондар өсөн Skype) һәм Windows Mobile өсөн Skype туҡтатыла. 2010 йылдың 2 сентябренән чатта оффлайн-хәбәрҙәр алмашыу булдырыла. 2010 йылдың 5 октябрендә Android өсөн клиент сығарыла. 14 октября 2010 йылдың 14 октябрендә сығарылған 5.0 версияһында Windows өсөн төркөмлө һынлы шылтыратыуҙар мөмкинлеге асыла[8].

2011 йылдың 1 ғинуарында iPhone һәм iPod touch өсөн һынлы клиент версияһы сыға[9].

2011 йылдың 10 майында Microsoft корпорацияһы программаны эшләүсе компанияны $8,5 миллиардҡа һатып ала, ошонан башлап Skype'ҡа бөтә хоҡуҡ Microsoft компанияһына күсә. Windows өсөн 2011 йылдың 16 июнендә 5.3 версияһында Facebook менән интеграция барлыҡҡа килә. 13 сентябрҙәге яңыртыу (5.5.113-тән 5.5.117-гә тиклем) ярҙамында Windows 8 менән эш итеү башлана.

2012 йылдың 23 февралендә Skype яңы рекордты теркәй — селтәрҙә VoIP-сервисында бер юлы 32 млн файҙаланыусы ултыра[10]. 2012 йылдың 23 апрелендә Windows Phone 7 өсөн 3G, 4G һәм Wi-Fi селтәрҙәрендә видео ҡулланыу асыла. 2012 йылдың 25 апрелендә — PlayStation Vita өсөн Skype, 2012 йылдың 14 июнендә Linux өсөн 4.0 версияһы асыла. 13 сентябрҙә сервис Opus аудиокодегына күсә[11]. Windows өсөн 6.0 версияһында (24.10.2012) Facebook йәки Microsoft сервистары аша инеү мөмкинлеге асыла. 29.10.2012 — Windows 8 өсөн программаның махсус версияһы, 11.11.2012 — Windows Phone 8 платформаһы өсөн таныштырыу версияһы, 13.11.2012 — iOS өсөн iPhone 5-кә ҡуйыла торған версия, 10.01.2013 — Outlook почта клиенты менән интеграция яһала.

29.01.2013 Microsoft Windows, Live Messenger'ҙан баш тартып, тулыһынса Skype менән шөғөлләнә башлай. 2013 йылдың1 июленә Android өсөн программа тейәү һаны 100 миллионға етә. 2013 йылдың 13 декабренән Android өсөн Skype'ҡа PiP технологияһы индерелә.

2014 йылдың 7 апрелендә Microsoft Skype TX — Skype базаһында телестудиялар һәм радиостанциялар өсөн махсус мөмкинлек асылыу тураһында иғлан итә[12]. 2014 йылдың 29 апреленән төркөмдәр өсөн һынлы конференциялар түләүһеҙгә әйләнә.

Әйләнеш һәм статистика үҙгәртергә

Йыл Квартал Иҫәп яҙмалары, млн[13][14][15][16][17][18] Селтәрҙәге файҙаланыусылар, млн[источник не указан 1442 дня] Skype эсендәге шылтыратыуҙар, млрд минут SkypeOut шылтыратыуҙары, млрд минут Килем, млн долл.
2005 IV 74,7 10,8
2006 IV 171,2 21,2 7,6 1,5 66
2007 IV 276,3 27,0 11,9 1,6 115
2008 IV 405 36,5 20,5 2,6 145
2009 IV 560
2010 IV 663
2011 IV
2012 IV 160
2013 IV 214
2014 IV

Бер файҙаланыусы берәүҙән артыҡ иҫәп яҙмаһы аса ала.

Skype аша халыҡ-ара тауышлы шылтыратыуҙар күләме бик күп була. Ул тауышлы шылтыратыуҙар трафигы буйынса лидерға әйләнә[19].

Йыл Халыҡ-ара тауышлы шылтыратыуҙар баҙары күләме
2005 2,9 %[20]
2006 4,4 %[20]
2008 8 %[19]
2010 13 %[21]
2011 28 %[22]
2012 34 %[22]

Технология үҙгәртергә

Башҡа бик күп IP-телефония программаларынан айырмалы, мәғлүмәттәр тапшырыу өсөн Skype баштан уҡ үҙәкһеҙ P2P-архитектураһын ҡуллана. Skype файҙаланыусылар каталогы Skype селтәрен файҙаланыусыларҙың компьютерҙарына бүленә, һөҙөмтәлә селтәр, үҙәкләштерелгән серверҙарҙың ҡиммәтле инфраструктураһынан айырмалы рәүештә, бик йылдам киңәйә (тиҫтәләрсә миллион файҙаланыусы).

Skype өсөн берҙән-бер үҙәк элемент — идентификация серверы, унда файҙаланыусыларҙың иҫәп яҙмалары һәм уларҙың контакттар исемлегенең резерв күсермәһе ята. Үҙәк сервер элемтә урынлаштырыу өсөн генә кәрәк.

Тауышлы һәм һынлы бирелмәләрҙе тапшырыу мөмкин тиклем тура башҡарыла[источник не указан 622 дня], мәҫәлән, ике компьютер бер локаль селтәр эсендә булһа, улар араһында Skype аша тоташыу барлыҡҡа килгәс тә (үҙәк узелдар һәм суперузелдар ярҙамында) Интернеттан сығырға була, ә һөйләшеү дауам иттерелә ала.

Skype протоколы ябыҡ һәм документлаштырылмаған, ул Skype программа тәьминәтенең төп нөсхәһе тарафынан ғына ҡулланыла ала.

Тауышлы бирелмәләр тапшырыу үҙгәртергә

Тауышлы чат бер йәки бер нисә файҙаланыусы менән һөйләшергә, шулай уҡ конференц-бәйләнеш урынлаштырырға мөмкинлек бирә.

Skype ҡулланған кодектар (бирелмәләрҙе ҡыҫыу алгоритмы) арҡаһында һәм интернет-тоташыуҙың тейешле тиҙлеге шарттарында (30—60 кбит/с) тауыш сифаты ҡәҙимге телефон бәйләнешендәге кеүек була, тоташыу шарттары һәйбәт булһа — хатта яҡшыраҡ та.

Тоташҡан саҡта ПК араһындағы тауышлы бирелмәләр AES-256 ярҙамында шифрлана, уның асҡысы 1024 битлы RSA асҡысы ярҙамында тапшырыла. Файҙаланыусыларҙың асыҡ асҡыстары системаға ингәндә Skype’тың үҙәк серверы тарафынан 1536 йәки 2048 битлы RSA сертификатын ҡулланып сертификатлана[23].

Тауышлы шылтыратыу һәм Интернетҡа киң һыҙатлы тоташыу ваҡытында инеүсе һәм сығыусы трафик бер төрлөрәк күләмдә тотонола. Суммала трафиктың уртаса күләме 500 кбайт/минут тәшкил итә (10 минут ~ 5 Мбайт; 100 минут ~ 50 Мбайт).

Һынлы бирелмәләр тапшырыу үҙгәртергә

Видео өсөн VP7 (5.5 версияһына тиклем), VP8 һәм H.264 кодектары ҡулланыла. Тотороҡло һынлы элемтә өсөн 200 кбит/с ашыу интернет-тоташыу тиҙлеге кәрәк һәм такт йышлығы 1 ГГц-тан кәм булмаған процессор булыуы яҡшы.

Һынлы шылтыратыуҙа трафик тауышлы шылтыратыуға ҡарағанда 10 тапҡырға артыҡ. Веб-камеранан юғары тиҙлекле шаулы һынлы ағымдар өсөн трафик күләме артығыраҡ булыуы ихтимал. Яҡынса күләм — минутына ~5 Мбайт.

Текслы хәбәрҙәр һәм файлдар ебәреү үҙгәртергә

Skype файҙаланыусыларға текслы хәбәрҙәр менән алмашыу мөмкинлеген дә бирә (IM-чат). Унда төркөмдәр менән текслы чаттар ойоштороп була.

Үҙенең йылмайликтар тупланмаһы бар, тарих һаҡлана (серверҙа, 30 көнгә тиклем). Шулай уҡ IM-чат мөмкинлектәре бар.

Skype’та күләм буйынса сикләүһеҙ файлдар алмашыу мөмкин.

Mac OS өсөн 7.0 һәм Windows 7 өсөн 6.21 версияһынан башлап, Skype программаһы етеҙ хәбәрҙәр яҙғанда тексты форматлау мөмкинлеген бирә[24].

Хәүефһеҙлек һәм бирелмәләрҙе һаҡлау үҙгәртергә

Skype файҙаланыу шарттары шифры сиселгән бирелмәләрҙең селтәр хужаһына (Microsoft), Microsoft йәки аффилирланған компаниялар хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ Интернет селтәре провайдерҙарына билдәле булыу мөмкинлеген күҙҙә тота. Skype серверҙары ебәрелеүсе текстарҙы һәм уларҙағы һылтанмаларҙы спам һәм яуызлыҡтар менән көрәшеү маҡсатында автоматик рәүештә сканлап тора; ҡайһы бер һылтанмаларҙың текстарҙан юйҙырылыуы ихтимал. Ҡулланыу шарттарында шулай уҡ ебәрелеүсе текстарҙың тотоп алыныу һәм ҡулдан эшкәртелеү ихтималлығы ла әйтелә[25][26][27].

Платформалары үҙгәртергә

Linux, Mac OS X, iOS (iPhone, iPod touch һәм iPad), Windows (2000, XP, Vista, 7, 8, Windows Mobile, Windows Phone), PSP, Symbian OS, Java (мобиль телефондарға), Android өсөн Skype версиялары бар.

2010 йылдың февралендә Skype Windows Mobile өсөн клиенттар эшләүҙе һәм уларҙы хеҙмәтләндереүҙе, шулай уҡ Java өсөн Skype Lite эшен туҡтатты. 8.01.2013 Skype Lite клиенттарын хеҙмәтләндереү туҡтатылды[28]. 2014 йылдың йәйендә Symbian OS платформаһындағы ҡоролмалар өсөн Skype эшләмәҫ булды[29].

Хеҙмәттәр үҙгәртергә

Түләүһеҙ хеҙмәттәр
  • SkypeCast (ингл. Skype — VoIP программаһы һәм broadcasting — киң һыҙатлы Интернет, ҡайһы берҙә ҡыҫҡартып «каст» тиелә) — Skype файҙаланыусылар төркөмөндә (150 кешегә тиклем) тауышлы аралашыу төрө. Конференц-шылтыратыуға оҡшаған, ләкин, унан айырмалы, үҙәк сервер аша урынлаштырыла. Хеҙмәтте күрһәтеү туҡтатылған.
  • Skype Voicemail — тауышлы почта. 10.03.2005 эшләтелә башлаған. Файҙаланыусы селтәрҙә булмағанда хәбәр яҙып алына, автояуап эшләй.
  • Skype Me. SkypeMe статусы абунасының бөтә донъянан килгән шылтыратыуҙарға ла асыҡ булыуын күрһәтә. Ул сит телдәрҙә һөйләшеү күнекмәһе алырға теләүселәрҙе генә түгел, яуыз ниәтле кешеләрҙе һәм спамерҙарҙы ла йәлеп иткәнлектән, 4-се версиянан башлап SkypeMe статусы программанан алып ташланған.
Түләүле хеҙмәттәр
  • SkypeOut — телефондарға шылтыратыу. Күп илдәрҙә стационар һәм мобиль телефондарға шылтыратып була. Хаҡы минутлап һанала. Түләүһеҙ номерҙарға шылтыратыу — түләүһеҙ.
  • SkypeIn — онлайн номер. Традицион телефон селтәрҙәренән шылтыратыуҙар ҡабул итеп була.
  • Skype To Go номеры — махсус номер, билдәләнгән тарифтар буйынса, уға теләһә ҡайһы телефондан (стационар йәки мобиль) шылтыратып, башҡа номер менән элемтәгә инеп була, ә хаҡы Skype’тағы иҫәптән түләнә.
Бизнес өсөн хеҙмәттәр

Баҙарҙың корпоратив өлкәһе өсөн Skype SIP Open Beta[30] һәм Skype Connect тигән хеҙмәттәрҙе тәҡдим итә[31]. Файҙаланылған линиялар өсөн түләү айына бер тапҡыр алына.

Гаджеттар һәм тауарҙар үҙгәртергә

Skype үҙ программаһы өсөн төрлө кәрәк-яраҡ етештерә һәм һата. Мәҫәлән, компьютерһыҙ шылтыратыу өсөн RTX Dualphone 3088 сымһыҙ телефоны[32], Skype Freetalk Wireless гарнитураларын — Skype аша аралашыу өсөн USB-тапшырғыслы сымһыҙ ҡолаҡсындар[33], һынлы шылтыратыуҙар өсөн аппаратура (Freetalk Buddy Pack)[34] һәм веб-камералар (Freetalk Connect 2)[35] һатыла.

Тәнҡит үҙгәртергә

  • 2011 йылдың майында Microsoft компанияһы Skype’ты һатып алғанға тиклем, уны йәшерен рәүештә тыңлап булмай, шунлыҡтан уны күп илдәрҙең махсус хеҙмәттәре тәнҡитләй[36]. Шул уҡ ваҡытта сервис үҙе АҠШ һәм Ҡытай файҙаһына шпионлыҡ итеүҙә ғәйепләнә[37]. 2013 йылда шул билдәле була: Рәсәй махсус хеҙмәттәре Skype файҙаланыусыны тыңлап ҡына ҡалмай, уның ҡайҙалығын да билдәләй ала. Skype’тың Ҡытай версияһына клавиатураның ҡайһы төймәләренә баҫҡанды теркәп барыусы ҡуйылған, ул тексҡа тыйыулы һүҙҙәр индереләме икәнен күҙәтә һәм тупланған логтарҙы дәүләт хеҙмәттәренә ебәреп тора[38].
  • Skype етешһеҙлектәренең береһе тип проприетар протокол файҙаланыу һанала, ул асыҡ стандарттар (мәҫәлән, SIP йәки H.323) менән һыйышмай.
  • Мәғлүмәт хәүефһеҙлегенә арналған Black Hat Europe 2006 конференцияһында Skype'ҡа анализ яһала[39]. Һығымталар араһында шундайҙары ла була:
  • программаларҙағы хаталарҙы төҙәтеүгә аяҡ салыусы ысулдар һәм кодты бутау ҡулланылыуы;
  • бирелмәләрҙең даими ебәрелеп тороуы (хатта программа көтөү режимында булғанда ла).
  • Мәҫәлән, 2007 йылда Крис Касперски Skype’ты[40] ябыҡлыҡ, трафиктың йәшертен барыуы, программаларҙағы хаталарҙы төҙәтеүгә ҡаршылыҡ күрһәтеүсе алымдар ҡулланғаны өсөн тәнҡитләй, уныңса, былар сервисты вирустар йөрөтөүсе итеп ҡулланыуға юл аса.
  • 2007 йылдың февралендә Skype’тың ваҡытлы файлдар өсөн каталогта 1.com  файлын яһата торған хатаһы табыла, ул BIOS-та мәғлүмәтте уҡыу мөмкинлеген бирә. Рәсми блогта хәбәр ителеүенсә, быға Skype Extras Manager өсөн EasyBits Software эшләгән хәүефһеҙлек системаһы ғәйепле, ошо юл менән ул инә нигеҙҙең сериялы номерын ҡулға төшөргән һәм һәр компьютерҙы идентификациялауға өлгәшкән[41]. Был система 3.0.0.216 һәм унан һуңғы версияларҙа ҡулланылмай.
  • P2P принцибы буйынса эшләй торған бөтә селтәрҙәр кеүек үк, Skype та вируслы эпидемияларға эләгеп тора. Skype’та һәйләшкәнде тотоп яҙып ала торған зарарлы программалар таралыу осраҡтары билдәле[42].
  • 2011 йылдың 24 майында Mozilla Firefox браузеры ярҙамында бизнес-аккаунтҡа ингәндә «manager.skype.com ғәмәлләшмәгән хәүефһеҙлек сертификаты файҙалана» тигән иҫкәртеү ҡалҡыр булды.
  • 2012 йылдың 14 ноябрендә Skype’тың тауышлы һәм һынлы элемтә сервисында, аккаунт теркәлгән почтаны ғына белгән хәлдә лә, ул аккаунтты ватырға мөмкинлек биргән хәүефле етешһеҙлек табылды[43].
  • 2013 йылдың 18 майында немец тикшеренеүселәре Skype’тың файҙаланыусылар араһында ебәрелеүсе етеҙ хәбәрҙәрҙе анализлауын фашланы[44].
  • 2013 йылдың 11 июнендә Эдвард Сноуден Американың PRISM күҙәтеү системаһы тураһында белдерҙе. Был система Skype файҙаланыусыларҙы күҙәтеп, уларҙың программала нимә тураһында хәбәрләшеүен белеп тороу мөмкинлеген биргән[45][46].

Пасха йомортҡалары үҙгәртергә

Хәбәр тексын йыйғанда бер юлы өс йәки унан күберәк йәнәш төймәгә баҫҡанда әңгәмәләшеүсе ғәҙәттә күренә торған яҙыу ҡәләмен түгел, ә клавиатура буйлап йөрөгән бесәйҙе күрә. Төймәләргә теләһә нисек баҫыуҙы дауам итһәң, ҡәләмде һындырыусы ҡулдар рәсеме килеп сыға.

Skype'ҡа ҡуйылған йылмайликтарҙан тыш, унда бер нисә «йәшерен» йылмайлик бар (ниндәй версия тороуына ҡарап, уларҙың стандарт йылмайликтарҙа булыуы бар). Әгәр программаның көйләүҙәрендә хәбәрҙәр тәҙрәһендә шрифтты Comic Sans'ҡа үҙгәртһәң, тәҙрә аҫтындағы йылмайликтар төймәһендәге йылмайлик моңһоуға әйләнә (Windows өсөн 5.5-се версия).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Skype grows FY revenues 20 %, reaches 663 mln users. .
  2. Skype employees 2011 йыл 29 сентябрь архивланған..
  3. Microsoft confirms takeover of Skype. bbc.com (10 May 2011). Проверено 6 ноября 2012.
  4. Screen sharing 2011 йыл 29 август архивланған. (англ.
  5. Интервью с Джошем Сильверманом. Ведомости (13.04.2010). Проверено 28 ноября 2012. .
  6. Вышел Skype для iPhone.
  7. Skype Email Toolbar Beta
  8. Morfling.
  9. Новая версия Skype позволяет совершать видеозвонки с iPhone 4 через Wi-Fi и 3G 2012 йыл 27 ғинуар архивланған.. iXBT (1 января 2011). Проверено 1 января 2011. Архивировано из первоисточника 25 августа 2011.
  10. Очередной рекорд Skype — 32 млн пользователей одновременно в сети 2016 йыл 8 март архивланған.
  11. Skype переходит на аудиокодек Opus с «кристально чистым звуком» 2012 йыл 15 сентябрь архивланған.. Хакер (13 сентября 2012). Проверено 13 сентября 2012. .
  12. Skype in Media — Skype TX(недоступная ссылка)
  13. eBay Inc. reports third quarter 2006 results 2018 йыл 28 ғинуар архивланған..  ??? (???). Проверено ???. Башланғыс сығанаҡтан 2011 йылдың 25 авгусында архивлаштырылған.
  14. eBay Inc. reports first quarter 2007 results 2011 йыл 25 август архивланған..  ??? (???). Проверено ???. Башланғыс сығанаҡтан 2011 йылдың 25 авгусында архивлаштырылған.
  15. eBay Inc. reports first quarter 2008 results 2011 йыл 15 июнь архивланған..  ??? (???). Проверено ???. .
  16. Skype is the limit thanks to recession (недоступная ссылка с 14-05-2013 (751 день) — история)
  17. Skype fast facts Q4 2008.  ??? (???). Проверено ???. .
  18. Skype facts Q1 2009.  ??? (???). Проверено ???. .
  19. 19,0 19,1 «Skype is largest international voice carrier, says study» 2011 йыл 1 май архивланған.
  20. 20,0 20,1 «International carriers' traffic grows despite Skype popularity» 2010 йыл 24 март архивланған.
  21. "Skype Commands 13 Percent of International Phone Calls.
  22. 22,0 22,1 The Bell Tolls for Telcos?
  23. What type of encryption is used? 2009 йыл 15 май архивланған. (недоступная ссылка с 14-05-2013 (751 день) — история) Skype Technologies, 2006
  24. Форматирование текста в чате Skype.
  25. 8.
  26. Busted: Microsoft intercepts, decrypts, and reads your Skype messages // Ventureboat Security, May 20, 2013: "Skype currently uses 256-bit AES encryption to secure communications between users, which is considered very secure.
  27. Skype с заботой о пользователе — Microsoft читает всё, что вы пишете? // 3d news, 17.05.2013 : "Представитель Skype, в свою очередь, сослался на политику защиты информации, согласно которой допускается автоматизированное сканирование мгновенных и SMS-сообщений на предмет «выявления возможного спама и/или определения URL-адресов, которые были ранее отмечены, как связанные со спамом, мошенничеством или фишингом».
  28. The Skype Community — Ошибка подключения к Skype серверу.
  29. Прекращение поддержки для Symbian OS.
  30. Skype для SIP Open Beta.
  31. Skype Connect. 2011 йыл 2 сентябрь архивланған.
  32. Skype Shop — Телефон RTX Dualphone 3088 2009 йыл 12 июнь архивланған. (недоступная ссылка с 14-05-2013 (751 день) — история)
  33. Skype Shop — FREETALK® Freedom Wireless (Беспроводные наушники с передатчиком) 2009 йыл 8 август архивланған.
  34. Skype Rates | Cheap International Calls 2009 йыл 12 август архивланған.
  35. Skype Rates | Cheap International Calls 2009 йыл 11 июнь архивланған.
  36. Атака на Skype, Берд Киви // Компьютерра № 11 (775), 31 марта 2009
  37. Skype обвиняют в шпионаже за пользователями 2009 йыл 27 ноябрь архивланған. // CyberSecurity.ru, 02.10.2008
  38. Серьгина Е., Никольский А., Силонов А.
  39. Philippe BIONDI, Fabrice DESCLAUX.
  40. Skype: скрытая угроза 2014 йыл 30 ғинуар архивланған. Хакер, 8 июня 2007; опубликовано с изменениями в бумажной версии: Как Крис надругался над Skype 2014 йыл 10 февраль архивланған., Хакер № 100 "Skype — это чёрный ящик с многоуровневой системой шифрования, напичканной антиотладочными приёмами исполняемого файла, считывающий с компьютера конфиденциальную информацию и передающий её в сеть по закрытому протоколу.
  41. Skype Extras plug-in manager 2008 йыл 19 октябрь архивланған. (англ.
  42. В Интернете опубликованы исходники трояна, перехватывающего звонки Skype 2009 йыл 2 сентябрь архивланған. // CyberSecurity.ru, 29.08.2009
  43. Технологии: В Skype обнаружили критическую уязвимость // Lenta.ru, 2012-11-14
  44. Skype’s ominous link checking: Facts and speculation // H Security, Jürgen Schmidt, 17 May 2013
  45. Glyn Moody.
  46. Ryan Gallagher. http://www.slate.com/blogs/future_tense/2013/06/13/nsa_surveillance_leaks_suggest_microsoft_may_have_misled_public_on_skype.html  (англ.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сайттар һәм ресурстар
Мәҡәләләр
Күҙәтеүҙәр