Индиги́рка (саха Индигиир) — Саха Республикаһының төньяҡ-көнсығышындағы йылға.

Индигирка
саха Индигиир
Характеристика
Оҙонлоғо 1726 км
Бассейн 360 000 км²
Һыу сығымы 1570 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Халкан һырты
 · Бейеклеге ≈792 м
 · Координаталар 63°06′41″ с. ш. 144°11′07″ в. д.HGЯO
Тамағы Көнсығыш Себер диңгеҙе
 · Бейеклеге 0 м
 · Координаталар 71°26′44″ с. ш. 150°51′39″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Көнсығыш Себер диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Якутия
РДҺР 18050000112117700035295
Индигирка (Якутия)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Индигирка Викимилектә

Гидроним

үҙгәртергә

Гидроним нигеҙендә эвен ырыу атамаһы ята: индигир — «инди ырыуы кешеләре» (-гир эвен телендә күплек суффиксы)[1]. XVII быуат урыҫ документтарында Индигерь, Индигирь, шулай уҡ Көнбайыш Колыма тип аталған[2].

География

үҙгәртергә
 
Усть-Нера янында

Оҙонлоғо — 1726 км, бассейн майҙаны — 360 мең км². Тамағында йыллыҡ һыу сығымы 58,3 км³ тәшкил итә.

Халкан һыртының төньяҡ битләүҙәрендә башланған Туора-Юрях (Хастах, Халкан йәғни Калкан —  251 км)[3] һәм Тарын-Юрях (63 км)[4] йылғаларының ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Индигирка һәм Туора-Юрях йылғаларының дөйөм оҙонлоғо 1977 км тәшкил итә[3][5][6]. Үрге ағымында Инигирка йылғаһы Оймякон таулығында, төньяҡ-көнбайышҡа табан аға, артабан төньяҡҡа боролоп Черский һыртын киҫеп үтә. Һуңынан йылға уйһыулы тигеҙлек буйлап аға. Тамағынан 130 км алыҫлыҡта Индигирка дельта (майҙаны 5500 км²) барлыҡҡа килтереп тармаҡтарға бүленә. Көнсығыш Себер диңгеҙенә ҡоя.

Төп ҡушылдыҡтары: һулдан — Куйдусун, Кюэнте, Эльги, Селеннях, Уяндина, Аллаиха, Бёрёлёх; уңдан — Нера, Мома, Бадяриха.

Йылға буйындағы иң ҙур тораҡ пункттар: Оймякон, Усть-Нера, Хонуу, Белая Гора, Чокурдах.

Мома тамағынан алып суднолар йөрөшлө (1134 км). Төп пристандәре: Хонуу, Дружина, Чокурдах, Табор. Индигирка бассейнында алтын ятҡылыҡтары күп. Балыҡ тотоу кәсебе үҫешкән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Индигирка
  2. Справочный энциклопедический словарь. — Санкт-Петербург, 1847. — Т. 5. — С. 105.
  3. 3,0 3,1 Государственный водный реестр: Хастах (Торо-Юрях, Туора-Юрях, Калкан). государственного водного реестра. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  4. Государственный водный реестр: Тарын-Юрях). государственного водного реестра. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  5. Большие реки России 2010 йыл 21 сентябрь архивланған.
  6. Государственный водный реестр: Индигирка. государственного водного реестра. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  • Рудич К. Н. Горы и ущелья Индигирки / Академия наук СССР. — М.: Наука, 1973. — 96 с. — (Настоящее и будущее Земли и человечества). — 22 000 экз. (обл.)
  • Рудич К. Н. Река, разбудившая горы / Академия наук СССР. — М.: Наука, 1977. — 160 с. — (Научно-популярная серия). — 34 700 экз. (обл.)
  • Панков А. С. Оймяконский меридиан. — М.: Мысль, 1979. — 176 с.
  • Чикачёв А. Г. Русские на Индигирке: Историко-этнографический очерк / Отв. ред. д-р филол. наук А. И. Фёдоров; Рецензенты: д-р ист. наук Н. А. Миненко, кандидаты ист. наук Ф. Ф. Болонев, Ф. И. Зыков. Институт истории, филологии и философии; Сибирское отделение АН СССР.. — Новосибирск: Наука, Сибирское отд-ние, 1990. — 192 с. — (Страницы истории нашей Родины). — 25 000 экз. — ISBN 5-02-029623-6. (обл.)

Топографик карталар

үҙгәртергә
устье р. Гусиная
R-55-V,VI
полярн. ст. Новая Деревня
R-56-I,II
Полярное
R-55-XI,XII
Чокурдах
R-55-XV,XVI
Ойотунг
R-55-XVII,XVIII
Нычалах
R-55-XXI,XXII
Полуосный
R-55-XXVII,XXVIII
Абый
R-55-XXXI,XXXII
Белая Гора
R-55-XXXIII,XXXIV
Q-54-V,VI
Q-55-I,II
Q-54-XI,XII
Q-54-XVII,XVIII
Q-54-XXIII,XXIV
Q-54-XXIX,XXX
Q-54-XXXV,XXXVI

Һылтанмалар

үҙгәртергә


  Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ