Ингигерда

Бөйөк кенәз Ярослав Мудрый ҡатыны

Ингиге́рда (швед. Ingegerd Olofsdotter, Боронғо рус дәүләтендә Ирина, ин. Анна, 1001(1001), Сигтуна, Швеция — 10 февраль 1050), йәки 10.02.1056 — Киевтың бөйөк княгиняһы — Киев кенәзе Ярослав Мудрыйҙың икенсе ҡатыны, Швецияның тәүге христиан короле Олаф Шётконунг менән королевы Эстрид Ободритская (Астрид, швед. Estrid) ҡыҙы[6], Киевтың бөйөк кенәздәре Изяслав Ярославич, Святослав Ярославич һәм Всеволод Ярославичтың әсәһе[7]. Рус православие сиркәүендә монахиня Анна Новгородская булараҡ билдәле, хәтер көнө: Юлий календаре буйынса 10 (23) февраль һәм 4 (17) октябрь (улы кенәз Владимир Ярославич менән).

Ингигерда
швед. Ingegerd Olofsdotter
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Титул шаһбикә[d]
Тыуған көнө 1001[1]
Тыуған урыны Швеция
Вафат булған көнө 10 февраль 1050
Вафат булған урыны Бөйөк Новгород
Ерләнгән урыны Софийский собор[d]
Атаһы Олаф Шётконунг[d][2][3][4][…]
Әсәһе Эстрид Ободритская[d][5]
Бер туғандары Астрид Олафсдоттир[d], Анунд Якоб[d] һәм Эмунд Старый[d]
Хәләл ефете Ярослав Владимирович Мудрый[2][3][4][…]
Балалары Елизавета Ярославна[d][5], Анастасия Ярославна[d][5], Анна Ярославна[d][5], Изяслав Ярославич[d], Святослав Ярославич[d], Всеволод Ярославич[d][5], Игорь Ярославич[d], Владимир Ярославич[d], Вячеслав Ярославич[d], Илья Ярославич[d] һәм Агата[d]
Нәҫеле Мунсё[d]
Һөнәр төрө великий князь
Статус канонизации святой[d]
Праздник святого 10 февраль[2][4] һәм 4 октябрь[2][3][4]
 Ингигерда Викимилектә
Алексей Транковский. Ярослав Мудрый и шведская принцесса Ингигерда

Уның дәүләт эштәренә лә ҡағылышы булғандыр, тип фаразлана. Бигерәк тә Төньяҡ Европа илдәре, Полоцк кенәзлеге менән бәйләнештәрҙә һиҙелерлек роль уйнаған. Киевта тәүге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн Изге Ирина монастыренә нигеҙ һалған.

Биографияһы

үҙгәртергә

Ингигерда, Швеция принцессаһы, Норвегия короле Олаф II-гә кейәүгә сығырға тейеш булған — был 1017 йылғы Уппсалалағы тинг ҡарары буйынса Швеция менән Норвегия араһындағы солохтоң гарантияһы була. Туй ике дәүләттең сигендә Эльв йылғаһы буйында булырға тейеш булһа ла, 1018 йылдың көҙөндә килгән Олаф II бында бер кемде лә тапмай. Швециянан килгән хәбәр буйынса, Олаф Шётконунгҡа йәй үк Новгородтан "Конунг Ярицлейв"тан яусылар килгән һәм швед короле ҡыҙын Новгород кенәзе, Рустең буласаҡ хакимы (Киевтың бөйөк кенәзе) Ярослав Владимировичҡа (Ярослав Мудрый) кейәүгә биргән. Олаф II Ингигерданың һеңлеһе Астридты ала.

Новгородҡа Ингигерда 1019 йылдың йәйендә килә.

«Изге Олаф тураһындағы сагалар» (Снорри Стурлусон) буйынса, никах килешеүе буйынса Ингигердаға Альдейгаборг ҡалаһын (1703 йылға тиклем Ладога, хәҙерге Иҫке Ладога ауылы) яҡын тирәләге ерҙәре менән бирәләр, А. М. Шёгрен фаразлауы буйынса, шул осорҙан башлап, Ингерманландия, йәки Ингрия (Ингигерда ере, фин телендә — «Инкеринмаа»), Ладогаға (Альдейгаборг) ярл (посадник) итеп Ингигерданың үтенесе буйынса әсәһенең туғаны, Вестергётланд ярлы Рёгнвальд Ульвссон ҡуйыла[8][9].

«Эймунд тураһындағы сагала» Ингигерданың бирнәһе тураһында бер ни ҙә әйтелмәй, унда тик ярл Ронгвальд Альдегиоборгта Ярослав менән Брячислав араһындағы килешеү буйынса ҡала тиелгән.

Новгородта Ингигерда көнсығыш христиандары сиркәүенә Ирина исеме алып күсә (Ингигердаға оҡшаш яңғырай).

Ингигерда Ярославтың икенсе ҡатыны була, сөнки 1018 йылда Польша короле Болеслав I Ҡурҡмаҫ Ярославтың ҡатынын һәм һеңлеләрен Польшаға мәңгелеккә алып китә[10]. Тикшеренеүселәр фекеренсә, бәләкәй саҡта уҡ үлеп ҡалған Илья Ярославич Ярославтың тәүге ҡатынынан булырға тейеш.

Һаҡланып ҡалған материалдар буйынса, Ярослав менән уның йәш ҡатыны оҙаҡ ҡына ваҡыт килешеп китә алмай. Хатта Ингигерда бер тапҡыр иренә үпкәләп, үҙе менән килгән дружинаны алып, кире ҡайтып китергә лә уҡтала. Ләкин Ярослав үҙ хатаһын таный, ҡатындың бөтә теләген дә үтәргә әҙер икәнен белдерә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Ярослав Владимирович ҡатынына үҙ биләмәләрендә һөйгәне, Норвегия короле Олаф менән осрашырға ла мөмкинлек биргән, тип яҙылған.

Шәжәрәһе

үҙгәртергә
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Эрик Анундсон
 
 
 
 
 
 
 
Бьёрн Эриксон
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Эрик VI (король Швеции)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Олаф (король Швеции)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Скоглар-Тосте
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Сигрид Гордая
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ингигерда
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
король ободритов
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Эстрид Ободритская
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 

Дәүләт эштәрендәге роле

үҙгәртергә

Ингигерда дәүләт эштәрендә ҙур ғына роль уйнағандыр тип фаразлана. "Эймунд тураһында сага"ла Ярослав уны Брячислав Изяславичҡа ҡаршы ғәскәр башына ҡуйып ебәрә тиелгән. Һуңыраҡ, әсиргә эләккәс, үҙ теләге буйынса булмаһа ла кенәздәр Ярослав менән Брячислав арһында солох урынлаштырыусы булараҡ сығыш яһай. Һуңыраҡ та улар араһында тыуған низағтар ваҡытында Ингигерда улар өсөн ғәҙел ҡарар сығарыусы хөкөмдар булып тора.

"Эймунд тураһында сага"ла әйтелгәнсә, Улафтың улы ярл Регнвальд менән конунг Эймундты үлтерергә тырышыуҙа ҡатнаша. Был үлтереүҙән алда Эймунд уның тураһында шулай ти:

  …— Мин уға ышанмайым, сөнки ул Конунгтан (Ярислейфтан = Ярославтан) аҡыллыраҡ, ләкин уның менән һөйләшеүҙән баш тартмайым  

Тикшеренеүселәр фекеренсә, Ингигерда үҙе менән Новгородҡа тәржемәселәр, китаптар алып килә. Һуңыраҡ Ярославҡа монета системаһын индереү кәрәклеген кәңәш итеүсе, тип уны атайҙар.

Ингигерда (Ирина) балаларын Скандинавия телдәренә өйрәткән, тип иҫәпләйҙәр. Уларҙың төрлө ил хакимдары менән туғанлашыуы ла Ингигерданың тәьҫирендә барғандыр тигән фараз йәшәй.

Балалары

үҙгәртергә

Уландары

үҙгәртергә
  • Владимир Ярославич, Новгород кенәзе.
  • Изяслав I Ярославич, Польша короле Мешко II ҡыҙы Гертрудаға өйләнә.
  • Святослав II Ярославич, ике никахтан 5 улы ҡала, герман принцессаһы Ода Леопольдовна уның ҡатыны булған тигән фараз да бар.
  • Всеволод Ярославич, грек (Византия) императоры ҡыҙы Анастасияны (бәлки исеме Мария булғандыр), Владимир Мономахтың атаһы.
  • Вячеслав Ярославич, Германия короле Ода Леопольдовнаны(графиня фон Штаден, йәки Бабенберг) ала тигән фараз бар[11].
  • Игорь Ярославич, Германия принцессаһы Кунигундаға өйләнә (графиня Орламиндская).
 
Анна, Анастасия, Елизавета һәм Агата
  • Елизавета Ярославна (кейәүҙә — Эллисава) Норвегия короле Харальд Ҡурҡмаҫ ҡатыны.
  • Анастасия Ярославна (кейәүҙә — Агмунда) короля Венгрия короле Андраш I ҡатыны.
  • Анна Ярославна, Франция короле Генрих I ҡатыны[12]. Францияла ул Анна (Агнесса) Киевская һәм Анна (Агнесса) Русская исеме менән йөрөтөлә.
  • бер фараз буйынса Агата Киевская.

Генеалогияның бәхәсле урындары

үҙгәртергә
  • Ярослав Мудрый тураһындағы мәҡәләне ҡара.

Ингигерда (княгиня Ирина) — донъялыҡта булған вазифаларын үтәгәндән һуң (хәләл ефете вафат булғандан һуң) монастыргә киткән тәүге кенәз ҡатыны. 1054 йылда бөйөк кенәз Ярослав Владимирович вафат булғандан һуң, монастыргә киткән. Унан һуң ошо йолаға әйләнә — тол ҡалған кенәз ҡатындары монастыргә китергә тейеш була.

1056 (1050?) 10 февралендә Новгород ҡалаһында вафат булған. Ярослав Мудрый менән Ирина бергә Изге София соборында ерләнгән тигән фекер йәшәй. Тик ,ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, уларҙың һөйәктәре Киевта ла, Новгородта ла табылмаған тип иҫәпләнә.

1991 йылда Новгородтағы Ярослав менән Ингигерда нигеҙ һалған, уны төҙөткән Изге София соборын христиандарға кире ҡайтарып биргәс, бында диндарҙар Изге Анна (Ингигерда, Ирина) һөйәктәренә яңынан табына башлай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #131870068 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Анна (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1900. — Т. 2. — С. 155.
  3. 3,0 3,1 3,2 Анна, святые русские (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. АндреевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. Ia. — С. 791—792.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 А. П. Анна, Анна (святые) (урыҫ) // Православная богословская энциклопедия: А — АрхелаяСПб.: 1900. — Т. 1. — С. 790—791.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Kindred Britain
  6. Анна ( Ярослав Мудрыйҙың ҡатыны) // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  7. Анна (имя жен и дочерей русских князей и государей) // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  8. Джаксон Т. Н. О Скандинавских браках Ярослава Мудрого и его потомков // сайт «Россия в красках»
  9. Карамзин Н. М. ИСТОРИЯ ГОСУДАРСТВА РОССИЙСКОГО. — Т. 2, гл. II. // Проект «Хронос»
  10. Карпов А. Ю. Ярослав Мудрый.
  11. Назаренко А. В. О династических связях сыновей Ярослава Мудрого. Отечественная история / РАН. Ин-т рос. истории. — М.: Наука, 1994. — N 4-5.\\Проект «Хронос»
  12. Анна Ярославна // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.

Һылтанмалар

үҙгәртергә