Ингеборга Норвежская

Ингеборга Норвежская (швед. Ingeborg Håkansdotter, норв. Ingebjørg Håkonsdatter; 1301 — 17 июнь 1361) — Норвегия принцессаһы, кейәүҙә — швед герцогиняһы. Хакон V Норвежскийҙың ҡыҙы. 1319—1327 йылдарҙа Норвегия регенты советында тора һәм Норвегия һәм Швеция короле улы Магнус Эрикссондың сабый сағында 1319—1326 йылдарҙа Швеция регенты советында тора. 1318—1319 йылдарҙа Швецияның де-факто хакимәһе[4], 1319—1326 йылдарҙа Швеция тарихында беренсе де-юре регент-ҡатын-ҡыҙ була[5].

Ингеборга Норвежская
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Норвегия
Титул герцог[d]
Тыуған көнө 1301[1][2][3][…]
Тыуған урыны Норвегия
Вафат булған көнө 17 июнь 1361[1]
Атаһы Хакон V Святой[d]
Әсәһе Евфимия Рюгенская[d]
Бер туғандары Агнес Хаконардоттир[d]
Хәләл ефете Эрик Магнуссон[d] һәм Кнуд Порс[d]
Балалары Магнус Эрикссон[d] һәм Евфимия Шведская[d]
Нәҫеле дом Сверре[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы регент[d]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Ингеборга Норвежская Викимилектә
 
герцогиня Ингеборга мисәте

Ингеборга Хакон V Норвегия короленең Евфимия Рюгенская менән никахтан берҙән-бер законлы ҡыҙы була. Бала сағында ул Швеция короле Биргер Беренсенең улы һәм вариҫы Магнус Биргерсон менән никахлашҡан була. Оҙаҡламай йәрәшеү сәйәси сәбәптәр арҡаһында өҙөлә, ә 1305 йылда ул Седерманланд герцогы, король Биргерҙың кесе ҡустыһы һәм уның тәүге кейәү егетенең ағаһы Эрик менән никахлаша. 1312 йылда Ингеборга һәм Эрик рәсми рәүештә өйләнешәләр.

Ул бик йәш була, әммә тәүге иренән 1316 һәм 1317 йылда, ире, герцог Эрик 1318 йылда тиклем үлтерелгәнгә тиклем ике бала табып өлгөрә. Уның улы Магнус Эрикссон өс йәшендә Норвегия короле тип иғлан ителә, ә идара итеү йүгәне Ингеборгаға тапшырыла. Ун ете йәшендә Ингеборга Норвегияла үҙенең улының регенты булып китә.

Тиҙҙән швед дворянлығы Биргерҙы ҡолатып төшөргәндән һуң Швеция короле итеп йәш король Магнусты ҡуя, ә Ингеборга Швецияның исемле регенты була һәм Швеция хөкүмәтендә урын һәм тауыш ала. Уның титулы: «Ингеборга, Хакон ҡыҙы, алланың рәхмәте менән, Швеция короллеге герцогиняһы» кеүек яңғырай. Ләкин реаль власть нигеҙҙә швед короллегенең ике юғары офицерында туплана. Герцогиня Ингеборганың резиденцияһы һәм һарайы Варбергта урынлаша.

1327 йылда Ингеборга икенсе тапҡырға үҙенең һөйәре Кнуд Порсҡа, король даирәһенән булмаған дворянға кейәүгә сыға (1330 йылда үлә). Ул ваҡытта Кнудҡа Халланд герцогы булырға һәм Ингеборганың мираҫ имениеларына хужа булырға рөхсәт итәләр, уның ошо никахы сәбәбе буйынса шведтар, шулай уҡ норвегиялылар Ингеборгаға был короллектең хөкүмәттәрендә үҙ власын ҡулланырға мөмкинлек бирмәй. Үҙ һәм Кнуд ҡулына идараны алыу маҡсаты менән ойошторолған заговоры фаш ителгәндән һуң, ул Норвегияла (1321 йылда) һәм Швецияла (1323 йылда) үҙ власын һәм регент вазифаһын юғалта. Шуға ҡарамаҫтан, ул Швецияның номиналь регенты булып ҡала һәм 1326 йылға тиклем советта үҙ урынын һаҡлап алып ҡала һәм парламентта үҙ урыны була.

1329 йылда ире Эстонияның герцогы булып тәғәйенләнә, әммә Ингеборга 1330 йылда тол ҡала. Уның кесе улдары Халландтың герцогтары була. 1332 йылда уның өлкән улы бәлиғ була, һәм Ингеборга Сконе өҫтөнән (ваҡытлыса) швед идараһын тәьмин итә. 1350 йылда ул Халланд герцогияныһ булып, кесе улдарынан титул һәм вазифа мираҫ итеп алып ҡала.

Ингеборга 1366 йылда 65 йәшендә вафат була.

Ғаиләһе һәм балалары

үҙгәртергә

1 -се ире — Эрик Магнуссон, Седерманланд герцогы

  • Магнус Эрикссон, Норвегия һәм Швеция короле (1316—1374)
  • Евфимия Шведская, Мекленбург герцогиняһы (1317—1370 йылдар тирәһе)

2 -се ире — Кнуд Порс, Эстония һәм Халланд герцогы

  • Хакон, Халланд герцогы (1350 й. үлгән)
  • Кнуд, Халланд герцогы (1350 й. үлгән)
  • Бригитта, Джон Хафторссонда кейәүҙә, балалары булған[6]

Ата-баба

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Ingeborg (швед.) — 1917.
  2. Ingeborg Norjalainen // Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  3. Lundy D. R. Ingeborg Haakonsdottir, Princess of Norway // The Peerage (ингл.)
  4. Jacob Truedson Demitz Throne of a Thousand YearsISBN 91-630-5030-7, Ludvika & Los Angeles 1996 p. 27
  5. Grethe Authén Blom Norsk Historisk Tidskrift Oslo 1981 s. 425
  6. Dronning Margrete: Valdemar danekonges datter : hendes ungdom
  • Den svenska historien. Medeltid 1319-1520 (Stockholm:Bonniers 1966), s. 14-18
  • Nordberg, Michael. I kung Magnus tid. — Norstedts (инг.)баш., 1995. — ISBN 91-1-952122-7.
  • Jerker Rosén : Den svenska historien 2. Medeltiden 1319-1520 (1966)
  • Nationalencyklopedin, Bokförlaget Bra Böcker AB, Höganäs (1992)