Имән (Ростов өлкәһе)
Имән (Ростов өлкәһе) — регион кимәлендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы. Рәсәйҙең уникаль ағастары исемлегендә № 195 номер менән тора. Йөҙйәшәр (оҙон ғүмерле) ағас (123 йәш).
Был имән Ростов өлкәһе Морозовский районының Трофименков утары биләмәһендә үҫеп ултыра. Утар Костино-Быстрянское ауыл биләмәһенең составына инә һәм унан 15 км алыҫлыҡта ята. Имән кеше эшмәкәрлеге тәьҫиренә бирелмәгән. Йөҙ йәштән олораҡ ағастар — оҙон ғүмерле ағастар иҫәпләнеп, «йөҙйәшәр ағастар» исемлегенә инеп китәләр. Һаман да әуҙем тереклеге һәм тәбиғәттәге әһәмиәте менән, баһалап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә булып торалар.
Киң йоморо сатыры, 15 см оҙонлоғондағы ябай, ситтәре уйып алынған япраҡтары менән үҙе бер йәм булып, балҡып ултыра. Ҡабығы ҡара-һоро төҫтә, борғосланып торған тәрән буй-буй бураҙналар һәм арҡыры ярыҡтар менән сырмалған.
Емештәре — оҙонсай йомро (оваль) формалағы сәтләүектәр. Бер нисәүһе бергә, оҙон һапта ултыралар. Сәтләүектәре 3,5 см тирәһе ҙурлыҡта, һап яғынан осо (1/5 өлөшө) йомро һауыт эсендә ултыра.
Һүрәтләмә
үҙгәртергә- Олононоң 1,3 м бейеклектәге күләме = 2 м 80 см
- Олононоң муйынтыҡтағы (в шейке ствола) күләме = 4 м 40 см
- Бейеклеге = 12,5 м
- Йәше = 123
- Төр исеме : Имән, (Дуб черешчатый) — Quercus robur
Йөҙйәшәр ағастың тарихы
үҙгәртергәБорондан дон казактары йылға буйҙарына килеп урынлашҡандар. Каяле (ныне река Быстрая) йылғаһы ярындағы Трофименков хуторы ла бик боронғоларҙан һанала. Ивановтарҙың хужалығы ла нәҫелдән-нәҫелгә улдарына күсеп килгән. Ғәиләләре бик күренекле казактар затынан булған. Данлыҡлы баҡсасылар булғандар. 1876 йылда Ивановтарҙың Спиридон исемле улы тыуа. Спиридондың 12 балаһы була. Өлкән ҡыҙы Клавдияны 15 йәшендә Золотовский Яковҡа кейәүгә бирә. Улының был иҫтәлекле көнөнә арнап, ҡоҙаһы Стефан Демьянович имән ағасы ултырта.
Бөйөк Ватан һуғышында имән зыян күрмәй. Һәйбәт һаҡлана. Тик йылдар ғына олонона үҙенең мөһөрөн баҫа. Золотовскийҙар ғәиләһенең тарихы һәм иҫтәлеге булып бөгөн дә үҫеп ултыра. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа хутор халҡы күсеп китеп бөтә. Имәнде лә бер аҙға онотоп торалар. Даны, «Ағастар- тәбиғи ҡомартҡылар» тигән Бөтә Рәсәй программаһы арҡаһында ҡалҡып сыға.
Хәҙер имәнде тәрбиәләп кенә тоталар. Кәртәләп алғандар. Ботаҡтарына терәү ҡуйылған. Яраларын таҙалап, дауалап торалар. Ярыҡтарын, өңөлгән ерҙәрен ямағандар. Закон менән һаҡлана. Региондың айырым һаҡлана торған тәбиғи объекты булып тора.
Өҫтәлмә материал
үҙгәртергәСертификацион комиссия, «Ағастар — тәбиғи ҡомартҡылар» тигән бөтә Рәсәй программаһында тикшереп, сайттағы ғаризаны раҫлай www.rosdrevo.ru. Тәүге этапта был иҫтәлекле ағасты № 195 номеры менән «Рәсәйҙең йөҙйәшәр уникаль ағастары» исемлегенә индерәләр. Йәшен, тарихи ваҡиғалар менән бәйләнешен, исемен, номерын, һүрәтләмәһен биреп, алтаҡта ҡуялар.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Губанов И. А. и др. Quercus robur L. — Дуб черешчатый // Иллюстрированный определитель растений России. В 3 т. — М.: Т-во науч. изд. КМК, Ин-т технолог. иссл, 2003. — Т. 2.
- Покрытосеменные (двудольные: раздельнолепестные). — С. 34. —проф. ДГЛИ Овсянников Г. Ф.
- Лиственные породы. Пособие для учащихся и лесных специалистов. — Владивосток: ОГИЗ-2001.
- Газета «САДОВОД» № 12, 2011 г.
- Лащинский Н. Н. Деревья — долгожители. М: Просвещение 2009 г.
- Назаров К. Л. Определение возраста лиственных деревьев. М: «Колос»2009 г.
- Сазонов А. М. Породы лиственных деревьев. М: Просвещение 2010 г.
- Растительный мир Земли. — М.,2009. 286с.