Император вальсы

1948 йылда экранға сыҡҡан режиссёр Билл Уайлдерҙың кинофильмы.

«Император вальсы» (ингл. The Emperor Waltz) — 1948 йылда экранға сыҡҡан режиссёр Билл Уайлдерҙың кинофильмы. Таҫма «Оскар» премияһының ике номинацияһына — иң яҡшы фильм музыкаһы һәм төҫлө фильмда иң яҡшы костюмдар өсөн (Эдит Хэд һәм Джил Стил), шулай уҡ иң яҡшы америка мюзиклы өсөн АҠШ сценаристары Гильдияһы премияһы номинацияһына лайыҡ була.

Император вальсы
The Emperor Waltz
Жанр

романтик мелодрама кинокомедия
музыкаль фильм

Режиссёр

Билли Уайлдер

Продюсер

Чарльз Брэкетт

Сценарий
авторы

Чарльз Брэкетт
Билли Уайлдер

Төп
ролдәрҙә

Бинг Кросби
Джоан Фонтейн

Оператор

кинооператор Джордж Барнс

Композитор

Виктор Янг

Хореограф

Билли Дэниел

Кинокомпания

Paramount Pictures

Оҙайлығы

106 мин.

Бюджет

4 млн $

Ил

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Тел

инглиз телендә
немец телендә

Йыл

1948

IMDb

0040317

Фильмдағы ваҡиғалар XX быуат башында Австро-Венгрия империяһында бара. Америка коммивояжёры Вёрджил Смит яңы асышын — фонографын — императорға һатыу өмөтө менән Венаға килә, һәм шуның менән уның популярлығын тәьмин итергә теләй. Император һарайының ҡабул итеү бүлмәһендә Вёрджил үҙенең пуделе Шахерезада менән император пуделдәренең береһенең «туйын» атҡарыу тураһында килешергә килгән йәш графиня Йоханна Августа Франциска фон Штолценберг-Штолценбергты осрата. Тоҡомһоҙ америка эте Баттонс һәм Шахерезадның бәрелеше аңлашылмаусанлыҡҡа алып килә, һөҙөмтәлә Вёрджилды һарайҙан ҡыуалар. Әммә ул моңаймай һәм императорҙың ҡала ситендә урынлашҡан резиденцияһы Тиролгә китә. Шул уҡ ваҡытта Шахерезаданың нервы өйәнәге кисергәне асыҡлана, һәм «эттәр буйынса психоаналитик» доктор Цвибак, пуделдең ҡурҡыуын таратыр һәм күңелендә тынғы тергеҙер өсөн Баттонс менән тағы бер тапҡыр осрашырға кәңәш итә. Был графиняны Вёрджил менән осрашыу эҙләргә мәжбүр итә, һөҙөмтәлә Шахерезада ғына тынысланып ҡалмай, Йоханна үҙе лә американлыға ғашиҡ була…

  • Бинг Кросби — Вёрджил Смит
  • Джоан Фонтейн — Йоханна Августа Франциска
  • Роланд Калвер — барон Голения
  • Люсиль Уотсон — принцесса Битоцка
  • Ричард Хэйдн — император Франц-Иосиф
  • Гарольд Вермилия — Чамберлен
  • Зиг Руман — доктор Цвибак

Һылтанмалар

үҙгәртергә