Иммигранттар ҡунаҡханаһы

Аргентинаның Буэнос-Айрес портында 1906 һәм 1911 йылдар араһында төҙөлгән

Иммигранттар ҡунаҡханаһы

Иммигранттар ҡунаҡханаһы
Рәсем
Дәүләт  Аргентина
Административ-территориаль берәмек Буэнос-Айрес
Каталог коды 300186[1]
Архитектор Johannes Kronfuss[d]
Архитектура стиле бозар[d]
Рәсми асылыу датаһы 1911
Дни работы Tuesday to Sunday[d]
Мираҫ статусы национальный памятник Аргентины[d][2]
Адрес Avda. Antártida Argentina 1355
Почта индексы C1104ACA
Рәсми сайт argentina.gob.ar/interio…
Карта
 Иммигранттар ҡунаҡханаһы Викимилектә

«Hotel de Inmigrantes» (Иммигранттар ҡунаҡханаһы) — Аргентинаның Буэнос-Айрес портында 1906 һәм 1911 йылдар араһында, Аргентинаға донъяның төрлө өлөштәренән килгән күп мең иммигранттарҙы ҡабул итеп, ярҙам итеү маҡсатында төҙөлгән биналар комплексы. Отель 1953 йылда эштән туҡтай, һәм 1995 йылда милли ҡомартҡы тип иғлан ителгән һәм хәҙерге ваҡытта унда «Милли иммиграция музейы» һәм «Трес-де-Фебреро Милли университеты музейы» (MUNTREF), ул шулай уҡ «Заман Сәнғәте Үҙәге» атамаһы менән билдәле.

Комплекс

үҙгәртергә

Биналар Пуэрто-Мадеро ҡалаһының Дарсена Нортеһы (Төньяҡ причал) янында урынлашҡан. Улар бөйөк европа миграцияһы тулҡыны дәүерендә Аргентинаға яңы күсеп килеүселәргә караптан төшөү, медицина ярҙамы, урынлашыу һәм эш эҙләү хеҙмәттәрен күрһәткән. Иммигрант эш тапҡансы торлаҡ бушлай бирелгән. Шул уҡ ваҡытта В иммигрантҡа ярҙам йөҙөнән эш эҙләү һәм артабан эш урынына барыу яғынан консультация үткәрелгән. Төҙөлөш Йәмәғәт хеҙмәттәре министрлығы контроле аҫтында 1906 йылда «Удина һәм Моска» компанияһы тарафынан алып барылған. Эштәр үҙенсәлекле тәртипкә ярашлы алып барылған; иң кәрәкле биналар: тәүҙә килеп төшөүселәр өсөн тәғәйенләнгән зал, артабан мәшғүллек бюроһы, хакимиәт, дауахана һәм, иң ахырҙа, торлаҡ биналары төҙөлгән. Эш йылдам алып барылған мәлдә иммигранттар яҡындағы «Ла Ротонда де Ретиро» тип аталған, хәҙер Ретиро тимер юл станцияһы урынлашҡан иҫке биналарҙа йәшәүен дауам иткән.

Килеп төшөүселәргә тәғәйенләнгән зал

үҙгәртергә

Караптарҙан төшөү процесы иммиграция чиновниктары командаһының, иммигранттарҙың документтарын тикшереү маҡсатында яңы килгән судноның бортына күтәрелгәндән башлана. Медицина тикшеренеүҙәре лә врач тарафынан судно бортында үткәрелгән. Йоғошло сирҙәре, психик ауырыуҙан интеккән, зәғиф йә 60-тан өлкән иммигранттарға ил биләмәһенә инеү тыйылған. Багажды тикшереү шуның өсөн махсус тәғәйенләнешле урында, ангарҙа, ойошторолған.

Эшкә урынлашыу бюроһы

үҙгәртергә

Иммигранттарға эш табып биреү һәм, транспорт табып, яңы эш урынына илтеү бюроның бурысы булып торған.

Идара яйлап үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтә барған һәм 1913 йылдан башлап ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәләрен ойошторған һәм ир-ат иммигранттарҙы уларҙы ҡулланыу серҙәренә өйрәткән. Телдән тәржемә эшләүселәр табылған, Аргентина тормошоноң төрлө аспекттарын аңлатҡан әңгәмәләр ойошторолған һәм шәхси танытмалар әҙерләнгән. Был бина комплексҡа инеү урыны булған, һәм тап ошонан комплекс менән идара итеү ҙә, бөтә ил буйынса иммиграцияны планлаштырыу һәм идара итеү тормошҡа ашырылған. Беренсе ҡатта иммигранттарға аҡса алмашыуҙа ярҙам күрһәтерлек Аргентина Милли банкыһының бүлексәһе урынлашҡан.

Дауахана

үҙгәртергә

Ул замандың иң алдынғы медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән госпиталь күсеп килеүселәргә, оҙаҡ диңгеҙ сәйәхәте, бортта насар ашау һәм хәйерселек эҙемтәләре менән бәйле, сирлеләргә ярҙам күрһәткән.

Йылғаға параллель рәүештә урынлашҡан торлаҡ йорттоң оҙонлоғо 100 м һәм киңлеге 26 м, һәм Аргентинала тимер-бетон ҡулланып төҙөүҙең иң иртә өлгөһө булып тора. Бина дүрт ҡатлы, һә һәр бер ҡатта һәр береһе 250 кешегә иҫәпләнгән дүрт номер, һәм был ҡунаҡхана дөйөм алғанда 4000 кеше һыйҙырышлы.

Күсеп килеүселәрҙе ҡарауылсылар йоҡоһонан бик иртә уятҡан. Иртәнге аш кофе, yerba maté һәм ҡунаҡхана мейестәрендә бешерелгән икмәктән торған. Иртәнсәк ҡатын-ҡыҙҙар йортэштәре менән шөғөлләнгән: кер йыуа торған бүлмәләрҙә кер йыуғандар, бала баҡҡандар. Ир-аттар, эш эҙләү маҡсатын менән Мәшғүллек бюроһы тупһаһын тапаған.

Ҡунаҡханала төшкө аш ваҡытында, бер ултырғанда 1000 кеше тамаҡ ялғаған. Ҡыңғырау тауышы яңғыраһа, иммигранттар беренсе ҡатта ашханаға инеү урынында йыйылған, шунан өҫтәл артына ултырып үҙенә тейгән өлөштө ашаған. Төшкө ашҡа ғәҙәттә ҙур тәрилкә аш, артабан итле рагу, паста йәки дөгө тәҡдим ителгән. Көндөҙгө сәғәт 3-тә балаларға төштән һуңғы сәй биргәндәр; киске 6-нан башлап киске аш ашағандар, киске 7-лә генә ятаҡтар асылған.

Килгән иммигранттарға, ирекле рәүештә инеп-сығып йөрөү, ҡала менән танышыу мөмкинлеге менән номер биргәндәр. Биш көн дауамында торлаҡ түләүһеҙ бирелә, әммә күскенсе сирләгән һәм эше булмаған саҡта торлаҡты бушҡа биреү оҙонайтылыуы мөмкин булған.

Хәҙерге көндә

үҙгәртергә

Ҡунаҡхана 1953 йылдан бирле эшләмәй, ләкин ул саҡта виза эшләү урыны итеп файҙаланылған. 1995 йылда ул Аргентинаның Милли тарихи һәйкәлдәр исемлегенә индерелгән. Бөгөн бында «Иммиграцияның Милли музейы» (инглиз телендә: National Museum of Immigration) урынлашҡан. Бында халыҡҡа ҡунаҡхананың көндәлек тормошона бағышланған даими фотографиялар һәм экспонаттар бар. Аргентинаға килеүсе иммигранттарҙың үткән юлына иғтибар итеүселәргә мәғлүмәт базаһына инеү рөхсәт ителә.

Bahia Blanca портында был ҡалаға караптарҙа килгән иммигранттар өсөн шул уҡ атамалы һәм Иммигранттар ҡунаҡханаһы кеүек эш башҡарған башҡа биналар комплексы ла бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Ҡалып:Портал / Аргентина

  • Аргентинаға бөйөк европа иммиграция тулҡыны
  • Аргентинаға иммиграция

Әҙәбиәткә һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. https://www.sinca.gob.ar/
  2. https://www.argentina.gob.ar/interior/migraciones/museo/el-hotel