Имам Али мәсете (ғәр. حرم الإمام علي‎), шулай уҡ Али төрбәһе булараҡ билдәле — мәсет Ираҡта, Ән-Нәжәф ҡалаһында урынлашҡан. Шиғыйҙарар инаныуы буйынса мәсет Әҙәм һәм Нух пәйғәмбәрҙәр ҙә ерләнгән урын булып тора.

Имам Али мәсете
ғәр. حرم الإمام علي‎‎
Нигеҙләү датаһы 977
Рәсем
Нигеҙләүсе Азуд ад-Доуле[d]
Дәүләт  Ираҡ
Административ-территориаль берәмек Ән-Нәжәф
Архитектура стиле Сефевидская архитектура[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Category:Burials at Imam Ali Mosque[d]
Карта
 Имам Али мәсете Викимилектә

Мәсет башта иран хакимы Азуд әд-Доуле тарафынан төҙөлә һәм яҡынса 977 йылда хәҙрәте Али ибн Әбү Талип ерләнгән урын өҫтөндә асыла. Яна һәм 1086 йылда яңынан төҙөлә, 1358 йылда һәм XVI—XVII быуаттың беренсе яртыһында яңынан төҙөлә[1].

Мәсеттә XVIII быуаттың беренсе яртыһында Нәдир шаһ бойороғо менән яҙылған төрки телендәге шиғыр бар[2][3].

Яңы тарихы

үҙгәртергә

1991 йылдың мартындағы ихтилал ваҡытында унда йәшеренгән шиғый оппозиционерҙарын штурмлағанда Сәддам Хөсәйендең гвардеецтары имам Али мәсетенә ныҡ зыян килтерә. Һуңынан ул ике йыл дауамында, рәсми рәүештә ремонт өсөн ябыла.

Ираҡ һуғышы мәлендә мәсет янында бер нисә террористик акт эшләйҙәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Эн-Наджаф // Шервуд — Яя [Электронный ресурс]. — 2017. — С. 393. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 35). — ISBN 978-5-85270-373-6.
  2. Tourkhan Gandjei, The Turkish inscription of Kalat-i Nadiri, Wiener Zeitschrift für die Kunde des Morgenlandes, Vol. 69 (1977), pp. 45-53
  3. Надписи на тюркском в Келатской крепости (первое) и мечети имама Али (второе). Дата обращения: 31 декабрь 2016. Архивировано 1 ғинуар 2017 года.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә