Илья Чавчавадзеның йорт-музейы (Сагурамо)

Илья Чавчавадзеның йорт-музейы — атаҡлы шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре Илья Чавчавадзе Грузияның хәҙер курорт ҡасабаһы булып торған Сагурамола төҙөткән йорт, милли ҡомартҡы. Ҡасаба илдең Мцхета-Мтианети төбәгендә урынлашҡан. Йорт-музейға Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән.

Тарихы үҙгәртергә

Мемориаль музей 1951 йылда асылған.

Йорт кирбестән һәм суйырташтан төньяҡтан ике ҡатлы итеп һалынған, ә көньяҡтан — өс ҡатлы, был урындағы рельеф менән бәйле. Шағир уны ҡатыны Ольга Гурамишвили өсөн 1895 йылда һалдыртҡан.

Музейҙа даими экспозиция ойошторолған, унда шағирҙың шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, 19-сы быуат грузин мәҙәниәте ҡомартҡылары, сит илдәрҙән килтерелгән сәнғәт әҫәрҙәре һаҡлана.

Илья Чавчавадзе вафат булғандан һуң уның ҡатыны Ольга Гурамишвили йортто белем биреү йәмғиәтенә ҡулланырға тапшыра, мәктәп эшләй башлай, ә артабан ауыл хужалығы учреждениеһы итеп тотонола.

Йорт-музей комплексы биләмәһендә парк һәм йөҙөм баҡсаһы, шулай уҡ ярҙамсы ҡоролмалар бар[1][2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Дом-музей Ильи Чавчавадзе (Сагурамо) [1]
  • კატეგორია:ეროვნული მნიშვნელობის კატეგორიის კულტურის უძრავი ძეგლები Рубрика: недвижимые памятники культуры государственного значения [2]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Джавахишвили Н. «Из истории истории Ильи Чавчавадзе» «Новые и новейшие проблемы истории» N1 с. 13-21 — Тбилиси, 2017 ISSN1512-3154

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Музеям Ильи Чавчавадзе присвоен статус памятников культуры 2019 йыл 27 июль архивланған.
  2. Джавахишвили Н. «Из истории истории Ильи Чавчавадзе» «Новые и новейшие проблемы истории» N1 с. 13-21 — Тбилиси, 2017 ISSN1512-3154