Илфаҡ (исем)

башҡорт ир-ат исеме

Илфаҡ — төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ингән ир-ат исеме. Төрки халыҡтарҙан татарҙар был исемде ҡуша.

Илфаҡ

Этимологияһы

үҙгәртергә

Илфаҡ исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә килгән. Төрки, фарсы теленән неологизм булараҡ ингән, илдең, халыҡтың пак, саф кешеһе (илпак) тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Смаҡов Илфаҡ Мөжип улы (2 ғинуар 1940 йыл — 27 май 1993 йыл) — йырсы, 1963—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961).

Мөхәммәт Мырҙа, ысын исеме Илфаҡ Мырҙамөхәмәт улы Ибраһимов — татар шағиры, Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе (2005-2012). 2012-2013 йылдарҙа «Ысын мираҫ» (хәҙерге «Беҙҙең мираҫ») журналының, 2014-2010 йылдарҙа «Ҡазан уттары» журналының баш мөхәррире. 2011 йылдан Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

Ибәтуллин Илфаҡ Ғаян улы (30 март 1990 йыл) — көрәшсе һәм билбау көрәшсеһе, билбауҙа көрәш буйынса рәсәй чемпионы, билбау көрәше буйынса рәсәй чемпионаты призёры, Көмөш билбау көрәше буйынса донъя чемпионы, Рәсәйҙең спорт мастеры.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ