Илдең коды

ҡыҫҡа хәрефле йә цифрлы географик кодтар (геокодтар)

Илдең кодтары — ҡыҫҡа хәрефле йә цифрлы географик кодтар (геокодтар); мәғлүмәттәр эшкәрткәндә һәм коммуникацияларҙа илдәрҙе һәм бойондороҡло территорияларҙы билдәләү өсөн эшләнгәндәр. Бер нисә төрлө система сығарылған, улар араһында иң билдәлеһе — ISO 3166-1.

Илдең коды
Представляет Ил
Идентифицирует Ил
 Илдең коды Викимилектә

Был стандарт донъяның күпселек илдәре һәм бойондороҡло территориялары өсөн кодтарҙы билдәләй:

  • ике хәрефле (ISO 3166-1 alpha-2),
  • өс хәрефле (ISO 3166-1 alpha-3) һәм
  • өс урынлы цифрлы (ISO 3166-1 numeric) код.

Ике хәрефле кодтар башҡа ҡайһы бер кодтар өсөн нигеҙ итеп ҡулланыла, мәҫәлән:

Башҡа ҡулланылыштарҙы ISO 3166-1-ҙә ҡарағыҙ.

Рәсәй Федерацияһында һәм ҡайһы бер БДБ илдәрендә ГОСТ 7.67-94 халыҡ-ара стандарты ҡулланыла. «Илдәр атамалары кодтары» 7.67.ГОСТ-ы стандарты ил атамаларының хәрефле һәм һанлы билдәләрен кодлаштыра, улар мәғлүмәт эшкәртеүҙең, һаҡлауҙың һәм алмашыуҙың төрлө системалары өсөн берҙәм булып тора. Шулай уҡ кодтар төҙөүҙең берҙәм ҡағиҙәләрен сығара. ISO 3166-88 «Илдәрҙең атамаларын белдереү өсөн кодтар» ISO 3166-88 стандартының тәржемәһе булып тора.

Әлеге ваҡытта 2005 йылдың 1 ғинуарында ғәмәлгә индерелгән ГОСТ 7.67-2003 стандарты эш итә.

Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡтың 2001 йыл 14 декабрҙә сыҡҡан 529-ст ҡарары (1/2003, 2/2003, 3/2004, 4/2004, 5/2005 һанлы үҙгәрештәр менән) менән 2001 йылда Дөйөм Рәсәй донъя илдәре классификаторы ғәмәлгә инә (MK (ИСО 3166) 004-97) 025—2001 (ОКСМ).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә