Ике ҡатлы Ахалшени күпере

Викидатала элемент тултырылмаған

Ике ҡатлы Ахалшени күпере — ысын мәғәнәһендә Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы. Цалка муниципалитетының Ахалшени ауылында урынлашҡан.

Күпер ике ҡаттан тора. Ул яҫы таштан төҙөлгән. Күпер уртаһында ҙур тәпәш пирс урынлашҡан. Йылғаның ҡаршы яғында конус һымаҡ контрфорстар бар. Күперҙең йөрөй торған өлөшө һуйырташ менән түшәлгән.

Ахалшени күперенә 2006 йылдың 30 мартында Грузияның мәҙәниәт, спорт һәм ҡомартҡыларҙы һаҡлау министрлығы тарафынан мәҙәни ҡомартҡы статусы, ә шул уҡ йылдың 7 ноябрендә Грузия президентының 665-се указына ярашлы милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡылар категорияһы бирелә[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә