Ике ҡабырсаҡлы моллюскылар
Ике ҡабырсаҡлы моллюскылар, йәки Пластинкалы айғолаҡлылар (лат. Bivalvia, (рус. Двустворчатые) — тәндәре ике яҡтан ялпаҡ һәм ҡуш ҡабырсаҡтар ярҙамында һаҡланған (тышҡы һөлдә), кәүҙә һәм аяҡтан ғына торған, (баштары юҡ), бик яй хәрәкәтсән моллюскылар класы.
Ике ҡабырсаҡлы моллюскылар | |||||||||||||||||
«Acephala», Геккель, Эрнст Генрих иллюстрацияһы Kunstformen der Natur (1904) | |||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||
| |||||||||||||||||
Аҫҡы синыф | |||||||||||||||||
|
Вәкилдәренә киң билдәле как устрицалар, мидиялар, дингеҙ тараҡтары (морские гребешки) инә.
Башҡа моллюскаларҙан айырмалы булараҡ, Bivalvia синыфының башы һәм радулаһы (аҙыҡты ваҡлау торған ағза) юҡ. Пластинкалы айғолаҡтары ныҡ үҫешкән, айғолаҡтар һулыш алыу фукнцияһын һәм һыуҙағы аҙыҡ киҫәктәрен фильтрлау функцияһын үтәй. Туҡланыу тибы буйынса был класс вәкилдәренең барыһы тиерлек —һөҙгөстәр (фильтраторы).
Күпселек ике ҡабырсаҡлы моллюскылар ләмгә күмелеп тереклек итә.Был уларҙы диңгеҙ төбөндәге йыртҡыстарҙан һаҡлай. Бик әҙҙәре генә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа йөҙөп алырға һәләтле (мәҫ. морские гребешки). Дөйөм алғанда эске һәм тышҡы төҙөлөштәре әкрен генә хәрәкәт итеүгә йәки бөтөнләй грунтҡа беркетелеп йәшәүгә ҡулайлашҡан.
Ер йөҙөнөң бөтә урындарында тоҙло һәм сөсө һыуҙа йәшәйҙәр.Ҡайһы берҙәренең ҡабырсаҡтары мәрүәт (перламутр) һәм ынйы бирә торған ике ҡабырсаҡлы моллюскылар йәки ҡусҡарҙар [1].
Ике ҡабырсаҡлылар синыфының иң кескенә төрҙәре, кәүҙә оҙонлоғо 20 мм-ға (йыш ҡына 5 мм) ҡәҙәр етә. Ҡабырсағы оҙонса түңәрәк йәки овалыраҡ. Ағым һәм тороҡ һыуҙарҙа таралған.
Башҡортостандың сөсө һыуҙарында . ике ҡабырсаҡлы моллюскылар синыфынан тешһеҙ ҡусҡар һәм перловица тереклек итә.
Тешһеҙ ҡусҡар
үҙгәртергәТешһеҙ ҡусҡар(Беззубка обыкновенная европейская, лат.Anodonta cygnea) — Ике ҡабырсаҡлы моллюскылар класы (Bivalvia), Унионида ғәиләһе (Unionidae) Тешһеҙ ҡусҡарҙан аҫғәиләһе (Anodontinae) вәкиле.
Этимология
үҙгәртергәЛатынса, урыҫса һәм башҡортса атамалары ла ҡабырсаҡтарында бикләүсе (замковые зубы) булмауҙан килеп сыҡҡан.
Тешһеҙ ҡусҡарҙың йәшәү мөхите һәм төҙөлөшө
үҙгәртергәЛәмле тупраҡҡа яртылаш күмелеп, һыу төбөндә йәшәй. Тешһеҙ ҡусҡарҙың оҙонса түңәрәк формалы ҡабырсағы 10 см самаһы оҙонлоҡта. Ҡабырсаҡтың алғы өлөшө бер аҙ йоморо, ә артҡы өлөшө саҡ ҡына ослайып тора.
Ҡабырсаҡ симметриялы ике уң һәм һул ҡапҡастарҙан тора.
Ике ҡапҡастан торған барлыҡ ҡабырсаҡлы моллюскыларҙы ике ҡапҡаслы моллюскылар тип атайҙар.
Ҡапҡастар һығылмалы тығыҙ бәйләүес ярҙамында арҡа яғында бер-береһенә тоташҡан. Ҡапҡастар ҡорһаҡ яғында асыла ала. Барлыҡҡа килгән ярыҡ аша моллюскының аяғы тышҡа һонола ала.
Тешһеҙ ҡусҡарҙың башы булмай. Тешһеҙ ҡусҡарҙың аяғы алға һонолған мускуллы үҫенте формаһында. Хәрәкәт иткәндә, тешһеҙ ҡусҡар аяғын алға һуҙа һәм уның менән тупраҡҡа йәбешә, шунан тәнен тартып ала. Шул рәүешле тешһеҙ ҡусҡар 1— 2 см-лы ваҡ аҙымдар менән, сәғәтенә ни бары 20— 30 см алға күсергә һәләтле.
Ҡурҡыныс янағанда тешһеҙ ҡусҡар ул аяғын тиҙ генә ҡабырсаҡ эсенә тартып ала һәм ябыусы мускулдар ярҙамында ҡабырсағын ныҡ ябып ҡуя. Мускулдар йомшарғанда, ҡапҡастар һығылмалы бәйләүес хәрәкәтенән аҫтан асылып китә.
Тешһеҙ ҡусҡарҙың ҡабырсағы эзбиздән тора. Тышҡы яҡтан ул йәшкелт көрән төҫтәге мөгөҙ һымаҡ матдә менән ҡапланған. Ҡабырсаҡтың эске йөҙө йәйғор төҫөндә емелдәп торған асыҡ төҫтәге перламутр ҡатлауы менән ҡапланған. Тешһеҙ ҡусҡарҙың перламутр ҡатлауы йоҡа. Ә ҡайһы бер башҡа моллюскыларҙа иһә, мәҫәлән, перловица менән ынйы ҡусҡарында, ул байтаҡ ҡалыныраҡ була. Бындай ҡабырсаҡтарҙы төймәләр эшләү өсөн файҙаланалар.
Тешһеҙ ҡусҡарҙың кәүҙәһе ҡабырсаҡтың артҡы өлөшөндә урынлашҡан. Унан мантияның ҡапҡастарға тейеп тороусы һарғылт ал төҫтәге ике тире бөрмәһе айырылып китә. Улар араһында мантия ҡыуышлығы барлыҡҡа килә. Унда ике яҡтан — айғолаҡтар, уртала аяҡ урынлашҡан.
Туҡланыуы
үҙгәртергәҒәҙәттә тешһеҙ ҡусҡарҙың ҡабырсағында артҡы өлөшө аҙыраҡ асыҡ була. Унан ике бәләкәй тишек — сифондар күренеп тора. Сифондар мантия ҡыуышлығына тоташа.
Айғолаҡтар һәм мантия бөрмәләренең эске яғы керпексәләр менән ҡапланған. Керпексәләр бер туҡтауһыҙ хәрәкәттә була. Улар һыуҙы аҫҡы сифон аша эскә һура. Һыу ағымы бөтә мантия ҡыуышлығы буйлап үтә һәм сифон аша сығып китә.
Һыу менән бергә унда йәшәгән төрлө ваҡ организмдар — иң ябай хайуандар һәм ваҡ һыу бөрсәләре килеп инә. һыу ағымы уларҙы хайуан кәүҙәһенең аяҡтары төбөнә яҡын урынлашҡан ауыҙға индереп ебәрә. Ауыҙҙан аҙыҡ артабан аш һеңдереү системаһына барып эләгә.
һулыш алыуы
үҙгәртергәТешһеҙ ҡусҡарға аҙыҡ килтереп тороусы һыу ағымы шулай уҡ моллюскының һулыш алыуын да тәьмин итә. Айғолаҡтарға һыуҙан кислород инеп тора. Ә һыуға углекислый газ бүленеп сыға.
Нервылар системаһы
үҙгәртергәТешһеҙ ҡусҡарҙың нервылар системаһы өс пар нервы төйөнөнән тора Улар бер-береһенә тоташтырғыстар аша ҡушылған. Уларҙан ағзаларға нервылар китә.
Тешһеҙ ҡусҡарҙың махсус һиҙеү ағзалары юҡ.
Ҡан тамырҙары системаһы
үҙгәртергәҠан тамырҙары системаһы йомоҡ түгел.Ҡан тамырҙарҙан тән ҡыуышлығына сығып эске ағзаларҙы (лакундарҙы) йыуып үтә. Йөрәктәре арҡа яғында урынлашҡан. Бер ҡарынсыҡтан һәм ике йөрәк алдынан тора.
Ҡарынсыҡтан ҡеүәтле алғы һәм артҡы аорталар китә. Улар артерияларға тармаҡлана. Уларҙан ҡан (гемолимфа)тән ҡыуышлығына сығып ағзалар аша үтә һәм кислородты ағзаларға тарата.
Алғы артерия эсәк өҫтөнөн үтә һәм эске ағзаларҙы ҡан менән эске ағзаларҙы, аяҡ һәм мантияның алғы өлөшөн тәьмин итә. Артҡы артерия эсәкле аҫтынан үтә һәм артҡы мантия артерияларына тармаҡлана. Артабан веноз ҡан йөрәк аҫтындағы лакунда йыйыла һәм унан айғолаҡ артерияларына йүнәлә. Унда кислородҡа байып артериаль ҡан йөрәккә килә. Айғолаҡтан китеүсе ҡан тамырҙарына, айғолаҡтарҙы урап үтеп бөйөрҙәргә бара торған ҡан да килеп ҡушыла. Унда ҡан матдәләр алмашыныу продукттарынан арына, таҙарына.
Ике ҡабырсаҡлы моллюскыларҙың ҡарында, ғәҙәттә һулыш пигменттары булмай. Тик , Arcidae һәм Limidae ғәиләләренә ҡараған вәкилдәренең ҡан плазмаһында эрегән хәлдә гемоглобиндары була .Ике ҡабырсаҡлы йыртҡыс моллюск Poromya ҡанында гемоглобин булған ҡыҙыл төҫтә амёбоциттары бар
Үрсеүе
үҙгәртергәТешһеҙ ҡусҡарҙар — айырым енесле хайуандар. Әммә ата ҡусҡарҙар тышҡы күренештәре менән инә ҡусҡарҙарҙан айырылмай.
Йомортҡалар мантия ҡыуышлығында, айғолаҡтарҙа өлгөрә. Йомортҡанан сыҡҡан личинкалар (глохидиялар) өҫкө сифон аша һыуға ебәрелә. Бында улар йәбешкәк ептәре (биссус ептәре) йәки ҡабырсаҡтарындағы ваҡ тештәр ярҙамында балыҡтың тиреһенә йәбешә ала.
Балыҡтың тәнендә шеш барлыҡҡа килә, уның эсендә моллюскы үҫешен дауам итә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, моллюскы балыҡтың тиреһен йыртып сыға һәм һыу төбөнә төшә.
Ошондай үҫеш ысулы арҡаһында, тешһеҙ ҡусҡарҙар бик таралып тереклек итә ала.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Шарова И. Х. Зоология беспозвоночных. — М.: Владос, 2002. — 592 с. — ISBN 5-691-00332-1.
- Догель В. А. . Зоология беспозвоночных. 7-е изд. — М.: Высшая школа, 1981. — 614 с.
- Рупперт Э. Э., Фокс Р. С., Барнс Р. Д. . Зоология беспозвоночных: функциональные и эволюционные аспекты. — М.: Издательский центр «Академия», 2008. — Т. 2. — 448 с. — ISBN 978-5-7695-3495-9.
- Пименова И. Н., Пименов А. В. . Зоология беспозвоночных. Теория. Задания. Ответы. — Саратов: Лицей, 2005. — 288 с. — ISBN 5-8053-0308-6.
- Евсеев Г. А., Яковлев Ю. М. . Двустворчатые моллюски дальневосточных морей России. — Владивосток: Институт биологии моря, 2006. — 120 с.
- Атлас двустворчатых моллюсков дальневосточных морей России / С. Е. Поздняков. — Владивосток: Дюма, 2000. — 168 с.
- Б. Е. Быховский, Е. В. Козлова, А. С. Мончадский, Д. В. Наумов,А. С. Соколов, Н. А. Рыков, П. В. Терентьев.
Биология Хайуандар
- Евсеев Г. А., Яковлев Ю. М. Двустворчатые моллюски дальневосточных морей России. — Владивосток: Институт биологии моря, 2006 . — 120 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)