Изге Һомай
Изге Һомай (перс. هما ’huma’, murg-i-humay’un-bal - «бәхетте алдан иҫкәртеүсе ҡош») — иран һәм ғәрәп мифологияһында, шулай уҡ Урта Азияның ғәрәпләштерелгән халыҡтары мифологияһында - тылсымлы ҡош. Бер үк ваҡытта хума/һомай термины емтек менән туҡланыусы ҡоштар — сиптар йәки грифтар тип билдәләнгән ҡоштарҙың төрөн аңлата[2].
Изге Һомай | |
Изге Һомай Викимилектә |
Тылсымлы ҡош
үҙгәртергәИран һәм ғәрәп текстарына ярашлы, Һомай ҡош — тылсымлы феникс ҡош, мәңге тере ҡош. Һомай үҙенең күләгәһе менән ҡаплаған кеше батша була, тип иҫәпләнгән. Фарсы телендәге Хумаюн йәки Хумоюн/Хумаюн исемдәре «бәхетле, хөрмәт ителгән (августейший)» тигәнде аңлата[3].
Урта Азияның ғәрәпләштерелгән мифологияһында Һомай «ҡояш һомайы», «бәхет һомайы» тип иҫәпләнә. Һомайғошто үлтергән кеше ҡырҡ көн эсендә үлә тигән риүәйәт булған.
Саул Менделевич Абрамзон гипотезаһына ярашлы, әкиәти Һомайғош генетик яҡтан Умай образы - төрки халыҡтарҙың боронғо ҡатын-ҡыҙҙар илаһы менән бәйле[2].
Башҡорт халҡының «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарында Һомай аҡҡош ҡыҙ, күк йөҙөнөң - ҡоштар батшаһы Самрауҙың һәм күк һылыуҡайы Ҡояштың ҡыҙы булараҡ һүрәтләнә[4].
Изге ҡош атамаһының варианттары: Һомайя, Һомай, Һума, Һомо[5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Үзбәкстан Гербы
- Гамаюн
- Феникс
- Һомай
- Снежный гриф (Кумай)
- Сәмреғош
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Черемисин Д. В. К изучению ирано-тюркских связей в сфере мифологии // Аборигены Сибири: проблемы изучения исчезающих языков и культур: Тез. докл. Междунар. науч. конф. — Новосибирск: РАН СО, Институт филологии, Институт истории и археологии, 1995. — Т. 1. — С. 342—345.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хумай — статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
- Хумай-птица. Башкирская сказка (mirckazok.ru)