Изге төндә (хикәйә)
Изге төндә — Антон Чеховтың 1886 йылда яҙылған хикәйәһе. Әҫәр тәүге тапҡыр «Новое время» гәзитенең 3636-се һанында 1886 йылдың 13 апрелендә «Ан. Чехов» ҡултамғаһы менән баҫыла.
Изге төндә | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
урыҫ |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Баҫмалар
үҙгәртергәХикәйә 1886 йылдың 13 апрелендә «Новое время» гәзитенең 3636-сы һанында баҫылып сыға. Хикәйәнең мөхәррирләнгән варианты В сумерках йыйынтығында 1887 йылда Санкт-Петербургта баҫтырыла. 1898 йылда Тильда пресс нәшриәте хикәйәне айырым баҫма итеп сығара. Чехов был хикәйәне Адольф Маркс 1899—1901 йылдарҙа[1] нәшер иткән әҫәрҙәре йыйынтығының өсөнсө томына индергән.
Чехов тере саҡта хикәйә словен теленә тәржемә ителгән.
Сюжет
үҙгәртергәХикәйәнең төп геройы Голтва йылғаһы буйлап Пасха алдынан, урындағы сиркәүгә инеп, төнгө байрамды күрергә тип, сәйәхәт ҡыла. Юлда ул утыҙ йәштәр тирәһендәге, әҙерәк аҡылға тулы булмаған, паромсы-монах Иероним менән әңгәмәгәләшә башлай. Иероним уға үҙенең ҡайғыһы — иң яҡшы дуҫы һәм уҡытыусыһы преподобный Николайҙың үлеме — тураһында һөйләй. Преподобный Николай акафист оҫтаһы булған. Төп герой сиркәүҙәге шатлыҡлы, сағыу ғибәҙәт ҡылыу менән Иеронимдың ҡайғыһы һәм яңғыҙлыҡ кисереүе араһындағы ҡаты ҡапма-ҡаршылыҡты күрә. Ҡайғыға батҡан монах Иероним тураһында бер кем дә хәстәрлек күрмәй, уға алмашсы паромсы ла ебәрмәй — ул хатта бер рәттән ике смена эшләргә мәжбүр ителгән.
Тәнҡит
үҙгәртергәИероним хикәйә геройына акафистар (Христос, Хоҙай Инәһе һәм ҡайһы бер Изгеләр хөрмәтенә маҡтау йырҙары) яҙыуҙың бөтә нескәлектәрен аңлатып һөйләй. Чехов акафистар яҙыуҙың, икос һәм кондактарҙы уҡыуҙың нескәлектәрен сиркәү йырын яратып белеүсе атаһынан белә, үҙ өйҙәрендә улар, икос һәм кондак уҡып бөткәндән һуң, һәр саҡ хор менән стихирҙар һәм ирмостар йырлаған булған. Иртә таңдан улар сиркәүҙәге иртәнге ғибәҙәткә барғандар, унан ҡайтҡас өйҙәрендә шулай уҡ хор менән акафистар йырлағандар.
Чехов: «Мин бала саҡта дини белем һәм тәрбиә алдым, сиркәүгә йөрөнөм һәм унда сиркәү йырҙарын йырланым, миһрабта ярҙам итештем һәм ҡыңғырауҙарҙа саң уйнаным. Һөҙөмтәһе нисек һуң? Хәҙер бала сағымды иҫкә төшөрһәм, ул миңә бик тә ҡараңғы, күңелһеҙ, минең өсөн хәҙер дин юҡ», — тип иҫенә төшөрә. Бер тапҡыр ҡыңғырауҙар саңын ишеткәс ул: «Диндән бары тик ҡыңғырауҙар саңы ғына минең күңелемдә тороп ҡалған»[2] тип иҫкә ала.
Петербург Фәндәр Академияһы академигы Афанасий Фёдорович Бычков «В сумерках» йыйынтығына ингән әҫәрҙәр араһында иң яҡшы хикәйә тип «Святою ночью» («Изге төндә») хикәйәһен билдәләп үткән.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәЧехов А. П. Святою ночью // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Рассказ Святою ночью 2017 йыл 11 май архивланған.
- ↑ А. Л. Вишневский. Клочки воспоминаний. Л., 1928, стр. 100
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Святою ночью. Оригинальный русский текст
- Канун Пасхи, перевод на английский язык