Изге Фабиан һәм Себастьян сиркәүе (Риека)
Изге Себастьян һәм Фабиан сиркәүе —Хорватияның Риека ҡалаһындағы католик сиркәү. Ҡорам изге Себастьян һәм Фабианға бағышланған.
Изге Фабиан һәм Себастьян сиркәүе | |
Кем хөрмәтенә аталған | Святой Себастьян[d] |
---|---|
Дәүләт | Хорватия |
Административ-территориаль берәмек | Риека[d] |
Изге Фабиан һәм Себастьян сиркәүе (Риека) Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәРиүәйәт буйынса, башта сиркәү 1291 йылда ошо урында чума ваҡытында нәҙер кеүек һалына. Ул ваҡытта иҫке ҡала диуарҙар һәм башнялар менән уратып алынған була, йорттар тар урамдарҙа урта быуат дәүерендә Тарсатиктың Рим каструмы емереклектәрендә төҙөлә һәм оборона системаһында төп момент булып тора. Изге Себастьян сиркәүе шундай тар урамдарҙың береһендә төҙөлә
XV быуаттың нотариаль документтарында йыш ҡына район һәм Изге Себастьян сиркәүе тураһында һүҙ бара. Ишек өҫтөндәге мемориаль яҙыуҙа сиркәүҙе Иоанн Гасталди 1562 йылда төҙөгән тип әйтелә. Гасталдилар Риека ҡалаһында Франкович Гладич һәм Штембергер ғаиләләренән күренекле патрициялар була.
Сиркәүҙе бер нисә тапҡыр һүтергә маташалар, сөнки уның төҙөлөшө граждандарға традицион байрамдарҙы һәм парадтарҙы үткәрергә ҡамасаулай.
Һуңғараҡ сиркәү артындағы емереклектәрҙә 4-се быуаттың боронғо диуарҙары табыла
Һуңғы Изге Себастьян сиркәүе 1885 йылда Г. Паулиних эшкәртеүе буйынса йүнәтелә. Шул иҫәптән фасады, сиркәү хоры тергеҙелә һәм сиркәү хәҙерге ҡиәфәтен ала.
1986 йылда сиркәүҙе биҙәйҙәр һәм буяйҙар
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Radmila Matejčić, čitati Kako grad: jučer Rijeka, danas, Rijeka, 2007., ISBN 978-953-219-348-0