Изге Петр сиркәүе (Дортмунд)

Изге Петр сиркәүе (нем.Petrikirche) — Дортмунд ҡалаһында готик храм (Төньяҡ Рейн — Вестфалияфедераль ере). Сиркәү ҡаланың Петрикирххоф тип аталған иҫке кварталында, Вестенхельвег (Westenhellweg) һәм Кампштрассе (Kampstraße). урамдары араһында урынлашҡан.

Изге Петр сиркәүе
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған Апостол Пётр[d]
Дәүләт  Германия[1]
Административ-территориаль берәмек Dortmund Innenstadt-West[d][1]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ҡомташ[d]
Архитектура стиле готик архитектура[d]
Мираҫ статусы архитектура ҡомартҡыһы[d]
Бейеклеге/буйы 105 метр
Рәсми сайт stpetrido.de
План помещения
Карта
 Изге Петр сиркәүе Викимилектә

Изге Петр сиркәүенең планы

Сиркәү 1322 йылда төҙөлә башлай. Төп планында квадрат формала тиерлек, ике ҡабырға нефы, шулай уҡ ҡыҫҡа хоры бар. Ҡыйығы— ике яҡлы, һәр ҡабырға нефы өҫтөндә өсөшәр өсмөйөшлө фронтоны бар. Манараһы 1752 йылда ҡуйылған.

Изге Петр сиркәүе XIX быуатта

Икенсе донъя һуғышы барышында 1943 йылдың 23 майында Дортмундты Бөйөк Британия хәрби һауа көстәре бомбаға тотҡанда, сиркәү тулыһынса тиерлек емерелә. Сиркәү XX быуаттың 80-се йылдарында ғына тергеҙелә. 1981 йылдың 17 ноябрендә яңы шпиль ҡуйыла. Сиркәүҙең дөйөм бейеклеге 105 метрға етә, ә тәре менән шпилдең үҙенең бейеклеге 48 метр тәшкил итә

Изге Петр сиркәүе XXI быуатта

Изге Петр сиркәүе эсендә 1521 йылда.ҡуйылған Вестфалияның Алтын мөғжизәһе (de:von Wunder Westfalen Goldenes) тип аталған 5,65 м бейеклектә һәм 7,49 м киңлектә өс ҡапҡаслы семәрле алтарь урынлашҡан. Ябыҡ хәлендә алтарь Евхаристия күренешен һүрәтләй, ә асыҡ килеш Инжил күренештәренең 36 һүрәтенән тора. 2003 йылда Изге Петр сиркәүенең алтарын һаҡлауҙың йәмғиәте төҙөлә[2].

Сиркәү Германияның инжил сиркәүенә ҡарай. Элегерәк Изге Петр сиркәүе үҙаллы ойошма була, әммә, община ағзаларының һаны һәм, шуға ярашлы, финанс мөмкинлектәрен кәмеүе менән бәйле 2007 йылд 1 июлендә ул булған Изге Николай общинаһына берләштерелә. Берләштерелгән общинаның 9000 яҡын ағзаһы иҫәпләнә

  • Wolfgang Rinke: des Mittelalters Dortmunder Kirchen. 1991 Dortmund, ISBN 3-7932-5032-6
  • Barbara Welzel (Hrsg.): Das «goldene Wunder» in der Dortmunder Petrikirche: im und Bildproduktion Bildgebrauch Mittelalter. 2003 Bielefeld, ISBN 3-89534-522-9

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. 1