Изге Николай соборы (Сремски-Карловци)

Изге Николай соборы (сер. Никола саборный црква Светог) — Сремски -Карловци ҡалаһында Серб православие сиркәүенең Сремски епархияһы кафедраль соборы. 1762 йылда төҙөлгән. Сербия әһәмиәтендәге мәҙәниәт ҡомартҡыһы

Изге Николай соборы
Нигеҙләү датаһы 1758
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Николай Чудотворец[d]
Дәүләт  Сербия
Административ-территориаль берәмек Сремски-Карловци
Епархия Сремская епархия[d]
Бағышланған Николай Чудотворец[d]
Архитектура стиле архитектура классицизма[d]
Мираҫ статусы памятник культуры исключительной важности[d]
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of Sremski Karlovci Orthodox Cathedral[d]
Карта
 Изге Николай соборы (Сремски-Карловци) Викимилектә

1758 йылда соборҙы Карловци митрополиты Павел Ненадович элекке православие сиркәүе урынына төҙөй башлай. Ҡорамдың проектын Венала Коста Цинцарин һәм Немац Йоханес әҙерләй. 1760 йылда Захария Орфелин проекты буйынса ҡорамдың башняһы һәм көмбәҙе төҙөлә. 1762 йылда төҙөлөш тамамлана. 1805 йылда собор янғындан ныҡ зыян күрә һәм XVIII быуатта тергеҙелә. 1909 йылда барокко стилендәге сиркәү фасады Владимир Николич проекты буйынса неоклассицизм элементтары менән яңынан тергеҙелә[1][2].

1780 йылда Теодор Крачун һәм Яков Орфелин иконостас өсөн иконалар яҙа. Крачун ҡапҡалаҙа һәм байрам иконалары яҙһа, ҡалған иконаларҙы Орфелин башҡара. Иконостасты консервациялау буйынса эштәр 1972—1975 йылдарҙа үткәрелә.[1].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Собор неоклассицизм элементтары менән барокоо стилендәге бер нефлы ҡоролманан ғибәрәт. Бинаның көнбайыш яғында ике башня күтәрелә, улар манара ролен үтәй, көнсығыш яғында ярым түңәрәк алтарь апсидаһы урынлашҡан. Архитектураны консервациялау буйынса эштәр 19911994 һәм 2006 йылдарҙа башҡарыла[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Саборна црква (серб.). Дата обращения: 5 май 2018.
  2. 250 година Саборне цркве у Сремским Карловцима (серб.). Дата обращения: 5 май 2018. 2018 йыл 9 июнь архивланған.