Изге Людовик соборы (Пловдив)
Изге Людовик соборы (болг. Катедрален храм "Свети Лудвиг") — Болгарияның Пловдив ҡалаһындағы католик собор. София—Пловдив епархияһының кафедраль соборы, необарокко стилендәге архитектура ҡомартҡыһы.
Изге Людовик соборы | |
Нигеҙләү датаһы | 1861 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Людовик IX Святой[d] |
Дәүләт | Болгария |
Административ-территориаль берәмек | Пловдив |
Епархия | Епархия Софии — Пловдива[d] |
Бағышланған | San Luigi dei Francesi[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кирбес |
Архитектура стиле | архитектура неоклассицизма[d] |
Мираҫ статусы | памятник культурного наследия Болгарии[d] |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of St. Louis Cathedral in Plovdiv[d] |
Изге Людовик соборы (Пловдив) Викимилектә |
Соборҙы төҙөү 1858 йылда башлана һәм өс йылдан һуң төҙөлөш тамамлана. Епископ Андреа Канова 1861 йылдың 25 мартында Людовик Французский исеменә ғибәҙәтхана изгеләндерә[1]. 1898 йылда манараһы төҙөлә, Лев XIII папаһынан бүләк— Бохумда ҡойолған биш ҡыңғырау[1] урынлаштырыла.
1931 йылғы янғында ғибәҙәтхана көслө зыян күрә, 1932 йылда реставрацияланғандан һуң ҡабаттан изгеләндерелә. Сиркәүҙә бер нисә пловдив епископы, шулай уҡ батша Фердинанд Беренсенең ҡатыны Мария Луиза Бурбон-Пармская ерләнгән[1]. Мария Луизаның мәрмәр саркофагы — итальян скульпторы Джентиль Томазоның эше, унда Мария-Луизаның Фердинандҡа һуңғы һүҙҙәре соҡоп яҙылған: «Мин үләм, ләкин күк йөҙөнән һеҙҙе, беҙҙең балаларҙы һәм Болгарияны күҙәтеп торасаҡмын»[2].
Изге Людовик соборы Болгарияла иң ҙур католик ғибәҙәтхана, 600 кешегә тиклем һыйҙыра[3]. Ғибәҙәтхананың баштағы интерьеры 1931 йылда янғында юҡҡа сыға, хәҙерге интерьеры XX быуаттың 30-сы йылдарында булдырылған. 2002 йылда Болгарияға үҙ сәфәре ваҡытында ғибәҙәтханаға папа Иоанн Павел II килә[4]