Изгелек (хәйриә фонды)
«Изгелек» хәйриә фонды — коммерцияла булмаған ойошма, Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә урынлашҡан. 2011 йылдың 22 ноябрендә рәсми теркәлгән, 2012 йылдың ноябрь айынан башлап «Тиҙ ярҙам» дөйөм программа нигеҙендә эшләй[1]. Башҡортостан Республикаһы конкурсы еңеүсеһе[2].
«Изгелек» хәйриә фонды | |
Барлыҡҡа килеү йылы |
22.11.2011 |
---|---|
Урынлашҡан урыны | |
Әйҙәүсе шәхестәр |
Бағыусылар кәңәшмәһе етәксеһе — Рәхимова Рәүфә Гәрәй ҡыҙы, |
Эшмәкәрлек сфераһы |
хәйриә, социаль ярҙам |
Хеҙмәттәштәр һаны |
4 |
Слоган |
Күкте изгелек менән тултырабыҙ |
Веб-сайт |
Эшмәкәрлек йүнәлеше
үҙгәртергә«Изгелек» хәйриә фонды 2012 йылдың ноябрь айынан башлап «Тиҙ ярҙам» дөйөм программа нигеҙендә эшләй.
Эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре:
- Башҡортостан Республикаһының 35 йәшкә тиклем ауырыуҙарҙы дауалау өсөн матди хәйриә ярҙамын йыйыу.
- Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн реабилитация ҡулайламалырын һатып алыу.
- Ғәриптәргә, йәтимдәргә, ауыр тормош хәленә ҡалғандарға, оло йәштәге яңғыҙҙарға, күп балалы ғәиләләргә, балалар йорттары һәм приюттарына социаль ярҙам күрһәтеү.
- Хәйриә сараларын үткәреү.
Бағыусылар кәңәшмәһе
үҙгәртергә- Рәүфә Гәрәй ҡыҙы Рәхимова — иҡтисадсы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостанда аҙна һайын бушлай баҫтырылған «ВONUS» гәзите һәм «ProUfu.ru» порталы мөхәрририәте директоры. «Изгелек» хәйриә фонды Бағыусылар кәңәшмәһе рәйесе, "Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика гимназия-интернатын тамамлаусылар ассоциацияһы «Беренсе»" төбәк йәмғиәт ойошмаһы рәйесе.
- Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева — юғары квалификация категорияһындағы табип—генетик, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Медицина фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Йәмәғәт эшмәкәре.
- Роберт Нәжип улы Юлдашев — башҡорт музыканты, ҡурайсы. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012). Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы (2007). «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.
- Илһам Зәйнулла улы Йыһаншин — ООО «Технопарк» инженер үҙәге директоры[3].
- Гөлшат Вәзир ҡыҙы Әхмәҙиева — «Хәүефһеҙлек мәктәбе» Бөтә Рәсәйе балалар һәм үҫмерҙәр йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе[4].
Эксперттар кәңәшмәһе
үҙгәртергә- Лилиә Наил ҡыҙы Ғилманова — «Изгелек» хәйриә фонды президенты, юғары квалификация категорияһындағы табип, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы. «Әсә һәм бала» медицина үҙәгенең бүлек мөдире[5][6].
- Нәзир Хәсән улы Хафизов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты. Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[5][7][8].
- Резеда Марат ҡыҙы Ғәлимова — табип, балалар нейрохирургы. Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибының хирургия буйынса урынбаҫары<[5][9].
- Эльвина Тәлғәт ҡыҙы Хөсәинова — юғары квалификация категорияһындағы табип, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы[5].
- Клара Зәки ҡыҙы Бәхтейәрова — юғары квалификация категорияһындағы табип, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәй неврологтары йәмғиәте ағзаһы, «Рассеянный склероз» республика үҙәге етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш неврологы[5][10].
- Элзар Муса улы Ғәлләмов — юғары квалификация категорияһындағы табип, Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Республика балалар клиник дауаханаһы табип-неврологы[5].
- Анастасия Радиковна Андреева — журналист, «Изгелек» хәйриә фонды сайты мөхәррире[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Фонд тураһында . c. «Изгелек» хәйриә фонды (2014). Дата обращения: 21 май 2017. 2017 йыл 21 май архивланған.
- ↑ Определены лучшие НКО в сфере благотворительности . Министерство труда и социальной защиты Республики Башкортостан (официальный сайт) (17 сентябрь 2015). Дата обращения: 21 май 2017. 2018 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ ООО «Технопарк» инженер үҙәге етәкселеге менән бәйләнеш . КОМПЛЕКСНОЕ ПРОЕКТИРОВАНИЕ ЗДАНИЙ И СООРУЖЕНИЙ, АРХИТЕКТУРНОЕ ПРОЕКТИРОВАНИЕ. Дата обращения: 21 май 2017.
- ↑ Региональные отделения ВДЮОД "Школа безопасности" . Общероссийская общественная организация «Российский союз спасателей». Дата обращения: 21 май 2017.(недоступная ссылка)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Эксперттар кәңәшмәһе . «Изгелек» хәйриә фонды. Дата обращения: 21 май 2017. 2018 йыл 23 май архивланған.
- ↑ ГИЛЬМАНОВА ЛИЛИЯ НАИЛЬЕВНА . «Мать и дитя», группа компаний. Дата обращения: 21 май 2017. 2017 йыл 11 май архивланған.
- ↑ Хафизов Назир Хасанович . Справочно-информационный ресурс «Кто есть кто в Республике Башкортостан». Дата обращения: 21 май 2017.
- ↑ Башҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары . Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай (Рәсми мәғлүмәт порталы). Дата обращения: 18 май 2017.
- ↑ Администрация . ГБУЗ «Республиканская детская клиническая больница». Дата обращения: 21 май 2017.
- ↑ Бахтиярова Клара Закиевна . Башкирский государственный медицинский университет. Дата обращения: 26 май 2017. 2017 йыл 26 апрель архивланған.