Изборск ҡәлғәһе
Изборск ҡәлғәһе — таш ҡәлғә. Изборск (Липно өлкәһе) ҡалаһында урынлашҡан. 1330 йылда Псков посаднигы Селога, псков халҡы һәм изборлылар тарафынан Жеравья тауында Псков ҡалаһының көнбайыш сиген һаҡлау өсөн төҙөлгән. Ҡоролма xv быуатҡа тиклем һигеҙ тапҡыр ҡамауҙа торған.
Ҡәлғә | |
Изборск ҡәлғәһе
| |
Урыны | Псковская область село Старый Изборск |
Нигеҙләнгән | начало XIV века |
Статус | охраняется государством |
Бөгөнгө хәле | хорошо сохранилась |
Ҡала (Изборск «Повесть временных лет») ҡәлғә төҙөлгәнгә тиклем Труворов ҡаласығында урынлашҡан булған.
Тарих
үҙгәртергәVII һәм VIII быуаттарҙа боронғо Изборск ҡәлғәһе күл мороно осонда нигеҙләнгән, был ауыл һуңыраҡ Труворово ҡаласығы тип атала. IX быуатта нығытма күләме ҙур булмаған 4500 м² территорияны биләй.
Х быуатта боронғо Изборск кривичтар ҡәбиләһенең үҙәге булған, ул урта быуаттарҙың үҫешкән эре сауҙа һәм һөнәрселек ҡалаһы булған. Xi—XIII быуаттарҙа ҡаланың ағас ҡәлғәһе таш ҡәлғә менән алмаштырыла.
1233 йылда һәм 1240 йылдың йәйендә ҡәлғәне ике тапҡыр немецтар баҫып алған, 1240 йылда, өҫтәүенә, ҡала ҡәлғәһен ҡамауҙың икенсе көнөндә немец рыцарҙары штурм менән баҫып алған. Немец рыцарҙарын псков ере халҡы бары тик 1242 йылда Александр Невскийҙың Чудь күлендәге алышта еңгәненән һуң ғына ҡыуып сығара алған.
Ҡаласыҡты һаҡлау маҡсатында XIV быуат башында элекке нығытманан 1,5 км алыҫлыҡта торған яңы урында ҡәлғә төҙөлә — башта ағастан, ә 1330 йылда Псков посаднигы Шелога уны таштан яңынан төҙөтә[1].
1342 йылда ҡәлғә ун көн дауамында ливондар ҡамауында тора һәм уларға бирелмәй. Немецтар кире ҡайтып китә һәм 1367 йылдың йәйендә ҡабаттан килеп, таран ҡуллана һәм ҡаланы 18 көн ҡамауҙа тота.
1581 йылда Изборск ҡәлғәһен Стефан Баторийҙың ғәскәре баҫып ала. Буталсыҡ ваҡытта ҡәлғә Александр Лисовскийҙың ғәскәренә бирешмәй, ә Төньяҡ һуғышынан һуң хәрби әһәмиәтен юғалта[2].
XIX быуат уртаһында ҡәлғәлә емереклек хөкөм һөрә, һәм тик 1842 йылда император Николай I бойороғо буйынса ҡәлғә стеналарына ремонт яһала һәм яңы собор ҡыңғырау манараһы төҙөлә.
Изборск ҡәлғәһе составына «Изборск» музей-ҡурсаулығы инә һәм тикшереү объекты булып тора. Ҡәлғә территорияһында даими тикшеренеү һәм реставрация эштәре алып барыла[1].
Ҡәлғәнең тасуирламаһы
үҙгәртергәБеренсе ҡәлғә
үҙгәртергәБеренсе таш ҡәлғәнең (XI—XII быуат) ике ҡапҡаһы була: көнбайышта посад менән бәйләнеш тотоу өсөн һәм көнсығышта Городище күле яр буйындағы пристанға һәм сауҙа урынына барыу өсөн. Аяҡ осондағы яғы 6 метр бейеклегендәге вал менән нуратып алынған, уның күл моронона ҡараған яғының киңлеге 3 метрға, ә бейеклеге 3 м булған. Оборона диуарына терәтеп төҙөлгән Кесе башняһы плитәләрҙән төҙөлгән, уның стеналарының ҡалынлығы 1,5 метр тәшкил иткән һәм ул түмәр башлы булып, конус формаһындағы ҡыйыҡ менән ябылған булған. Башня эргәһендә йәшерен тоннель булған, уның киңлеге 1 м, бейеклеге 0,8 м, тоннель плитәләр менән ябылған.
Икенсе ҡәлғә
үҙгәртергә1330 йылда яңы урында төҙөлгән ҡәлғә башта ағас нығытмалы булған, бары тик «Луковка (һуған)» башняһы плитәләрҙән һалынған була, ул көнсығыш диуарға терәлеп торған. Был башня түңәрәк нигеҙле, уның тышҡы диаметры 9,5 метр тәшкил итә, бейеклеге 13 м. Ҡәлғәнең көньяҡ-көнсығыш яғында оҙонлоғо 40 метр тирәһе тар коридор булған, ул ер аҫтында 16 метр тәрәнлектә һалынған. Был коридор ҡала-ҡәлғәне күл мороно осо менән тоташтырып торған. Коридорҙың стеналары һәм ике яҡлы түбәһе плитәләрҙән һалынған, сыҡҡан ерҙә бура менән уратып көпләнгән һәм ҡоҙоҡҡа әүерелгән булған.
XV быуат башында ағас ҡәлғә диуарҙары таш ҡәлғә диуары (эзбизташтан) үҙгәртеп ҡорола, диуарҙары ҡабарынҡы дуға формаһында була. Нығытма буйында һыу тултырылған соҡорҡаҙылған. Шулай уҡ ҡәлғәгә бер нисә таш төкөтмә башнялар төҙөлгән, улар артиллерия уты алып барыу өсөн ҡулланылған. Шул саҡта диуар менән кәртәләнгән ҡәлғә майҙаны 2,4 гектар тәшкил итә, ә диуарының дөйөм оҙонлоғо 850 метр була. Шул осорҙағы стенаһы ҡалынлығы 3 метр тиклем булған.[1]
Фотоһүрәттәр
үҙгәртергә-
Ҡәлғә диуары өлөшө
-
Изборск ҡәлғәһенә инеү урыны
-
Никольский сиркәүе
-
Никольский сиркәүе
-
Никольский сиркәүе менән ҡәлғәнең күренеше
-
Талавский башняһы
-
Изборск ҡәлғәһенең эске ихатаһында
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Статья «Изборская крепость», на сайте Изборского музея-заповедника (museum-izborsk.ru) 2008 йыл 1 ноябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 август 2011) Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Изборск. Музей-заповедник» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ Статья «Крепость Изборск», на сайте Древние замки (ancient-castles.org.ua) 2011 йыл 5 июль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 16 август 2011)