Иж-Буби мәҙрәсәһе
Иж-Буби мәҙрәсәһе, «Буби» мәҙрәсәһе — Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе Әгерже волосте Иж-Буби ауылында 1781 йылда асылған мәҙрәсә. Волга буйы һәм Урал алды халыҡтарының мәғрифәтенә ҙур урын биләгән уҡыу йорто. 1895 йылдан мәҙрәсәне Ғабдулла һәм Ғөбәйҙулла Бубиҙа етәкләй һәм мөғәллимлек итә. 1908 йылда мәҙрәсә янында ҡатын-кыҙҙар класстары асыла. Унда Мөхлисә Буби уҡыта. 1911 йылда мөғәллимдәр һәм шәкерттәр «панисламизм пропагандалауҙа» ғәйепләнә, мәҙрәсә ябыла [1].
Тарих
үҙгәртергәУл элекке Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе Әгерже волостенең Иж-Буби ауылында 1781 йылда ойошторола. Башҡа татар мәҙрәсәләре менән бер рәттән, ул да XIX быуат аҙағы – XX быуат башында ҙур үҙгәрештәр кисерә. 1907 йылдан башлап, мәҙрәсәлә айырым фәндәр булараҡ ғәрәп, фарсы, төрөк, урыҫ, француз телдәре, тарих, политэкономия, арифметика, геометрия, физика, астрономия, география, ботаника, медицина, психология, педагогика алдынғы рус һәм Европа уҡыу йорттары дәрәжәһендә уҡытыла. Фәлсәфә, логика, этика, Ҡөръән, хәдис, ислам тарихы өйрәтелә. Уҡытыу расписание буйынса алып барыла, дәрестәр үткәреү өсөн бүлмәләр йыһазландырыла; уҡыу йылы аҙағында имтихандар уҙғарыла.
Россияның төрлө посмаҡтарынан мәҙрәсәгә йәштәр уҡырға килә. 1908-1911 йылдарҙа бында һәр йылды 500 уҡыусы белем ала. Мәҙрәсәлә һәр атнала әҙәби, фәнни кисәләр уҙғарыла. Мәҙрәсәнең бай китапханаһы, махсус йыһазландырылған спорт майҙансығы була.
Иж-Буби мәҙрәсәһенең уңыштарға ирешеп сәскә атыу йылдарында уның менән бер туған Абдулла һәм Ғөбәйҙулла Бурбайҙар етәкселек итә.
Был ауылда Россиялағы мосолман ҡатын-кыҙҙар өсөн иң беренсе уҡыу йорттарынан кыҙҙар мәҙрәсәһе лә эшләй. Ул Мөхлисә Буби ҡарамағында була.
Мәҙрәсәнең донъяуи юл менән алға атлауы батша хөкүмәтен борсоуға һала. Танылған татар уҡыу йорттарынан булған Иж-Буби мәҙрәсәһе 1911 йылдың ғинуарында Россия хөкүмәтенә ҡаршы фекер таратыуҙа һәм панисламизм ғәйепләнеп, яптырыла. Етәкселәре, мөғәллимдәре ҡулға алына.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Бурбайҙар мираҫы 2019 йыл 2 июль архивланған. 2019 елның 2 июль көнендә архивланған.(тат.) (рус.) (инг.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Татарский энциклопедический словарь. К.: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1999, с.91. ISBN 0-9530650-3-0