Идара итеү субъекты

Идара итеү субъекты — ҡарарҙар ҡабул итеүсе һәм ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн идара ителеүсе системаға йоғонто яһау юлы менән объекттарға, процестарға йә мөнәсәбәттәргә идара итеүсе субъект (шәхес, кешеләр төркөмө йәки ойошма).

Идара итеү субъекты идара итеү объектына идара итеү йоғонтоһон туранан-тура тапшыра, идара итеү объекты яуап каналы аша реакцияһын йә үҙенең ошо мәлдәге хәл-торошон белдерә[1].

Вазифалы кешене лә (начальник, директор, менеджер), идара итеү органдарын да (министрлыҡ, департамент) идара итеү звеноһы тип атайҙар. Йәғни ул асылда идара итеү структураһында йә юғары, йә аралыҡтағы звено.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. The Search Engine that Does at InfoWeb.net(недоступная ссылка)