Игорь Рябинин исемендәге йырын
Игорь Рябинин исемендәге йырын — Дондағы Ростов ҡалаһының Совет районында урынлашҡан тәбиғи парк[1]. Йырын биләмәһендә, бында Мертвый Донец йылғаһы һыу бассейнына ҡараған шишмә ағыуы менән бәйле, федераль әһәмиәткә эйә һаҡланыусы тәбиғәт зонаһы урынлашҡан[2].
Игорь Рябинин исемендәге йырын | |
---|---|
Төп мәғлүмәт | |
Төрө | тәбиғи парк |
Урынлашыуы | |
47°13′38″ с. ш. 39°37′05″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]] | Совет |
Игорь Рябинин исемендәге йырын Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәДондағы Ростов ҡалаһының Совет районында урынлашҡан Игорь Рябинин исемендәге йырын торлаҡ йорттар һәм мәктәп менән уратып алынған[1]. 2006 йылда ҡала властәре йырын биләмәһендә яҡшы сифатлы парк төҙөргә вәғәҙә бирәләр, ләкин был идея тормошҡа ашырылмай. 2013 йылда тәбиғи парк биләмәһендә, Изге Георгий Победоносец сиркәүенән алыҫ түгел, күп ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлә башлай, ағастарҙың бер өлөшө киҫелә. Был хәл күп ҡала халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, ләкин төҙөлөш барыбер дауам итә[2]. 2015 йылдың яҙында Игорь Рябинин исемендәге йырынды таҙалау буйынса дөйөм ҡала субботнигы ойошторола. Ҡырҡлаған кеше инициатива күрһәтә[1].
2016 йылдың көҙөндә йырын биләмәһен таҙалауға 11 миллион һумдан күберәк аҡса тотонорға йыйыналар икәнлеге билдәле була. Башҡарыласаҡ эштәр планында — йылға үҙәнен таҙалау, ҡарт ағастарҙы тамырынан аҡтарып алыу. Был эште үҙ өҫтөнә алған ойошма биләмәнең экологик һауығыуын тәьмин итергә тейеш. Парк биләмәһендә яңы ағас үҫентеләре ултыртыу планлаштырылған[3].