Фиалкова Ивона (словак. Ivona Fialkova; 22 ноябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (29 йәш), Брезно[d], Банска-Бистрица[d]) — словак биатлонсы, 2018 йылда Пхёнчхандағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Биатлонсы Паулина Фиалкованың кесе һеңлеһе.

Ивона Фиалкова
словак. Ivona Fialkova
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Словакия
Тыуған көнө 22 ноябрь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (29 йәш)
Тыуған урыны Брезно[d], Банска-Бистрица[d], Словакия
Бер туғандары Паулина Фиалкова
Һөнәр төрө биатлонист, саңғы уҙышсыһы
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы июль 2023[1]
Спорт төрө Биатлон[2]
Ҡатнашыусы Чемпионат мира по биатлону 2019[d], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2018 — спринт (женщины)[d][3], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2022 — спринт (женщины)[d][4], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2022 — гонка преследования (женщины)[d][5], Биатлон на зимних Олимпийских играх 2018 — индивидуальная гонка (женщины)[d][6] һәм Биатлон на зимних Олимпийских играх 2022 — индивидуальная гонка (женщины)[d][7]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 36 217
 Ивона Фиалкова Викимилектә

Карьераһы

үҙгәртергә

Ивона Фиалкова өсөн тәүге халыҡ-ара ярыштар 2011 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионаты була, унда ул 16 генә йәш булһа ла, ул 19 йәшкә тиклемге йәш категорияһында сығыш яһай. Һуңыраҡ, бер нисә тапҡыр донъя юниорҙар ярыштарында ҡатнашҡан, әммә унда айырым уңышҡа өлгәшмәй. 2013 йылда юниорҙар араһында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатында ул спринтта һәм эҙәрлекләүҙә ике алтын миҙал яулай.

2013 йылдың декабрендә Донъя кубогының француз Анси этабында тәүгә сығыш яһай. Беренсе шәхси уҙышта 88-се урынды ғына ала. 2016/2017 миҙгелдән даими нигеҙҙә Словакияның ҡатын-ҡыҙҙар биатлон йыйылмаһына нығына. Чайковский ҡалаһында уҙған 2017 йылғы йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатында ҡатнаш эстафетала Паулина Фиалкова, Томаш Гассила һәм Матей Казар менән берлектә, Рәсәй командаһынан ғына ҡалышып, көмөш миҙал яулай.

Ивона — 2018 йылғы Пхёнчхандағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Иң яҡшы һөҙөмтәһе — ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһында яуланған бишенсе урын, унда Словакия командаһы еңеүселәргә ни бары 38,4 секунд ғына ҡалыша. Ивона һуңғы дүртенсе этапта йүгерә. Словакия наградаға яҡын була, ләкин икенсе этапта, яҙа атып, лидер Анастасия Кузьмина штраф әйләнеше йүгерергә мәжбүр була.

2018 йылдың 15 мартында Холменколленда Донъя кубогының олимпия һуңы этабында словак ҡыҙы тәүге тапҡыр 10 исемлегенә инә. Бында Ивона спринтта туғыҙынсы урынды яулай.

2020 йылғы донъя чемпионатында спринтта 9-сы урын, һуңынан алтынсы урынды яулап, чемпиондан ғына ҡалыша, ә һуңынан эҙәрлекләүҙә тағы ла уңышлы сығыш яһап һәм чемпиондан 35 секундҡа ҡалышып, алтынсы урын яулай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығыштары

үҙгәртергә

Олимпия уйындарында ҡатнашыуы  

үҙгәртергә
Йыл Уҙғарыу урыны Шәхси Спринт Эҙәрлекләү Масс-старт Эстафета См-ға
2018   Пхенчхан 64 74 5

Донъя чемпионаттары

үҙгәртергә
Ярыш Индивидуаль Спринтта Эҙәрлекләү Масс-стартта Эстафета Ҡатнаш



эстафета
Синг-микст
Осло 2016 78 43 53 14 н/д
2017 Хохфильцен 66 8 н/д
Оберхоф 2019 70 33 37 <b id="mwfw">6</b> 12
2020 Антхольц 40 <b id="mwiQ">9</b> <b id="mwjA">6</b> 25 17