Иван Матвеич (хикәйә)

(Иван Матвеич (рассказ) битенән йүнәлтелде)

Иван Матвеич — А. П. Чеховтың хикәйәһе. 1886 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр Петербург гәзитендә (№ 60) 1886 йылдың 3 мартында баҫыла

Иван Матвеич
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

урыҫ

Ижат ителгән ваҡыты

1886

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1886 йылдың 3 мартында

Баҫмалар

үҙгәртергә

Иван Матвеич хикәйәһе тәүге тапҡыр Петербург гәзитендә (№ 60) 1886 йылдың 3 мартында А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында баҫылған.

Хикәйәнең мөхәррирләнгән версияһы Пестрые рассказы йыйынтығында баҫыла. 1899 йылдың 24 мартында Петр Перцов, Чехов әҫәрҙәре йыйынтығы сығыу тураһында белеп ҡалғас, Чеховҡа был йыйынтығына Пестрые рассказы йыйылмаһындағы ҡайһы бер хикәйәләрен баҫтырырға кәңәш иткән. Шулар иҫәбендә ул «Иван Матвеичты» ла маҡтап әйтеп үткән. Чехов, моғайын, уның теләгенә ҡаршы килмәй, был хикәйәне Адольф Маркс 1899—1901 йылдарҙа баҫтырған әҫәрҙәр йыйынтығының беренсе томына индергән.

Чехов тере саҡта хикәйә болгар, немец һәм серб-хорват телдәренә тәржемә ителгән.

Иван Матвеич хикәйәһендәге ваҡиғалар А. П. Чеховтың үҙ тормошонда булған хәлдәргә таянып яҙылған. Михаил Чехов былай тип иҫләй: «Хикәйәләге герой Иван Матвеич минең ағайым Ивандың күсермәһе. Ул уҡытыусы булып эшләй башлағансы, аҡсаға мохтажлыҡ кисергәнлектән, бөтә Мәскәүҙе йәйәү үтеп, Сокольникиҙә йәшәгән яҙыусы П. Д. Боборыкинға уның әйткәнен яҙыу өсөн барып йөрөгән»[1][2].

Билдәле ғалим (оригиналында яҙыусы) уға йәш күсереп яҙыусыны тәҡдим итеүсе Петр Данилычҡа бик ныҡ асыуы килә, сөнки әйткәнде яҙыусы Иван Матвеич йыш ҡына ғалим янына ике-өс сәғәткә һуңлап килә. Ғалим Иван Матвеичты пыр туҙҙырып әрләргә һәм, уға бер тин дә түләмәйенсә,эштән ҡыуып сығарырға була. Йәш кеше үҙенең һуңға ҡалыуын бынан алты саҡрым алыҫлыҡта йәшәгән апаһының тыуған көнөндә булғанлығы арҡаһында килеп сыҡты тип аңлата. Ғалим Иван Матвеичҡа сәй эсерә лә, уны яҙырға ултырта.

Чехов А. П. Иван Матвеич // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Вокруг Чехова, стр. 103.
  2. Рассказ Иван Матвеич

Һылтанмалар

үҙгәртергә