Ибәтуллин Урал Ғәли улы

Химик-технолог, химия фәндәре докторы (1991), профессор (1991)

Ибәтуллин Урал Ғәли улы (5 март 1948 йыл) — ғалим-химик-технолог. химия фәндәре докторы (1991), профессор (1991). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).

Ибәтуллин Урал Ғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 5 март 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим

Биографияһы үҙгәртергә

Урал Ғәли улы Ибәтуллин 1948 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлай һәм Өфө нефть институтына уҡырға инә. 1971 йылда, юғары һөнәри белем алғандан һуң, ошо уҡыу йортонда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1978 йылдан — Башҡортостан нефть ятҡылыҡтарын разведкалау ғилим-тикшеренеү һәм проект институтында, 1980 йылдан — Өфө нефть институтында, 1981 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

1996 йылдан БР Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге фәнни-тикшеренеү институтының директор урынбаҫары,

2009 йылдан БДУ-ның Химия-технология факультетының декан урынбаҫары,

2011 йылдан Башҡортостан хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производство хәүефһеҙлеге тармаҡ-ара институтының проректоры.

350-нән артыҡ фәнни хеҙмәт авторы һәм 53 төрлө СССР, Рәсәй уйлап табыу танытмаһына һәм патентына эйә, 6 монография һәм әсбап авторы. Ғилми жеҙмәттәре химия өлкәһендә гетероциклик берләшмәләрҙе тикшереүгә, сәнәғәт экологияһы, экологик менежмент, тәбиғәттән файҙаланыу иҡтисадына һәм хеҙмәт иҡтисадына бағышланған[1].

Ғаиләһе үҙгәртергә

Ҡатыны — Ибәтуллина София Мөхәммәт ҡыҙы, техник фәндәр кандидаты. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының информатика кафедраһы мөдире.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Обращение с отходами производства и потребления. Уфа, 2005 (соавт.);
  • Экологическая безопасность региона: аспекты управления. Екатеринбург, 2008 (соавт.);
  • Методы оценки и управления профессиональными рисками. Уфа, 2012 (соавт.).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 288.

Һылтанмалар үҙгәртергә