Ибн Руста
(Ибн Русте битенән йүнәлтелде)
Ибн Руста шулай уҡ Ибн Даста (Әбү Әли Әхмәт ибн Ғүмәр ибн Руста; IX быуат 2‑се яртыһы — X быуат башы) — ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ.
Ибн Руста | |
احمد ابن رسته اصفهانی | |
Тыуған көнө |
IX быуат 2‑се яртыһы |
---|---|
Тыуған урыны |
Исфахан, Иран |
Вафат булған көнө |
X быуат башы |
Гражданлығы |
Саманид |
Эшмәкәрлеге |
сәйәхәтсеһе, географ |
Биографияһы
үҙгәртергәЯҡын һәм Урта Көнсығыш, Көнсығыш Европа буйлап сәйәхәт итә. «Китаб әл-әләғ ән-нәфисә» («Ҡиммәтле хазиналар китабы»; 903—927 йй.) хеҙмәте авторы. Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтарын, шул иҫәптән венгрҙарҙы (Боронғо венгрҙар), болғарҙарҙы, буртастарҙы, бәшнәктәрҙе, хазарҙарҙы тасуирлағанда Джейханиҙың, Ибн Хордадбехтың һ.б. һуңынан юғалған әҫәрҙәрен киң ҡуллана. Волга буйы Болғарының социаль—иҡтисади һәм мәҙәни үҫешен, башҡорт ҡәбиләләренең территорияһы таралыуы тураһында ентекләп яҙа.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Хвольсон Д. А. Известия о хазарах, буртасах, болгарах, мадьярах, славянах и русских Абу Али Ахмед бен Омар ибн-Даста, арабского писателя X века //Журнал министерства народного просвещения. СПб., 1868. Дек.;
- Заходер Б. Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: Горган и Поволжье в IX—X вв. М., 1962;
- Rona -TasAndras. A honfoglalo мagyar. Budapest, 1996.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ибн Руста // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Был мәҡәләне йәки бүлекте мөхәррирләргә кәрәк. |