Иблис ҡалаһы
«Иблис ҡалаһы» (сер. Ђавоља варош, рус. Город Дьявола) — Сербияның Куршумлия ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 27 км алыҫлыҡтағы Радан тауында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].
Бейеклеге 2 метрҙан алып 15 метрға тиклем булған, диаметры уртаса 1 метр тәшкил иткән 202 таш бағаналарҙан торған был тау ҡатламдарының остарында ауырлығы 100 килограмға еткән таш блоктар ята.
Бағаналар тәбиғи шарттарҙа елгә ашалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Районда минераллашыуы юғары (15г/л етә) булған ике һыу сығанағы бар: Иблис һыуы[2] һәм Иблис ҡоҙоғо[2].Шул сәбәпле яҡын тирәләге ерҙәр үҫентеләргә бик ярлы, ә был үҙ сиратында тау ҡатламдарының елдән ашалыуына[1][3] килтергән.
Ғәҙәти булмаған тау ҡатламдары урындағы халыҡ араһында төрлө ҡурҡыныс легендалар барлыҡҡа килтергән, һәм улар «Иблис ҡалаһы» тигән атама менән йөрөтөлә башлайҙар. Урындағы шарттар тирә-яҡтан туристарҙы йәлеп итеү өсөн бик уңай. Экскурсияларҙың күбеһе төндә[3] уткәрелә.
1959 йылда «Иблис ҡалаһы» территорияһы һаҡлау статусын ала, 1995 йылда Сербия хөкүмәте уға тәбиғәт ҡомартҡыһы[1] статусын бирә. 2002 йылда ЮНЕСКО «Иблис ҡалаһын» Бөтә донъя мираҫы[2] объекттарының баштағы исемлегенә индергән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 About Devil`S Town (ингл.). Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 The Djavolja Varos (Devil's Town) Natural Landmark (ингл.). UNESCO World Heritage Centre. Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ 3,0 3,1 Андрушкевич, Юрий Петрович. Тайна горы Радан // 100 самых необычных мест планеты. — М., 2014.
Һылтанмалар
үҙгәртергәИблис ҡалаһы Викимилектә |