Зөлҡәғиҙә (исем)

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Зөлҡәғиҙә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Зөлҡәғиҙә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Зөлҡәғиҙә (Зөлҡәғидә) исеме төрки телле халыҡтарға ислам дине менән бергә ғәрәп теле аша ингән, Ай календарындағы 1-се айҙың исеменән; шул айҙа тыуған ҡыҙ балаға ҡушылған исем[1]. XVII—XIX быуат йәниҫәп материалдарынан күренеүенсә, башҡорттар ҡыҙ балаларға бик теләп Зөлҡәғиҙә исемен биргән. Хәҙерге заманда, ҡыҫҡа һәм сит тел исемдәре менән мауығыпмылыр, был матур яңғырашлы исем һирәк ҡушыла.

Шәхестәр

үҙгәртергә

Тариҡова Зөлҡәғиҙә Әғзәм ҡыҙы (30 май 1960 йыл) — физик тәрбиә уҡытыусыһы. Учалы районы мәғариф бүлегенең Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Зөлҡәғиҙә Аҡҡужина Учалы районы Илсеғол ауылында тыуған. Күмертау ҡалаһындағы физик тәрбиә педгогия училищеһын, артабан — Силбәе дәүләт педагогия университетын тамамлай. 2006 йылда Өфөлә саңғы фестивалендә 2 урын яулай. Шулай уҡ Республика полиатлонында ҡатнашып 2 урынға эйә була. Учалы ҡалаһында йөҙөү буйынса ойошторолған ярыштарҙа, Сибайҙа, Белоретта уҡытыусылар араһында барған бәйгеләрҙә 3 урынға лайыҡ була[2].

Мосолман календары айы

үҙгәртергә

Зөлҡәғиҙә (ғәр. ذو القعدة‎) — һижри иҫәп менән йылдың ун беренсе айы. Исеме ултыраҡ ай мәғәнәһендә. Сөнки был айҙа күсеп йөрөүҙәр туҡтатылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Һылтанмалар

үҙгәртергә