Зәңге лат. scorbutus, урыҫса цинга һүҙенән ауҙарылған[1] — кеше организмында С витамины (аскорбин кислотаһы) етешмәү арҡаһында барлыҡҡа килә торған ауырыу; коллаген синтезы боҙолоуында һәм тоташтырғыс туҡыманың ныҡлығы кәмеүендә сағыла.

Цинга
Ауырыу ваҡытында ҡаҙналарҙың зарарланыуы
Ауырыу ваҡытында ҡаҙналарҙың зарарланыуы
МКБ-10

E5454.

МКБ-9

267267

OMIM

240400

DiseasesDB

13930

MedlinePlus

000355

eMedicine

med/2086 

Commons-logo.svg Зәңге Викимилектә

СәбәптәреҮҙгәртергә

Йыш ҡына витаминдар етешмәүҙең башҡа төрө менән бергә килә.

Төп симптомдарыҮҙгәртергә

Дөйөм хәлһеҙлек, гингивит, теш ҡаҙнаһының ҡанауы, тештәрҙең бушауы һәм төшөүе, мускулдарға, быуындарға, тире аҫты күҙәнәктәренә һәм эске ағзаларға ҡан һауыуы, һигеҙгүҙ һөйәгендә һәм аяҡ-ҡулдарҙа (бигерәк тә, аяҡтарҙа) ревматоид ауыртыуҙар. Диагностика өсөн анамнез, С витаминына ҡан һәм бәүел анализдары мәғлүмәттәре файҙаланыла[2].

ДауалауҮҙгәртергә

Яҡшы аҙыҡ (яңы өлгөргән емеш-еләк һәм йәшелсә), составында С, шулай уҡ Р витамины булған медикаментоз препараттар. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: күреү һәләтен юғалтыу, быуын ҡатыу, лайлалы тиресәләрҙән һәм эске ағзаларҙан ҡан китеү һ.б.

ИҫкәртеүҮҙгәртергә

Яҡшы аҙыҡ менән туҡланыу. 20-се быуаттың 30‑сы йылдарында БДМИ‑ла ҡымыҙҙа С витамины миҡдары (уны әсетеү оҙайлығына бәйле) һәм организмда С витамины етешмәгәндә ҡымыҙ менән дауалау һөҙөмтәлелеге (Б.В.Сөләймәнов), дарыу үҫемлектәрендә һәм витаминлы үҫемлектәрҙә аскорбин кислотаһы миҡдары (И.А.Лерман, Л.М.Сольц, Я.А.Фиалков һ.б.) өйрәнелә.

40‑сы йылдарҙа Өфө витамин заводында үҫемлектәрҙән алына торған С витамины, ылыҫ эшкәртеү, синтетик аскорбин кислотаһы цехтары ойошторола, уларҙа завод һәм Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү витамин институты хеҙмәткәрҙәре (Ленинград; Г.И.Краснокутский, В.Г.Кристаллинская) тарафынан эшләнгән технологиялар ҡулланыла. 50‑се йылдарҙа Ботаника баҡсаһында (ҡара: Ботаника баҡса-институты) 150‑нән ашыу төр үҫемлектә С витамины миҡдары тикшерелә (Е.Н.Клобукова-Алисова)[3].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. До реформы 1956 года допускалось также написание «цынга».
  2. Зайчик А. Ш., Чурилов Л. П. Цинга и действие мегадоз витамина С // Основы патохимии. — СПб.:: ЭЛБИ, 2000. — С. 375—379. — 688 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7733-0037-0.
  3. Цынга // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Викиһүҙлектә «цинга» мәҡәләһе бар