Зубкова Валентина Ивановна
Зубкова Валентина Ивановна (19 июль 1938 йыл) — юрист, енәйәт язаһы һәм шәхескә ҡаршы енәйәт проблемалары буйынса белгес; юридик фәндәр докторы (2002), Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты профессоры (2005); Мәскәү университетының атҡаҙанған ғилмихеҙмәткәре (2009), «Законодательство» журналының редколлегия ағзаһы.
Зубкова Валентина Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 июль 1938 (86 йәш) |
Тыуған урыны | Новосибирск, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | профессор |
Эш урыны | юридический факультет МГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | юридик фәндәр докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәВалентина Ивановна Зубкова 1938 йылдың 19 июлендә Новосибирскиҙа тыуа; 1967 йылда Томск дәүләт университетын тамамлай. 1967—1977 йылдарҙа СССР судтарында адвокат һәм судья булып эшләй. 1978 йылдан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында уҡыта: юридик факультеттың енәйәти хоҡуҡ һәм криминология кафедраһында тәүҙә уҡытыусы, өлкән ғилми хеҙмәткәр һәм доцент уҡытыусыһы була.
2005 йылда Зубкова ошо уҡ факультетҡа ҡараған социаль-хоҡуҡи тикшеренеүҙәр һәм сағыштырма хоҡуҡ белеме лабораторияһында әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр була. 1982 йылда «Совет енәйәт законының профилактика функциялары» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай — юридик фәндәр кандидаты дәрәжәһен ала. 2002 йылда, инде Рәсәйҙә, «Енәйәт язаһы һәм уның социаль роле: теория һәм практика» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, юридик фәндәр докторы дәрәжәһенә эйә була. 2005 йылда уға Мәскәү дәүләт университеты профессоры исеме бирелә; 2019 йылдағы мәғлүмәт буйынса, студенттарға Европа илдәренең сағыштырма енәйәт ҡануниәтенә арналған «Сағыштырма хоҡуҡиәт: енәйәт-хоҡуҡи аспект» махсус курсын уҡый.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергәВалентина Зубкова енәйәти яза мәсьәләләре һәм шәхескә ҡаршы енәйәттәргә бәйле юридик проблемалар менән шөғөлләнә:
- «Уголовное наказание и его социальная роль: теория и практика» (2002)
- «Осужденные и содержащиеся под стражей в России» (соавт., 2012)
- «Уголовное законодательство европейских стран: сравнительно-правовое исследование» (2013)
- «Исполнение уголовных наказаний в отношении несовершеннолетних по законодательству России и зарубежных стран» (2014)
- «Преступления против личности по российскому законодательству: история, законодательство, теория и практика» (2016)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Замначальника АПУ ФСИН Алексей Чистяков: Рязанская область стоит на передовых рубежах по внедрению домашнего ареста . Информационное агентство RZN.info (27 ғинуар 2010). Дата обращения: 15 ноябрь 2019. 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Зубкова Валентина Ивановна . Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. Дата обращения: 13 ноябрь 2019.