Степанова Зоя Михайловна

(Зоя Степанова битенән йүнәлтелде)

Степа́нова Зо́я Миха́йловна (6 июль 1953 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы 6-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Дәүләт Думаһының иҫәпләү комиссияһы ағзаһы.

Степанова Зоя Михайловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 6 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Сарапул, Удмурт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы[d], РСФСР, СССР
Хәләл ефете Чернышёв Михаил Анатольевич
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Дон дәүләт техник университеты
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
 Степанова Зоя Михайловна Викимилектә

Унан алда Рәсәй Федерацияһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты һәм Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты була.

Биографияһы

үҙгәртергә

Зо́я Миха́йловна Степа́нова (1953 йылдың 6 июлендә Удмурт АССР-ының Сарапул ҡалаһында тыуған.

Дон дәүләт техник университетын инженер-механик һөнәре алып тамамлай; артабан Ростов өлкә-ара юғары партия мәктәбен тамамлай.

Инженер, район Советы рәйесе, Дондағы Ростов ҡалаһының Пролетарский районы хакимиәте башлығы булып эшләй.

Халыҡ депутаттарының Дондағы Ростов ҡалаһының Пролетарский районы Советы депутаты, Ростов ҡала Думаһы депутаты итеп һайлана.

Рәсәй Федерацияһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты булып һайланырҙан алда, — Ростов өлкәһенең администрация башлығы (губернаторы) урынбаҫары — эштәр менән идара итеүсе, 2003 йылдың 2 декабрендә Ростов өлкәһенең 145-се Пролетарский бер мандатлы һайлау округы буйынса дүртенсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана. Был һайлауҙа ул ғәмәлдәге депутат, коммунист Коломейцев Николай Васильевичтан 3000-гә күберәк тауыш йыйып, еңеп сыға.

Коммунистар, һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеү осраҡтары булды тип иҫәпләп, судҡа һайлау һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ләкин суд һайлауҙы закон талаптарына ярашлы үткән тип таный. 2007 йылдың 2 декабрендә яңынан, Бөтә Рәсәй «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы тәҡдим иткән кандидаттарҙың федераль исемлеге составында, бишенсе саҡырылыш Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты булып һайлана. 2011 йылдың 4 декабрендә шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана.

Бөтә Рәсәй «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы.

Икенсе дәрәжә «Ватан алдында өлгөлө хеҙмәте өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнә.

Килеме һәм мөлкәте тураһында мәғлүмәт

үҙгәртергә

Бирелгән декларацияһына ярашлы, Степанова ире менән бергә 2011 йылда 5,3 миллион һум күләмендә килем алған. Степанова һәм ире Чернышёв милкендә майҙаны 2 мең m² тәшкил иткән ер участкаһы, ике фатир, майҙаны 771,5 m² торлаҡ йорт, өс гараж, ике машина урыны, еңел автомобиль, теләһә ниндәй юлдан йөрөй ала торған автомашина һәм ҡаргиҙәр бар[2].

Ире Дондағы Ростов ҡалаһының элекке мэры Чернышёв Михаил Анатольевич, улы һәм ҡыҙы (беренсе никахтан), ике ейәне һәм Зоя ейәнсәре бар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/12983/
  2. Степанова Зоя Михайловна. Государственная дума Российской Федерации. Дата обращения: 14 декабрь 2012. Архивировано 16 декабрь 2012 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Персональная страница на сайте Комитета Государственной Думы по культуре 2012 йыл 21 сентябрь архивланған.