Зорин Сергей Петрович (Сталин премияһы лауреаты)

Зорин Сергей Петрович ( 21.9.1889, Стәрлетамаҡ — 20.10.1965, Өфө)[1] — совет инженеры,  төҙөлөш материалдары өлкәһендә ғалим.

Зорин Сергей Петрович (Сталин премияһы лауреаты)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1888
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1973
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Зорин Сергей Петрович төҙөлөш материалдары Башҡорт ғилми тикшеренеү институтының секторы мөдире, ә  Украина фәндәре академияһы менән бергә Өфөгә эвакуацияланған Будников институтты етәкләй[2].

Зорин тарафынан П.П.Будников менән  берлектә ангидритлы‑глинозёмлы цемент яһау технологияһы эшләнә һәм илдә тәүгеләрҙән уны етештереү ойошторола.  Уларҙың технологик схемаһы буйынса СССР-ҙа беренсе ангидрит заводы төҙөлә[3] ( С.П. Зориндың хеҙмәттәре бар // Пробное производство ангидритного цемента в Стерлитамаке в БАССР // Рабочий-силикатчик, № 516, 1932; Зорин С. П. Опытный завод ангидритового цемента в Стерлитамаке // Социалистическое хозяйство Башкирии, № 3-4, 1932), цементтың башҡа маркалары ла алына. 

Техник фәндәр докторы (1943), профессор (1948).

Бүләктәре  

үҙгәртергә
  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1942) — ангидрит цементы алыу ысулдарын эшләгәне өсөн.  Ленин ордены менән бүләкләнгән (1944). 
  • 1921 — Томск технология институты, инженер-төҙөүсе.

Хеҙмәт биографияһы

үҙгәртергә
  • 1906—1922 — Абаканда, Томскта техник-төҙөүсе;
  • 1922—1929 — кантон башҡарма комитетының инженер-юлсыһы (Стәрлетамаҡ);
  • 1929—1936 — Шоссе һәм түшәлмәгән юлдар һәм автомобиль транспорты идаралығының “Ардис” юл‑тикшеренеү станцияһы ғилми етәксеһе (Өфө);
  • 1936—1948 — сектор мөдире, ғилми етәксе, урындағы төҙөлөш материалдары Башҡорт ғилми тикшеренеү институтының ғилми бүлеге буйынса директор урынбаҫары;
  • 1948—1960 — «Геодезия һәм юғары математика» кафедраһы мөдире, Башҡорт ауыл хужалығы институтының «Урмансылыҡ» кафедраһы профессоры.

Библиографияһы

үҙгәртергә

22 баҫма хеҙмәттәр авторы. Фәнни хеҙмәттәре ангидрит цементты ҡулланыу юлы менән тәбиғи ресурстарҙы төҙөлөштә рациональ файҙаланыуға йүнәлтелгән.

  • Стеновые блоки на ангидритном цементе из башкирских гипсов. Уфа, 1938.
  • Ангидритный цемент и временные технические условия работы с ним. Уфа, 1933 и 1934.
  • Гипсы и ангидрит БАССР и их использование. Уфа, 1936
  • Пробное производство ангидритного цемента в Стерлитамаке в БАССР// Рабочий-силикатчик, № 516, 1932
  • Опытный завод ангидритового цемента в г. Стерлитамаке// Социалистическое хозяйство Башкирии, № 3-4, 1932

Берлектәге эштәре:

  • Будников П. П., Зорин С. П. Гидратация нерастворимой модификации сернокислого кальция (ангидрита), получение ангидритового цемента и применение его в строительстве, рукопись
  • Будников П. П., Зорин С. П. Ангидрит-цемент, М., Гизместпром, 1942. 68 с. 3000 экз.
  • Будников П. П., Зорин С. П. Ангидритовый цемент. Бюро тех. информации, М, 1947.
  • Будников П. П., Зорин С. П. Ангидритовый цемент: Учебное издание. М., 1954. (в Библиотеке Ихтика 2010 йыл 12 апрель архивланған.)
  • ОЛ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә