Зод алтын ятҡылығы
Зод алтын ятҡылығы[1] (әзерб. Zod qızıl yatağı; хәҙер Әрмәнстанда Сотк ятҡылығы (әрм. Սոթքի ոսկու հանքավայր) булараҡ билдәле — Әзербайжан һәм Әрмәнстан территорияларындағы запасы буйынса иң ҙур саф алтын ятҡылығы. Алтынлы ҡатламдар әрмән ауыл Сотктың (элекке исеме — Зод) әйләнә тирәһендә һәм Әзербайжандың Кельбаджар районының көнбайыш сигендә урынлашҡан[2]. Шул уҡ ваҡытта Әзербайжан Экология һәм тәбиғәт ресурстары министрлығының геология-разведка хеҙмәте белдереүенсә, ятҡылыҡтың 76 проценты Әзербайжан территорияһында урынлашҡан, 24 проценты — Әрмәнстан территорияһында. Ятҡылыҡтың саф алтын запасы 120 тоннанан ашыу, тип баһалана. Ятҡылыҡтан сығарылған 1 тонна мәғдәндән яҡынса 0,8 грамм саф алтын алына икән.
Зод алтын ятҡылығы | |
Дәүләт |
Әзербайжан Әрмәнстан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кельбаджарский район[d] һәм Гегаркуникская область[d] |
Тарихы
үҙгәртергәБыл ятҡылыҡ 1951 йылда асыла һәм 1976 йылда файҙаланыла башлай[3]. 1993 йылда, Карабах һуғышы барышында, Әзербайжандың Кельбаджар районы (шул иҫәптән Әзербайжан ятҡылығының бер өлөшө) Әрмәнстан контроле аҫтына күсә һәм 2020 йылдың ноябренә тиклем тулыһынса уларҙың ҡул аҫтында ҡала. 2007 йылда Әрмәнстан яҡылыҡты тулыһынса эшкәртеү хоҡуғын «GeoProMining» компанияһына тапшыра[4]. 2009 йылда 320,5 мең тонна алтын мәғдәне сығарыла, 2010 йылда — 490 мең тонна, 2011 йылда — 880 мең тонна[5]. Ятҡылыҡта 350—400 эшсе эшләй, уларҙың эш хаҡы 100 мең драма, хатта унан да күберәк тәшкил итә[6][7][8][9]. Тимер юлы буйлап килтерелгән мәғдән Арарат алтын йыуҙырыу фабрикаһында эшкәртелә[10].
Таулы Ҡарабах низағы һәм алтын ятҡылығы
2020 йылдың 27 сентябрендә Таулы Ҡарабахтағы ҡораллы низағ башланыу менән «GeoProMining» компанияһы ваҡытлыса ятҡылыҡтарғы эштәрен туҡтата[11]. Низағ йоғаҡтары буйынса Әзербайжан президенты, Әрмәнстан премьер-министры һәм Рәсәй президенты ҡул ҡуйған ғаризаға ярашлы рәүештә 2020 йылдың 25 ноябрендә Әзербайжандың ҡораллы көстәре подразделениелары әрмән ғәскәрҙәре ҡалдырып киткән Кельбаджар районына инә. Ғәскәр хәрәкәт иткән йүнәлештәрҙә инженерлыҡ эштәре үткәрелә, миналарҙан таҙартыу һәм тау юлдарын таҙартыу буйынса ауыр эштәр башҡарыла[12].
Тыныс килешеү
үҙгәртергәӘзербайжан менән сиктәш йәшәгән әрмән общинаһы башлығы Гегамасар Акоп Аветян әйтеүенсә, икенсе көнөнә Әзербайжан хәрбиҙәре рудник территорияһына инә[13]. Аветян һүҙе буйынса, әзербайжандар һөжүм итмәйенсә, бер ниндәй атыуһыҙ килеп инә һәм әрмәндәрҙең ятҡылыҡ территорияһын ташлап китеүҙәрен талап итә, һөйләшеүҙәр башлана. Рудник хеҙмәткәрҙәре ятҡылыҡ биләмәһен ташлап китә башлай, Аветян әйтеүенсә, бер ниндәй ҙә янау, ҡурҡытыу булмай[14]. Кисен Кельбаджар районының бер өлөшө булған Зод ятҡылығы участкаһында Әрмәнстан, Әзербайжан һәм Рәсәй вәкилдәре ҡатнашлығында, GPS[15] махсус сараһын ҡулланып, делимитацион эштәр (һөйләшеүҙәр юлы менән сиктәш дәүләттәрҙең сиктәрен билдәләү) башлана. Әзербайжан хәрбиҙәре рудник территорияһының үҙҙәренә ҡараған өлөшөндә өс пост ҡуя[16]. 27 ноябрҙә Әзербайжан хәрбиҙәренең рудникта эшләгән"GeoProMining" компанияһы вәкилдәре менән оҙаҡ һөйләшеүҙәренән һуң компания хеҙмәткәрҙәре рудниктың Кельбаджар районында һаҡланған территорияһын ташлап китә[17]. Сиктәрҙе делимитациялау буйынса эштәрҙең дауам итеү рудникта руда сығарыуҙың тулыһынса туҡтатылыу ихтималлығы килеп тыуа. Был осраҡта Көньяҡ КАвказ тимер юлынан йөк ташыу күләме 55 процентҡа кәмеүе мөмкин, тимәк, тимер юлсыларҙы күпләп эштән ҡыҫҡартырға тура киләсәк[18]. 2 декабрҙә Әзербайжандың Оборона министрлығы, рудниктың Әзербайжанға ҡараған участкаһынан видеорепортаж төшөрөп, халыҡ иғтибарына сығарҙы[19].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергә- Әрмәнстан ятҡылыҡтары исемлеге
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Азербайджанский клондайк: армяне должны возместить ущерб от эксплуатации месторождений в Карабахе
- ↑ Азербайджанская ССР. Экономико-географическая характеристика. — М.: Государственное издательство географической литературы, 1957. — С. 54.
- ↑ Азербайджанский клондайк: армяне должны возместить ущерб от эксплуатации месторождений в Карабахе . Дата обращения: 10 октябрь 2020.
- ↑ Assets in Armenia . Дата обращения: 25 октябрь 2011. 2012 йыл 1 май архивланған.
- ↑ GPM GOLD планирует увеличить в Армении годовой объем производства золото до 150 тысяч унций с 2014 года
- ↑ Aurum79.ru — Разведанные запасы золота в месторождениях Армении составляют около 268 тонн
- ↑ Глава Контрольной палаты Армении выдвинул обвинения против компании «ГеоПроМайнинг Голд» 2020 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Министр энергетики и природных ресурсов Армении: «Geopromining Gold» не нарушал законы страны . Дата обращения: 25 октябрь 2011.
- ↑ «GeoProMining» расширяет свою деятельность
- ↑ ГеоПромайнинг переоценит Соткское месторождение 2020 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ В результате агрессии Азербайджана компания с российским капиталом прекратила работы в Варденисе . Дата обращения: 29 сентябрь 2020.
- ↑ Подразделения Азербайджанской Армии вошли в Кельбаджарский район
- ↑ С азербайджанцами идут переговоры: глава общины представил ситуацию на Соткском руднике
- ↑ Депутат и префект Сотка заявляют о проникновении азербайджанских военных на золотоносный рудник. Ранее Минобороны и правительство Армении эту информацию опровергли
- ↑ ВС Армении и Азербайджана разместят свои посты по границам, уточненным в результате делимитации — Минобороны
- ↑ ВС Азербайджана не проникали на территорию Сотка: в МО Армении рассказали, что случилось
- ↑ В Ереване ответили на сообщения о нарушении границы армией Азербайджана
- ↑ Железнодорожники оказались под угрозой массовых сокращений из-за ситуации с рудником в Сотке .
- ↑ Золоторудное месторождение Сеюдлю (Зод) Кельбаджарского района