Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы
Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы (11 сентябрь 1965 йыл) — ғалим-генетик. 1998 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһы РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты директоры[2] һәм бер үк ваҡытта 2017 йылдың декабренән — Өфө фәнни үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[3]. Биология фәндәре докторы (2006), профессор.
Зиннур Хәйҙәр улы Шиһапов | |
Тыуған көнө |
11 сентябрь 1965 (59 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Елдәр ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
биология, ботаника, генетика |
Эшләгән урыны |
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты[1] |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
биология фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Сайт |
ufabotgarden.ru |
Биографияһы
үҙгәртергәЗиннур Хәйҙәр улы Шиһапов 1965 йылдың 11 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Елдәр ауылында тыуған.
1987 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын «урман хужалығы» һөнәре буйынса «отлично» ға тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген ОБЦ-ла башлай.
1989 йылдан Ботаника баҡсаһы—институтында, шул иҫәптән:
- 1994 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр;
- 1995 йылдан — үҫемлектәр генетикаһы һәм цитологияһы лабораторияһы мөдире[4];
- 1996 йылдан — директор урынбаҫары;
- 1998 йылдан Ботаника баҡсаһы—институты директоры[1], бер үк ваҡытта 2006 йылдан — Өфө фәнни үҙәгенең рәйес урынбаҫары, ә 2017 йылдың декабренән — Өфө фәнни үҙәге рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1993 йылда «биология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә, 2005 йылда, «Внутривидовая изменчивость и дифференциация видов семейства Pinaceae на Урале» тигән темаға диссертация[5] яҡлап, «биология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә эйә була.
Биология фәндәре докторы, профессор Зиннур Шиһаповтың ғилми-тикшеренеү эштәре урман генетикаһы, йәғни ағастарҙың төп үҙенсәлектәре һәм билдәләренең быуындан быуынға күсеүе һәм үҙгәреүе, шулай уҡ уларҙың селекцияһына — яңы төрҙәрен сығарыу мәсьәләләренә арналған. Дөйөм генофондҡа эйә булған һәм айырым территория биләгән төрҙәрҙең биологик үҙенсәлектәрен тикшереп, ағастарҙы яңы урынға күсереп ултыртыу, уларҙың тамырланып һәм ерегеп китеү барышын (интродукция) өйрәнеп, ул үҫемлектәрҙең, тәү сиратта ылыҫлы ағастарҙың генфондын һаҡлау проблемаларын күҙаллай.
Ғалим Көньяҡ Уралда үҫкән себер шыршыһының, Сукачёв ҡарағасының һәм ҡарағайҙың популяцион-генетик структураһын асыҡлаған. Орлоҡ биреүсе урман плантацияларының торошона генетик анализ яһап, ағас үҫемлектәренең генофондың яҡшыртыу, уларҙы һаҡлау һәм үрсетеү буйынса фәнни яҡтан нигеҙләнгән тәҡдимдәр эшләгән.
Зиннур Шиһаповтың һаналған темаларға арналған 100-гә яҡын мәҡәләһе төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа донъя күргән һәм алты китабы нәшер ителгән.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ике диссертация советы ағзаһы.
- Өфө фәнни үҙәге Биология институтының Ғилми совет ағзаһы.
- Рәсәйҙең Ботаника баҡсалары советы ағзаһы.
- Урал һәм Волга буйы Ботаника баҡсалары советының бюро ағзаһы.
- Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең үҫемлектәрҙе һаҡлау комиссияһы ағзаһы.
- Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге йәштәр дәүләт премиялары буйынса комиссия ағзаһы.
- Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Йәмәғәт советы ағзаһы.
- Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәтенең Башҡортостан республика бүлексәһе президиумы ағзаһы.
Китаптары һәм ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Валерий Путенихин, Гульфия Фарукшина, Зиннур Шигапов. Лиственница Сукачёва на Урале. Изменчивость и популяционно-генетическая структура. — М., Наука, 2004. — 280 с. ISBN 5-02-006371-1 (рус.)
Маҡтау ҡағыҙҙары һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумының һәм Һөнәри союз советының Маҡтау ҡағыҙы
- Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте Үҙәк советы президиумының Маҡтау ҡағыҙы
- Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Маҡтау ҡағыҙы
- Өфө ҡалаһының Маҡтау ҡағыҙы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Кто есть кто в РБ → Карточка персоны Шигапов Зиннур Хайдарович (рус.)
- ↑ Кучеров Е. В., Хәйретдинов С. С. Ботаника баҡса-институты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 В Уфимском научном центре РАН — новый руководитель. , 2017, 11 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 декабрь 2017)
- ↑ Ботанический сад-институт Уфимского научного центра Российской академии наук Лаборатория генетики и цитологии растений 2016 йыл 31 ғинуар архивланған. (рус.)
- ↑ Автореф. дис. на соиск. учен. степ. д-ра биол. наук специальность 03.00.05 — Российская национальная библиотека (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Шиһапов Зиннур Хәйҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2022)
- Уфимский научный центр Российской Академии наук. Научные кадры / Шигапов Зиннур Хайдарович 2016 йыл 10 сентябрь архивланған. (рус.)
- Кто есть кто в РБ → Карточка персоны Шигапов Зиннур Хайдарович