Зимовники тыуған яҡты өйрәнеү музейы


Зимовники тыуған яҡты өйрәнеү музейы  — Ростов өлкәһе Зимовников районы Зимовники ауылы музейы. Музейға 2000 йылда нигеҙ һалына, музей коллекцияһында 5400 тән артығыраҡ предмет.

Зимовников тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Асылған ваҡыты 2003 йыл
Урынлашыуы Ростов өлкәһе Зимовники ҡасабаһы
Директор Марина Геннадьевна Моисеенко

Адресы: 347460, Ростов өлкәһе, Зимовники ҡасабаһы, Третьяков тыҡрығы, 105 «в».

Тарих һәм һүрәтләү

үҙгәртергә

Зимовников район Хакимиәте һәм район мәҙәниәт һәм сәнғәт бүлеге инициативаһы менән 2000 йылда Ростов өлкәһе Зимовников районының Зимовники ауылында Зимовники тыуған яҡты өйрәнеү музейына нигеҙ һалына. Музей өсөн ҡасаба үҙәгендә торған 1943 йылда төҙөлгән йорт бирелә. Элегрәк был шәхси йортта балалар китапханаһы, клуб булған. Музейҙың тәүге экспозициялары тәбиғәт һәм тарих бүлектәренән тора. Музейҙың беренсе директоры — Шкуратов И . Ю. Музейҙы булдырыуға ҙур көс түгеүсе -. Ю. В. Сорокин . Төрлө йылдарҙа музей директоры булып Елисеенко И. А., Кожемяченко Е. И., Моисеенко М. Г. эшләй. Хәҙерге ваҡытта музейҙы Казанцева Ю. С . етәкләй.

Башта музей фондын район мәктәп музейҙары һәм хәрби комиссариат коллекциялары тәшкил итә. Ауыл халҡы ла музейға күп экспонаттар бүләк итеп, музейға үҙ өлөштәрен индерә. Музейҙың беренсе экспозицияһы итеп Зимовников районының Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы тарихы ҡуйыла. Зимовников районы хакимиәтенең экология фонды идарасылығы тарафынан «Сал йылғаһы бассейны флораһы һәм фаунаһы» экспозицияһы ойошторола. Унда үҫемлектәр гербарийы, ҡош толоптары, ер-һыу хайуандары, бөжәктәрҙең коллекциялары бар. Экспозицияла боронғо тарих буйынса археологик ҡаҙыу табылдыҡтары үҙенә урын тапҡан.

2012 йылда музей Милли-мәҙәни үҙәк йортоноң икенсе ҡатына күсерелә. Күргәҙмәләр залы Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Белоусов В. Е. тарафынан биҙәлгән.

Эшләү дәүерендә Музейэш дәүерендә 5700 экспонат йыйған. Улар эсенә археология, палеонтология, нумизматика коллекциялары һәс сәнғәт әҫәрҙәре инә. Ҙур музей экспонаты булып яҡшы тоҡомло «Советский меринос» һарығы тора, ә иң бәләкәй предметы — 2 грамм ауырлығындағы Алтын Урҙа ханы Йәнбәк ваҡытындағы (XIV быуат) алтын тәңкә. Музейҙа күргәҙмәләр залы бар, унда музей фондының һәм шәхси коллекцияларҙың экспонаттары күргәҙмәләре ойошторола. Үҙ ваҡытында бында һынсы Дердиященко Е. Е., рәссамдар Падалка Ю. Н., Лопанский А . А. Морозов В. В. һәм Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларының күргәҙмәләре үткән.

Даими музей экспозицияһы булып: «Родной земли нетленная краса», «Седая древность», «Там, где шумел ковыль», «Воинская Слава зимовниковцев», «Наш поселок, строился…», «Там, где колышется рожь», «Аллея Славы!»- тора. Музейҙа Еңеү Көнө, оккупация һәм немец-фашист илбаҫарҙарынан ауылды азат итеү Көнө, Район һәм ауыл тыуған көндәр" байрамдарында тематик экскурсиялар үткәрелә.

2010 йылдан алып музей нәширлек эшсәнлеге менән шөғөлләнә. Музей тарафынан Г. В. Филановскийҙың «Легенды ковыльных степей. Казачьи байки», «Штрихи к портретам минувших эпох. Археология. История. Этнография.», «Историко-археологические записки» китаптары нәшер итеп сығарылған.

Музей Ростов өлкәһенең башҡа музейҙары менән хеҙмәттәшлек итә. Зимовников тыуған яҡты өйрәнеү музейының экспонаттары Зерноград, Б. Мартыноавка, ҡалалары, Жуковская станицалары музейҙарында күрһәтелгән. Үҙ сиратында музейҙа шулай уҡ Волгоград, Волгодонск, Цимлянск, Семикаракорск, Аҡсай, Шахты, Азов һәм башҡа музейҙарҙың экспонаттары күргәҙмәһе үткән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә