Земледелец (Күмертау)

(Земледелец (Кумертау) битенән йүнәлтелде)

Земледелец (башҡ. ) — Башҡортостан Республикаһының 1964 йылда Күмертау ҡалаһы составына ингән тораҡ пункт. 1964 йылда Башҡорт АССР-ы Мәләүез районының Подгорный ауыл Советына ҡараған.

Земледелец
Нигеҙләү датаһы 1925
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Күмертау
Халыҡ һаны 738 кеше (1964)

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң барлыҡҡа килә һәм 1925 йылда Стәрлетамаҡ кантонының Мәләүез улусы территорияһында урыҫтар тарафынан «Земледелец» ширҡәте кеүек нигеҙ һалына. Күршелә шул уҡ йылдарҙа «Ҡырмыҫҡа» ширҡәте ойошторола. Икеһе лә улус үҙәге — Мәләүез ауылынан 20 саҡрым алыҫлыҡта урынлаша. 1925 йылда һәр береһендә 6 ихата иҫәпләнә. Артабан ике ширҡәт тә Земледелец ауылы булараҡ иҫәпкә алына.

1952 йылдың 1 июненә Көйөргәҙе районының Ира ауылында үҙәге менән Подгорный ауыл Советына инә.

1960 йылдың 31 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының № 6-2/159 «Земледелец тораҡ пунктын Көйөргәҙе районының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп-хисап мәғлүмәттәренән төшөрөп ҡалдырыу тураһындағы» Указы менән иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренән төшөрөп ҡалдырыла.

Әммә даими халыҡтың булыуы һәм Күмертауҙың яҡында урынлашыуы 1964 йылда бөтөрөүҙе ғәмәлдән сығарырға һәм Земледелец тораҡ пунктын Күмертау ҡалаһы составына күсерергә мөмкинлек бирә (Башҡортостан Рсепубликаһының административ -территориаль бүленеше тарихы (1708—2001). Документтар һәм материалдар йыйынтығы. Өфө: Китап, 2003. — 536 б. 317 б.ф)

«Күмертау ҡалаһынан өс километрҙа урынлашҡан Мәләүез районы Подгорный ауыл Советының Земледелец тораҡ пунктында хәҙерге ваҡытта 738 кеше даими йәшәй. Барлыҡ өлкән кешеләр Күмертау ҡалаһының учреждениеларында һәм предприятиеларында эшләй һәм улар тарафынан хеҙмәтләндерелә. Күмертау һәм Мәләүез ҡала советы башҡарма комитеты һәм Земледелец тораҡ пункты халҡының үтенесен иҫәпкә алып, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы ҡарар итә:

1. Мәләүез районы Подгорный ауыл Советының Земледелец тораҡ пунктын хеҙмәтсәндәр депутаттарының Күмертау ҡала Советы административ буйһоноуына тапшырырға.

2. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1960 йылдың 31 октябрендәге № 6-2/159 Указы менән «Земледелец тораҡ пунктын Көйөргәҙе районының административ-территориаль бүленеше буйынса иҫәп-хисап мәғлүмәттәренән төшөрөп ҡалдырыуҙы» ғәмәлгә ашырмаҫҡа

Географик урыны

үҙгәртергә

1952 йылдың 1 июне мәғлүмәттәре буйынса район үҙәге Ермолаевканан 8 км алыҫлыҡта, ауыл Советы Иранан 12 км алыҫлыҡта, яҡындағы Күмертау тимер юл станцияһынан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1939—173 кеше; 1959 йылда 738 кеше иҫәпләнә.

  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 июня 1952 года: [справочник] / Президиум Верхов. Совета БАССР; [сост. Н. Ильин, Ш. Файзуллин, М. Курамшин и др.; отв. ред. А. Денисов]. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1953. — 494, [1] с.: табл. преим. — Алф. указ.: с. 398—493. С.341
  • Населенные пункты Башкортостана. Ч. III. Башреспублика, 1926. — Уфа: Китап, 2002. — 400 с. С.147-148
  • Указ Президиума Верховного Совета Башкирской АССР от 21 ноября 1964 г. № 6- 2/120 «О передаче населенного пункта Земледелец Подгорнского с/с Мелеузовского района в административное подчинение Кумертаускому городскому совету депутатов трудящихся».

Һылтанмалар

үҙгәртергә