Зверево ҡалаһы ҡала округы

Зве́рево йәки Зве́рево ҡалаһы — Рәсәйҙең Ростов өлкәһе составындағы ҡала округы.

Зверево
Зверево ҡалаһы
Ҡала округы
Герб
Флаг
Ил

 Рәсәй

Федерация субъекты

Ростов өлкәһе

Административ үҙәк

Зверево

Включает

2 тораҡ пункт

Халҡы (2016)

21 601[1] чел. 

Халыҡ тығыҙлығың

~ 670.84 чел/км²

Майҙан

32,2 км² 

Административ үҙәгенең координаталары
48°00′36″ с. ш. 40°04′12″ в. д.HGЯO

Ҡала округы башлығы

Игорь Юрьевич Зюзин [2]

Сәғәт бүлкәте

MSK+-3 (UTC)

Автомобиль коды

61, 161

Код ОКТМО

60 718 000 000

http://zverevo.donland.ru/

Административ үҙәге — Зверево ҡалаһы.

Географияһы

үҙгәртергә

Ростов өлкәһенең төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ҡала округының административ үҙәгенән Дондағы Ростов ҡала өлкәһе үҙәгенә тиклем алыҫлыҡ автомобиль юлы буйлап 110 км тәшкил итә. Зверево һәм Новомихайловская тимер юл станциялары бар. Округ территорияһында һыу ятҡылыҡтары юҡ.

Халыҡ иҫәбе
1931[3]1939[3]1959[4]1970[5]1979[6]1989[7]1992[3]1996[3]
2600750010 85316 64421 69528 20630 90032 800
1998[3]2000[3]2001[3]2002[8]2003[3]2005[3]2006[3]2007[3]
29 80028 60028 10025 35625 40024 60024 10024 000
2008[3]2009[9]2010[10]2011[3]2012[11]2013[12]2014[13]2015[14]
23 70023 26222 41122 40021 89921 49520 97420 437
2016[1]
19 920


Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә
  • Владимир Ильич Ленин һәйкәле[15].
  • Дан орденының тулы кавалеры Колесников Пётр Яковлевичҡа һәйкәл (2015).
  • «Обуховская» шахтаһының һәләк булған таусыларына һәйкәл (2008)[16]. Һәйкәл ҡара тышлы асыҡ китап күренешендәге кирбес ҡоролманан ғибәрәт. Уртаһында металл таҡтала һәләк булған таусылырҙың фамилиялары яҙылған, һул яҡта —  «Шахтер Даны» билдәһе һәм «„Обуховская“ шахтаһының һәләк булған таусыларына» тигән яҙыу, уң яҡта — яҙыу «Еңел булмаған шахтер хеҙмәтен һайланығыҙ һәм беренсе булып ваҡытынан алда киттегеҙ».
  • Тау эштәренә арналған экспозицияһы булған тыуған яҡты өйрәнеү музейы[17][18].
  • Изге-Никольская сиркәүе (1916)[19].
  • 1920 һәм 1943 йылдарҙа Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында һәләк булғандар ерләнгән туғандар ҡәберлеге урынында ҡуйылған һуғышсы-азат итеүселәргә мемориаль ансамбль (1957). Архитекторы Дмуховский В. Н. Туғандар ҡәберлегенә һәләк булған һуғышсыларҙың исемдәре яҙылған плита ҡуйылған: лейтенант Ковалёв Владимир Игнатьевич, өлкән сержант Дьяков Александр Трофимович, гвардия кесе сержанты Зверев Виктор Иванович, интендант технигы Шторев Григорий Иванович, ҡыҙылармеец Бушев Иван Иванович, ҡыҙылармеец Верёвкин Семён Ксенофонтович, ҡыҙылармеец Кушников Константин Иванович, ҡыҙылармеец Кистенёв Митрофан Прокофьевич, ҡыҙылармеец Маринин Константин Николаевич, ҡыҙылармеец Нечаев Григорий Михайлович, ҡыҙылармеец Пронькин Александр Петрович, ҡыҙылармеец Тур Андрей Ксенофонтович, ҡыҙылармеец Шомохов Дмитрий Алексеевич, Советтар Союзы Геройы капитан Докукин И. А., гвардия өлкән сержанты Климов Егор Петрович.
  • Советтар Союзы Геройы Докукин Иван Архиповичкә иҫтәлек йөҙөнән билдә (2010). Иҫтәлек билдәһе постаментҡа урынлаштырылған хәрби самолет макетынан ғибәрәт. Макет Иван Архипович Докукин осҡан самолеттың теүәл күсермәһе булып тора, ул Шахты авиаремонт заводында эшләнгән[20].
  • Чернобыль аварияһы ликвидаторҙарына иҫтәлек йөҙөнән билдә. Зверево ҡалаһының 84 кешеһе Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша, шуларҙың өсәүһе «Ҡаһарманлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Һәйкәл емерелгән кирбес йорттоң мөйөш стенаһы өлөшөнән ғибәрәт. Һәйкәлдең уртаһында өңрәйеп торған тишектә атомды символлаштырған метал шар урынлаштырылған. Һәйкәлдең уртаһында ромб рәүешендәге постаментта яҙыу: «Чернобыль АЭС-ы аварияһында һәм башҡа радиация катастрофаларында зыян күргән ликвидаторҙарға».
  • Интернационалист һуғышсыларға, шулай уҡ XXXXI быуаттарҙың локаль һуғыштарында ҡатнашыусыларға иҫтәлек йөҙөнән билдә (2009) иҫтәлек йөҙөнән билдә постаментта ҡуйылған бетон плитанан ғибәрәт, унда «Интернационалист һуғышсыларға һәм XX—XXI быуат локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусыларға һәйкәл» тигән яҙыу. Һәйкәл менән йәнәш постаментта Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены рәүешендәге биш осло йондоҙ урынлашҡан. Төрлө йылдарҙа ҡаланың 43 кешеһе Афганистанда интернациональ бурысын үтәне.
  • «Һуғышсы — тимер юлсыларға» һәйкәле (1965). Һәйкәл ҡаланың тимер юл вокзалы янындағы майҙанға ҡуйылған. Һәйкәл 2,5 метр бейеклегендәге постаментҡа ҡуйылған шлакоблок плитала каска кейгән һалдаттың барельеф һүрәтенән ғибәрәт. Плитала «1941 −1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Зверево станцияһы тимер юлсыларына дан» тигән яҙыу. Һәләк булған тимер юлсыларҙың исемдәре теҙеп яҙылған: Альшианский М. К., Андреев А. И., Васильченко Ф. В., Воробьева Е. И., Жаворонко А. М., Зайцев Я. Д., Келин Г. А., Кирюшин И. И., Куцев Ф. А., Лямин Н. Н., Муратов С. М., Назарьянец А. А., Полозов М. П., Рудой И. П., Семенов А. П., Синицина Р. П., Соловьев П. П., Харьковский И. Н., Цуканов М. И., Мелентьева А. А. Һәйкәлдең аҫтында тимер юлсылар эмблемаһы һүрәте ҡуйылған.
  • Ҡала биналарында иҫтәлекле таҡталар ҡуйылған. Улар: Зверево тимер юлсыларының беренсе урыҫ революцияһын хуплау стачкаһына, 47-се Гвардия уҡсы Дивизияһы хөрмәтенә, тимер юл транспортын ойоштороусы Д. М. Калабухов иҫтәлегенә бағышланған таҡта һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  2. Зверево ҡалаһы мэры Александр Николаевич Чумаков
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 Народная энциклопедия «Мой город». Зверево
  4. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  9. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  10. Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  11. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  13. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  15. Памятники Ленину. Зверево.
  16. Памятник погибшим горнякам шахты «Обуховская»
  17. Выставки в музее города Зверево 2016 йыл 22 декабрь архивланған.
  18. Краеведческая библиотека-музей 2016 йыл 22 декабрь архивланған.
  19. Храм Святителя Николая Чудотворца, г. Зверево, Ростовская область 2016 йыл 22 декабрь архивланған.
  20. Донской туризм. г. Зверево 2017 йыл 22 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

сайт администрации городского округа г. Зверево(недоступная ссылка)